+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2023, 09:20

Улар тормошобоҙҙо йәмлерәк итә

25 мартта Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Рухи байлығыбыҙҙы, мәҙәниәтте тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең йыл һуҙымында башҡарылған эштәре, алдағы бурыстары тураһында район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Р.АҠҠУЖИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Улар тормошобоҙҙо йәмлерәк итә
Улар тормошобоҙҙо йәмлерәк итә

- Рәфис Рәшит улы, 25 мартта һеҙ һөнәри байрамығыҙҙы билдәләйһегеҙ. Районыбыҙҙа мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән күпме кешегә ҡағыла был байрам?
- Бөгөн райондың мәҙәниәт өлкәһендә 108 кеше хеҙмәт итә. 40 мәҙәни объект (район мәҙәниәт һарайы, 20 ауыл мәҙәниәт йорто, 18 ауыл клубы, Буруновка мәҙәни-ял үҙәге), район, үҫмерҙәр, балалар китапханалары, 23 ауыл китапханаһы, Балалар сәнғәт мәктәбе, Ғафури тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Мәжит Ғафуриҙың һәм Жәлил Кейекбаевтың Йорт-музейҙары уңышлы эшләй. 60 клуб ойошмаһында 746 кеше ҡатнашҡан. 17 ижади коллектив “халыҡ” һәм “өлгөлө”, алты кеше “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәрен йөрөтә.
2022 йылда мәҙәниәт учреждениелары тарафынан китапханалар менән берлектә биш меңдән ашыу мәҙәни сара уҙғарылған. Шулар араһында айы-рыуса мөһимдәре булып Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә “Ғафури йондоҙсоҡтары-2022” йәш һәләттәрҙең смотр-конкурсы, 17-18 июндә “Табынфест-2022” Табын ырыуҙары башҡорт йәштәренең IV төбәк-ара фестивале, Бал байрамы, 25 ноябрҙә республика Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә уҙғарылған республика “Ҡаҙ өмәһе” байрамдары, Шәжәрә һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары һәм башҡалар торҙо.
- Ҙур учреждение етәксеһе булараҡ, эшмәкәрлегегеҙҙең күп яҡлы икәне билдәле. Мәҙәниәт усаҡтарын те-йешле кимәлдә тотоу өсөн ремонт-төҙөкләндереү, матди-техник базаны тулыландырыу, кадрҙар менән тәьмин итеү һәм проблемалар тураһында ла әйтергә кәрәктер.
- Былтыр йыл буйына мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса ярайһы ғына эштәр башҡарылды: ағымдағы ремонт уҙғарылды, ҡорамалдар һатып алынды.
"Мәҙәниәт" милли проектының "Ижади кешеләр" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2022 йылда иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы (атап әйткәндә, Ҡаранйылға ауыл китапханаһы) һәм хеҙмәткәргә (район мәҙәниәт һарайы балетмейстеры Айгөл Буранова) ярҙам күрһәтелде.
“Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты сиктәрендә “РФ.Мәҙәниәт” порталында 7 онлайн-трансляция (тапшырыу) булдырылды.
Гранттар (РФ Президенты, республика һәм башҡалар) яулауға килгәндә, Ғафури районының “Табын” социаль, мәҙәни-иҡтисади үҫеш Фонды РФ Президентының Мәҙәни башланғыстар Фонды конкурсының “Балаларҙы башҡорт телендә уҡытыуға интерактив урын булдырыу өсөн Ж.Кейекбаев Йорт-музейында мин башҡорт телен өйрәнәм” проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән 802 688 һум грант отто. Ошо уҡ Фонд “Бәхетле бала саҡ” Республика Башлығы гранттар конкурсында еңеү яулап, 1 082 000 һумлыҡ грант аҡсаһына күп функциялы балалар спорт-уйын майҙансығы булдырылды. РФ Президенты гранттар конкурсында Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто “С позитивом” проекты менән еңеү яулап (Мораҡ ауыл биләмәһенең “Рассвет” үҫешкә ярҙам Фонды), 499 255 һумлыҡ финанс ярҙамы алды һәм мәҙәни усаҡтың стена-түшәмдәренә ремонт үткәрелде, электр үткәргестәр яңыртылды, яҡтыртҡыстар, көҙгөлө стена урынлаштырылды, линолеум һәм ковролин түшәлде. Спорт ҡорамалдары һәм тренажёрҙар, балалар уйын комплексы, уйын зонаһы (алты ултырғыс), ял биләмәһенә өҫтәл-трансформер, диван һәм башҡалар һатып алып урынлаштырылды. Ташбүкән ауыл клубы Ташбүкән ауыл биләмәһенең “Роза һәм Ко” үҫешкә ярҙам Фондының БР Башлығы гранттары конкурсында “Мәҙәни мираҫ: үткәндәрҙән лайыҡлы киләсәккә!” проекты менән еңеп, 497 мең һумлыҡ ярҙам алды һәм мебель (өҫтәл-ултырғыстар), музей экспонаттары өсөн кәштәләр, проектор өсөн экран һәм ноутбук һатып алдылар. Әйткәндәй, 2022 йылда Ташбүкән ауылындағы буш торған башланғыс мәктәп бинаһы мәҙәниәт бүлеге балансына күсерелеп, әлеге мәлдә клуб итеп үҙгәртеп ҡороу эштәре бара. Үтәк ауыл мәҙәниәт йорто “Тормош театр кеүек” проекты (Үтәк ауыл биләмәһенең “Мечта” үҫешкә ярҙам Фонды) сиктәрендәге 705 937 һумлыҡ финанс ярҙамы татар ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәхнә костюмдары, яҡтыртыу ҡорамалдары, акустик һәм радиосистемалар, микшер пульты, тышҡы тауыш картаһы һатып алыуға тотонолдо. Балалар китапханаһы “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” номинацияһына лайыҡ булды һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа йыһаздар, мультимедия экраны һәм башҡа заманса техника менән тәьмин ителде.
Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, йәш белгестәргә, театр, хореография белгестәре, һөнәри кимәлдәге тауыш операторҙарына, сараларҙы алып барыусыларға ҡытлыҡ кисерәбеҙ, ҡурайсы кәрәк.
Ауылдарҙағы мәҙәни объекттарҙың матди-техник базаһы бик түбән булыуы, ауыл мәҙәниәт учреждениелары нормаларына тап килгән янғын хәүефһеҙлеге саралары менән тулыһынса комплектланмауы бәкәлгә һуға.
- “Пушкин картаһы” программаһы тураһында ни әйтерһегеҙ?
- “Пушкин картаһы” буйынса әүҙем эш алып барыла. Районыбыҙҙан 14-тән 17 йәшкә тиклемге 795 кеше был картаға эйә булған. Программаға район мәҙәниәт һарайы, 16 ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары, район һәм балалар, 21 ауыл китапханалары индерелгән. 2022 йылда “Пушкин карта”һы буйынса дөйөм 1 354 270 һумлыҡ 6085 билет һатылған.
- Киләсәккә ниндәй пландарҙы күҙаллайһығыҙ?
- 2023 йылда “Ижади кешеләр” төбәк проекты сиктәрендә иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларынан Ташбүкән ауыл клубына, Сәйетбаба ауыл модулле китапханаһына һәм иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәре Фәнзил Ғәлинға (район мәҙәниәт һарайының саралар режиссёры) ярҙам күрһәтеләсәк.
Киләһе йылда “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты сиктәрендә “РФ.Мәҙәниәт” порталында 8 онлайн-трансляция (тапшырыу) булдырыу планлаштырыла.
Махсус хәрби операция мәлендә халыҡта патриотик рух тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирергә тырышып эш итәбеҙ, сараларҙың, концерттарҙың күпселек өлөшө патриотик сығыштарҙан тора. Районыбыҙҙа “Берҙәмлектә – көс” акцияһына ҡушылып, һәр бер ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәрҙәр хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” исеме аҫтында хәйриә концерттары-спектаклдәр әҙерләп, сығыш яһайҙар. Уларҙан йыйылған аҡсаға кәрәкле әйберҙәр һатып алынып, мобилизациялағыларға гуманитар ярҙам оҙатыла. Дөйөм 300 мең һум, ә “Землячки” халыҡ хоры ағзалары 10 мең һум аҡса йыйып, Хәйриә фондына тапшырҙы. Акция дауам итә.
- Рәфис Рәшит улы, байрамығыҙ уңайынан былтыр юғары уңыштарға өлгәшкән айырым кешеләрҙе, коллективтарҙы, маҡтауға лайыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләп үтһәгеҙ ине?
- 2022 йылда Табын ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Наталья Петровна Хәбибуллина менән Үҙәк район китапханаһы мөдире Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллина “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, республика Мәҙәниәт министрлығы үткәргән конкурста “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре, “Төлкәҫ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Район, республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә сығыш яһап, смотр-конкурстарҙа призлы урындар яулаусы ижади коллективтарҙан: Илшат Хәбибуллин етәкселегендәге “Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бөтә Рәсәй “Ижадсылар һәм таланттар” хореография конкурсында Гран-при, Салауат ҡалаһында үткән “Бейеү ямғыры” республика конкурс-фестивалендә һәм “Балҡы” халыҡ-ара хореография конкурсында 1-се урындар яуланылар. Илшат Хәтим улы үҙе “Йыл һәләте” онлайн конкурста Гран-приға лайыҡ булды. Айгөл Буранова етәкселегендәге “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бөтә Рәсәй “Серпантин” сәнғәт конкурс-фестивалендә, Бөтә Рәсәй “Ижадсылар һәм таланттар” хореография конкурсында, “Яңы быуын” респуб-лика конкурс-фестивалендә 1-се урындар яуланы. “Төлкәҫ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле “На олимпе” халыҡ-ара конкурс-фестивалдә, Бөтә Рәсәй “Создай мечту” хореография фестивалендә һәм башҡа халыҡ-ара конкурстарҙа 1-се урынға лайыҡ булдылар, фестивалдең һуңғыһында ансамбль ағзалары Самира Ноғайғолова менән Радмир Ғәзизов яңғыҙ бейеү башҡарып, 1-се урын, С.Ноғайғолова “Байыҡ” республика телевизион башҡорт бейеү конкурсында Гран-при яуланы. Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эш башҡарған Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле һәр сараның, байрамдың йөҙөк ҡашы булып тора. Ансамбль ағзалары ирле-ҡатынлы Гәүһәр менән Илһам Байбулдиндар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдары менән бүләкләнде, Илһам Хәннән улы Бөтә Рәсәй “Рәсәй күңеле” проектының 500 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булды.
Быйылғы уңыштарға килгәндә, мәҙәниәт һарайы артистары Гөлфирә Бәширова менән Фәнзил Ғәлин Ҡазанда уҙған Х халыҡ-ара йыр конкурсында ҡатнашып, эстрада йыры номинацияһында парлы "Ғәлиә һәм Заһир" йырын башҡарып, 2-се урын яуланы. Фәнзил Ғәлиндың тәүге концерты үтте.
Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең барыһы ла, шул иҫәптән урам йыйыштырыусылар ҙа, тырышып эшләйҙәр. Әммә һөнәри байрам уңайынан араларынан бер нисә хеҙмәткәрҙе билдәләп үтергә теләйем. Улар: Ҡадир Ишбулдин, Лена Рябова, Илшат Хәбибуллин, Айгөл Буранова, Сәйетбаба мәҙәниәт йортонан Рәүилә Йәнтүрина, Үтәк мәҙәниәт йортонан Рәзилә Ғиззәтуллина, Еҙем-Ҡарандағы М.Ғафури һәм Ҡаранйылғалағы Ж.Кейекбаевтың Йорт-музейҙары мөдирҙәре Рәсилә Нәжметдинова менән Римма Ишмырҙина, китапханасыларҙан йәш, тырыш Айгөл Кинйәбаева, “Ғафури-ТВ” директоры Артур Ғафаров һәм башҡалар.
Форсаттан файҙаланып, райондың мәҙәни өлкәһендә көс һалған барлыҡ ижади кешеләрҙе, коллегаларҙы, хөрмәтле ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләйем. Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаиләләренә именлек теләйем, күгебеҙ тыныс булһын. Кешеләр ауыл һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән мәҙәни сараларға күберәк йөрөһөн, тамаша залдары һәр ваҡыт тулы булһын ине, тигән теләктә ҡалам.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рәфис Рәшит улы. Ижади эшегеҙҙә уңыштар, артабан да халыҡтың мәҙәниәткә, сәнғәткә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, ең һыҙғанып эшләүегеҙҙе теләйбеҙ.

Улар тормошобоҙҙо йәмлерәк итә
Улар тормошобоҙҙо йәмлерәк итә
Улар тормошобоҙҙо йәмлерәк итә
Улар тормошобоҙҙо йәмлерәк итә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: