+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март , 13:00

“Ауылым – ҡәлғәм минең”

17 март - изге йома көнөндә Оло Үтәштә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә “Ауылым – ҡәлғәм минең” тип аталған матур сара уҙҙы. Был байрам ауыл халҡын ғына түгел, райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, ауыл биләмәләре башлыҡтарын, әүҙемселәрҙе һәм башҡа бик күп мәртәбәле, абруйлы ҡунаҡтарҙы үҙенә йыйҙы. Ошо уҡ конкурстың республика этабында ҡатнашыусы күрше Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылынан да ҡунаҡтар килгән ине.

“Ауылым – ҡәлғәм минең”
“Ауылым – ҡәлғәм минең”

Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алғандан һуң, барыһы ла ике яҡтан тирмә ҡуйылған асыҡ сәхнә эргәһенә үтте. Шунда уҡ ауыл оҫталары Розалия Таһирова, Алһыу Сөләймәнова, Зөлфиә Йомағолова, Үзбәк ауылы ағинәйҙәренең һоҡланғыс ҡул эштәренән ҡуйылған күргәҙмәне лә яратып ҡараны был сарала ҡатнашыусылар.
“Яугир ораны” исемле театрлаштырылған тамаша менән башланып китте сара. Майҡы бейҙең улы тыуа һәм шул айҡанлы йәйләүҙә ҙур байрам ойошторола. Тамашасылар йәйләүҙә, Майҡы бей тирмәһе алдында аҡһаҡалдар ултырыуын, ағинәйҙәрҙең тормош-көнкүреш мәшәҡәттәре менән мәшғүл булыуын тамаша ҡылды. Унда Майҡы бейҙең сапҡынсыһы һыбай килеп инеп, бер юлы ике шатлыҡ – береһе яуҙан улдарының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын һәм Майҡы бейҙең улы тыуыуын хәбәр итә. Шунда уҡ “Яугир ораны” йыры (Ҡадир Ишбулдин), “Батырҙар” бейеүе (Замир Тайсин, Илшат Хәбибуллин) башҡарыла.
Был тамашаны ҡарап, Оло Үтәш ауылы тарихы башҡорт халҡының үткәненең тәрән төпкөлөнә барып тоташыуын күҙалларға була. Тарихи яҙмаларҙан мәғлүм булыуынса, Майҡы бей - тарихи шәхес. ХIII быуаттың баштарында йәшәгән, Сыңғыҙ хандың замандашы һәм яуҙашы булған. Табын ырыуҙары үҙ ырыу башын Майҡы бей исеме менән бәйләгән. Табын ырыуы вәкиле Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев "Йәдкәр" китабына индерелгән тарихи-этнографик яҙмаһында Үтәш олатайҙың бер туғандары – Ҡолбаҡтыны һәм Яуышты телгә алған. Күренекле мәғрифәтсе, шағир һәм ғалим М.Өмөтбаев теркәп ҡалдырған ҡанун: “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу, өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү”. Ысынлап та, кешемен тигән кеше, нисек кенә булмаһын, үҙенең дә, халҡының да үткәнен барлап, бөгөнгө көн хәстәрлектәре менән йәшәй, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай. Үткәнен, тарихи тамырҙарын белгән халыҡ киләсәккә аныҡ пландар ҡороп, тормошта ныҡлы урын алып йәшәргә ынтыла. Ошо сараны ла күп көс һалып, тарихи сығанаҡтарға таянып эшләүҙәрен хупларға ғына ҡала.
Артабан сараны алып барыусылар Рәүилә Йәнтүрина менән Фәнзил Ғәлин сәхнә түренә ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы саҡырып, һүҙҙе уларға бирҙе.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүсе Ханты-Манси автономиялы округы - Югра башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, “Амикаро” һөнәри белем биреү уҡытыу-производство үҙәге” өҫтәмә һөнәри белем биреү шәхси учреждениеһы директоры, Ханты-Манси автономиялы округы - Югра хакимиәте эргәһендә милли мәсьәләләр буйынса координация советы ағзаһы Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәнбәтовҡа тәүге һүҙ бирелеп, ул үҙ сығышында: “Элек-электән башҡорт халҡы ауыл ерендә бер-береһенә ярҙам итеп, матур йәшәгән. Был конкурстың үткәрелеүе бик мөһим. Һуңғы йылдарҙа йәштәр Себер тарафтарына китә, ауылдар кәмеүгә табан бара. Ауылдарҙы үҙебеҙ күтәреп, юлдар һалып, саралар ойоштороп бергәләп йәшәһәк, ауылдар һүнмәҫ, йәштәр ҙә ҡалыр. Берҙәмлектә ошо конкурста еңеп сығыуығыҙҙы теләйем”, - тине.
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, республика “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева: “Мин үҙем Ишембай районы ҡыҙымын, шуға ла ғафуриҙар менән ерҙәш тә, яҡташ та булып, бер тулҡында, рухи көйләнештә йәшәйбеҙ, беҙҙә яҡынлыҡ бар. Мин журналист булараҡ ауылдарҙың йәшәйешен яҡшы аңлайым. Ауылдарға ябырылған бәләләр, проблемалар күп булды. Әле шул тулҡындан сығып киләбеҙ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, ир-егеттәр ойоша. Беҙҙең бурысыбыҙ - айыҡ, аҡыллы, кәңәшле, һөнәрле, кәсепле булыу”, - тип сығыш яһаны.
Шағир, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәт Хәсән улы Юлдашев һәм уның тормош иптәше, журналист, шағирә РФ-ның һәм БР-ҙың Яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева (Искәндәриә) изге теләктәрен еткереп, илһамлы шиғырҙарын бүләк иттеләр.
- Бөгөн беҙ “Айыҡ ауыл” конкурсының һуңғы этабы сиктәрендә үткәрелгән сараға йыйылдыҡ. Әлбиттә, ошо конкурс йәһәтенән бик күп саралар уҙғарылды. Оло Үтәш ауылы республика кимәлендә еңеү яулап, “Айыҡ ауыл” статусын алып, айыҡ тормош менән ошо эште дауам иткәндә генә ҡуйған маҡсатыбыҙға өлгәшәсәкбеҙ. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы һәм үҙемдең исемдән берҙәм булып, Ғафури районын данлап ошо сараларҙы үткәреүҙә ярҙам иткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, мәктәп коллективына, “Ағинәйҙәр”гә һәм бөтә ошо ауылдағы әүҙем йәшәйеште алып барған кешеләргә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. 25 апрелдә ошо эштәрҙең һөҙөмтәһе булараҡ “Айыҡ ауыл” статусын биреүҙәрен көтөп ҡалабыҙ, - тине сығыш яһап район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова һәм шунда уҡ күптән түгел үткән беҙҙең ерлеккә генә хас “Балыҡ тотоу” конкурсының еңеүсеһе Нурислам Зәйнуллинға күсмә кубок, 1-се урын алған Наил Әһлиуллинға, 2-селекте яулаған Әнүр Бәшәровҡа, 3-сө урынға сыҡҡан Илшат Таһировҡа Маҡтау грамотаһы һәм бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ йәмәғәт эшендә һәм мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан Гүзәл Әһлиуллина, Гөлсәсәк Рахманғолова, Зәйтүнә Кинйәбаева, Илшат Шәрипов, Фирҙәүсә Ғәзизова, Алһыу Сөләймәнова, Гөлшат Рахманғолова, Гөлнәзирә Ғәлина, Дания һәм Рима Лоҡмановалар, Гөлнур Шәйәхмәтова, Денира Биктимерова, Гүзәл Шафиҡова, Илдар Әбделмәновты муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов еңеүгә дәғүә итеүселәргә теләктәрен еткереп: “ Беҙҙең районда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәйбәт эшләп килә, ошо конкурста ла еңеп сыҡһаҡ, беҙ бар ерҙә лә беренсе буласаҡбыҙ. Егеттәребеҙ тиҙерәк махсус хәрби операциянан ҡайтып, ошолай бергәләшеп ҡайнашып эшләргә һәм йәшәргә яҙһын”, - тине һәм БР Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын Фларит Шәрипов, Гүзәл Әбделмәнова, Миләүшә Әминева, Альбина Кинйәбаева, Гүзәл Ишкинаға тапшырып үтте.
Бик күптәр Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенең Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаттарын алып шатланды. Бына шундай әүҙем, берҙәм халыҡ йәшәй Оло Үтәштә. Артабан сараны йыр-моңло сығыштар биҙәне. Оло Үтәштең үҙенә генә атап Рәзит Хәсәнов һүҙҙәренә, яҡташыбыҙ, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәмил Ғимрани ижад иткән “Иманлы Үтәш” йыры Фәнзил Ғәлин башҡарыуында барыһының күңеленә хуш килде. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Азамат Тайыпов, Гөлфирә Бәширова, Фәнзил Ғәлин, Ҡадир Ишбулдин, Юлай Аҙнағоловтың һәм Фәнзил Урманшин, Гөлфирә Ғәлина, Фәнил Йәнтүриндың моңло йырҙарын, сағыу “Самауыр” бейеүен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Теләүселәр шунда уҡ тирмә эсендә самауыр сәйе менән һыйланды.
“Айыҡ ауыл” конкурсының һуңғы этабы тамам. Оло Үтәш ауылы был конкурста ҡатнашып, айыҡ тормош алып барып, матур йәшәп булыуын күрһәтте, халыҡ ҡулға-ҡул тотоношоп тағы ла ойошҡан, берҙәм булып йәшәргә ынтылыш алды. Иң мөһиме – бөтә изге башланғыстарға оло йәштәгеләр фатиха биреп, йәштәр дауам итеүен, ауылда балалар тауышы яңғырап тороуын һәм еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ. “Киләсәктә беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ”, - тип таралышты был саранан ауыл халҡы.

“Ауылым – ҡәлғәм минең”
“Ауылым – ҡәлғәм минең”
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в