Оло Үтәш ауылындағы балалар баҡсаһы башланғыс мәктәп менән бер бинала урынлашҡан. Баҡсаға бөгөнгө көндә 7 йәшкә тиклемге 6 бала: бер туғандар Айзилә менән Авзал Әбделмәновтар, Илнара Рафиҡова, Мәрйәм Ғәлимова, Дәриә Ғәйнуллина, Риназ Алтынсурин йөрөй. Кескәй генә тәрбиә усағы таҙа, йыйнаҡ. Сабыйҙар оҙон көн буйы рәхәтләнеп уйнаһын, ял итһендәр өсөн шарттар булдырылған. Уйын бүлмәһендә төрлө-төрлө матур, сағыу уйынсыҡтар, араларында әкиәт геройҙары ла бар. Тәрбиәсе Гөлсәсәк Кәрим ҡыҙы Рахманғолова, тәрбиәсе ярҙамсыһы-ашнаҡсы Миләүшә Самат ҡыҙы Әминева һәм Гүзәл Ғиндулла ҡыҙы Әбделмәнова балаларҙың һәр көнө мауыҡтырғыс үтһен, үҙҙәрен бәхетле тойһондар өсөн барыһын да эшләй. Уйнау, йоҡо бүлмәләре, ашханаһы ла бар. Кәштәлә балаларҙың ҡағыҙҙан, пластилиндан эшләнгән ижад емештәре - ҡул эштәре урынлаштырылған, төрлө күргәҙмәлектәр ҙә етерлек. Ата-әсәләр өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр эленгән.
- Башланғыс мәктәп бинаһы - 1995 йылда, ә балалар баҡсаһы киләһе йылына асылды. Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгәс, һәр сараны, байрамдарҙы мәктәп менән берлектә ойошторабыҙ, йәмәғәт эштәрендә, төрлө район, республика сараларында бөтә коллектив менән ҡатнашабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдашыбыҙ Ревил Башаровҡа һәм яҡташтарыбыҙға кәрәк-яраҡтар, башалтайҙар бәйләп ебәрҙек, - тиҙәр.