+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2023, 16:25

Аңлатыу эше ыңғай һөҙөмтә бирә

Район хакимиәте эргәһендә төҙөлгән махсус комиссияның Профилактика көнө сиктәрендә районыбыҙ ауыл биләмәләрендә ауыр, имен булмағандар иҫәбендә торған ғаиләләр менән осрашыуҙары – күсмә ултырыштар үткәрелеп килә. Күптән түгел ошондай сара Имәндәш ауыл биләмәһендә үтте.

Аңлатыу эше ыңғай һөҙөмтә бирә
Аңлатыу эше ыңғай һөҙөмтә бирә

Күсмә ултырышты комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова алып барҙы. Уның эшендә бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия, мәғариф бүлеге, үҙәк район дауаханаһы, эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса төркөмө, “Ғаилә” үҙәге вәкилдәренән торған комиссия, шулай уҡ биләмәләге мәктәптәрҙән бер нисә уҡытыусы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Комиссия алдына тәүгеләрҙән булып Имәндәш ауылынан килгән бәлиғ булмаған өс бала (2011, 2015, 2016 йылғылар) атаһы 1974 йылғы И.У. саҡырылды. Ҡатыны ете йыл элек мәрхүмә булған, балаларын яңғыҙы ҡарай. Һәр кем өлгө алырлыҡ етеш тормошта йәшәй, донъяһын бынамын тигән итеп көтә, әммә ваҡыты-ваҡыты менән хәмер ҡолона әүерелә. Ярай ҙа, үҙе эсеп йөрөгәндә күршелә йәшәгән атай-инәһе балаларын ҡарай. Иргә эсеүенән бөтөнләй арынырға, йә булмаһа дауаланырға, өйләнергә кәрәклеге әйтелде.
- Әҙерәк бер сама эсеүенән арынғас, дауаланырға үҙем алып барам, - тип ышандырҙы Ә.Ноғайғолов.
Ошо уҡ ауылдан Р. менән Ә.Т.-ларҙың биш балалары, өсәүһе уртаҡ, ә икәүһе – ир кешенең балалары. “Байрам итергә” яратыусы атай-әсәйҙән (әсәй кеше бер нисә көн өйөнә ҡайтмай юғалып, эсеп йөрөй) балаларын айырып алып китеп, Табындағы балалар приютына урынлаштырған булғандар. Әммә башҡа эсмәүҙәрен, балаларын ҡайтарыуҙарын үтенгәс, хәлдәренә инеп, кире ғаиләгә ҡайтарғандар. Тағы ла бер шундай хәл ҡабатланһа, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителәсәктәре тураһында иҫкәртелделәр.
Юрмаш ауылынан ирле-ҡатынлы 1977 йылғы С. менән 1981 йылғы О.Н.-дар бәлиғ булмаған дүрт бала (2010, 2013, 2018, 2020 йылғылар) тәрбиәләйҙәр. Матур итеп өр-яңы йорт һалғандар, мал-тыуар аҫрайҙар, өйҙәрендә бөтә уңайлы шарттар булдырғандар. С. үҙенең насар ҡылығы өсөн комиссия ағзаларынан ғәфү үтенеүҙән бушаманы. Икеһе лә эскелек менән мауыҡҡаны өсөн комиссия ултырышына саҡырылғандар. Улар бындай ултырыштарға тәүгеһенән генә саҡырылмай. Икеһенә лә дауаланырға кәрәк, тигән ҡарарға килде комиссия ағзалары. Үҙәк район поликлиникаһының психолог һәм наркология кабинетына килергә ҡушылды.
Таш-Аҫты ауылынан Г.З. күмәк - алты бала (иң өлкәненә – 9, иң кесеһенә 3 йәш) әсәһе. Бер ҡайҙа ла эшләмәй, эскелек менән мауыға, ауыл хакимиәтендә имен булмаған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ иҫәпкә ҡуйылған. 33 йәштә генә булһа ла хәмер ҡолона әйләнгән ҡатын бер нисә көн өйөнә ҡайтмай, эсеп йөрөй. Ире эсмәй, ҡатыны эсеп йөрөгәндә донъяны үҙе көтә, балалары ла уның ҡарамағында була. Г.-ның эсеүен ташларға уйламауын, бының нисәмә йылдар дауам итеүен һәм бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмауын билдәләп, уны өс айға реабилитация үҙәгенә ебәреп, дауаларға кәрәк, тигән ҡарарға килде комиссия ағзалары.
Некрасовка ауылынан Г. менән И.Б.-лар күмәк - дүрт баланың (2016, 2018, 2021, 2022 йылғылар) ата-әсәһе, бишенсеһен көтәләр. Йыш ҡына эсеү менән мауығалар, береһенән-икенсеһе бәләкәй сабыйҙарын 1-се класта уҡыған ҡыҙҙарына ҡалдырып, машиналарына ултырып, кәйеф-сафа ҡорорға сығып китәләр. Ҡатындың да эсеүендә ире ғәйепле булыуын билдәләнеләр. “Йә айнығаһығыҙ, йә балаларығыҙҙы алып китәбеҙ, һуңғы тапҡыр киҫәтеү яһайбыҙ. Балаларығыҙҙы икенсе ғаилә алыуын теләмәһегеҙ, донъя көтөгөҙ, балаларығыҙҙы үҙегеҙ ҡарағыҙ, урам буйлап сабып эсеп йөрөү, ул дүрт балалы атай-әсәйгә төҫ түгел, балаларығыҙҙы үҫтерегеҙ, уларға атай ҙа, әсәй ҙә кәрәк. Уйланығыҙ, балаларығыҙҙы йәлләгеҙ, тапҡанһығыҙ икән, матур итеп тәрбиәләгеҙ, - тине Г.Байдәүләтова. И.-ға дауаланырға барырға тәҡдим ителде.
Имәндәш ауылындағы күсмә ултырыштан һуң, шундай һығымтаға киленде – имен булмаған, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе комиссия алдына саҡырып, улар менән һөйләшеү, аңлатыу эше алып барыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Профилактик сараларҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк.

Аңлатыу эше ыңғай һөҙөмтә бирә
Аңлатыу эше ыңғай һөҙөмтә бирә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: