Башта Ирек Хәйервара улы Рәсәй Федерацияһы Геройы Фәрүәт Яҡуповтың тыуған ауылы Бурлыла Герой исемендәге мәктәптә уҡыусылар, һеңлеһе менән осрашты, Герой бюсына сәскәләр һалды. Фәрүәт Абдулла улының һәм күптән түгел мәрхүм булған атаһы Абдулла Хәмзә улының ҡәберҙәренә зыярат ҡылды. Артабан Ирек Сәғитов Красноусолда район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, "Корунд" ЯСЙ-е директоры Игорь Иҡсанов, рес-публика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының биналарҙы, ҡоролмаларҙы файҙаланыуға тапшырыу һәм инфраструктура үҫеше идаралығының бүлек начальнигы Артур Яҡупов, урындағы янғын һағы хеҙмәте етәксеһе Вадим Отмахов менән берлектә районда иң мөһим объекттарҙың береһе булған һәм быйыл көҙгә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған янғын-ҡотҡарыу депоһының төҙөлөш барышын ҡараны. Подрядсы ойошма директоры И.Иҡсанов менән ағымдағы мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшерҙеләр. И.Сәғитов төҙөлөштөң бик яҡшы темпта барыуын билдәләне, төҙөлөш бригадалары үҙ эштәрен тиҙ һәм сифатлы башҡарыуын, һөҙөмтәһе күҙгә күренеп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан И.Х.Сәғитов “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов иҫтәлегенә (тыуыуына - 65 йыл) арналған республика милли көрәш чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты. Бында ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп, йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр менән, сәк-сәк һәм ҡымыҙҙан ауыҙ иттереп, ҡаршы алдылар.
Республика кимәлендәге мәртәбәле сараны тантаналы асыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, БР спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, БР “Көрәш һәм билбаулы көрәш спорт Федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Вәкил Ильясов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, тренерҙар, көрәш спорты ветерандары, районыбыҙҙың хәрби бәрелештәр ветерандары ҡатнашты.
Был юлы бәйге республикабыҙҙың 20 район-ҡалаһынан 100-ҙән ашыу көрәшсене йыйҙы.
Чемпионат Балалар ижады үҙәгенең “Ғафури барабансылары” ижади берекмәһендә шөғөлләнеүсе барабансылар маршы менән асылды. Барабандар маршы аҫтында Башҡортостан һәм Рәсәй флагтарын тотҡан йәш армеецтар залға үтә, уларҙы башҡа армеецтар оҙата бара.
Алып барыусылар көрәшселәрҙең район-ҡалаларын атай һәм командалар теҙелеп залға үтә: Ауырғазы, Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Ғафури, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Фёдоровка райондары, Өфө, Ишембай, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский ҡалалары, Мәләүез ҡала һәм районы.
Тәүге һүҙ вице-премьер Ирек Сәғитовҡа бирелеп, ул сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да сәләмләне һәм Бурлы ауылында тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡуповтың тормош юлы менән таныштырып, ғорурланыуын белдерҙе.
- Фәрүт Яҡупов бар малайҙар кеүек мәктәптә белем ала, спорт менән шөғөлләнә. Ҡораллы Көстәр сафына алынып, 1983-1985 йылдарҙа Афғанстан биләмәһендә хеҙмәтен тултыра. Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, үҙенең яҙмышын Ватанға хеҙмәт итеүгә арнап, погондар кейә һәм Мәскәү өлкәһе Эске эштәр идаралығының ОМОН-ы, һуңынан махсус тиҙ реакция отрядында (СОБР) хеҙмәт итә. Фәрүәт Яҡуповҡа лайыҡлы тәрбиә биргән ата-әсәһе алдында түбәнселек менән баш эйергә кәрәк. Бөгөн Фәрүәт Абдулла улының батырлығы өлгөһөндә Ғафури районынан һәм республиканан махсус хәрби операцияға саҡырылған егеттәр үҙ бурыстарын намыҫ менән лайыҡлы үтәй, уларға баш эйеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, - тине Ирек Хәйервара улы. - Спортҡа килгәндә, ул республикала төрлө йүнәлештәр буйынса ла бик йылдам үҫешә, бик күп спорт объект-тары төҙөлә, 2024 йылда Өфөлә иң яҡшы Көрәш һарайы (Рәсәй биләмәһендә тиңе булмағанса) төҙөү планлаштырыла. Бөгөнгө чемпионат еңеүселәре артабан Рәсәй чемпионатында республика данын яҡлаясаҡ, уңыштар һеҙгә, иҫәнлек-һаулыҡ, - тигән теләктә ҡалды И.Сәғитов. Һәм бер төркөм алдынғыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов көрәш бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың барыһын да тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.
- Һеҙҙе Ғафури ерендә сәләмләүебеҙгә бик шатмын. Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов иҫтәлегенә милли көрәш бәйгеләре йыл да, дүртенсе йыл рәттән беҙҙең районда үткәрелеүе айырыуса һөйөнөслө. Милли көрәште үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлеүҙәре өсөн Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировҡа һәм Хөкүмәт етәкселегенә, шулай уҡ И.Х.Сәғитовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Шулай уҡ райондарҙа ярыштар үткәргән, һәр ваҡыт беҙҙең менән булған Вәкил Ильясовҡа, ошондай спорт сараларын үткәрергә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән “Өфө Статус” ЯСЙ-е генераль директоры Роберт Әнүәр улы Йосоповҡа рәхмәт әйтеп үткем килә. Ә инде көрәшселәргә уңыштар теләйем, - тип тамамланы үҙ сығышын Ф.Сыңғыҙов.
БР спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина министр Руслан Хәбибовтың сәләмен һәм тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Чемпионаттың БР Спорт министрлығының 100 йыллығы сиктәрендә үтеүе лә бик ҡыуаныслы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, билдәрен һынаусыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.
БР “Көрәш һәм билбаулы көрәш спорт Федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Вәкил Ильясовҡа һүҙ бирелеп, был ярышта еңеүселәр 29-30 апрелдә Ҡазан ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатында республика данын яҡлаясаҡтарын билдәләне һәм район хакимиәте башлығына, сараны ойоштороп уҙғарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа һәм уның урынбаҫары Г.З.Байдәүләтоваға, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Ш.Ш.Хәкимовҡа Рәхмәт хаттары, республика район-ҡалаларынан спорт тренерҙарына ветеран билдәләре тапшырып үтте.
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, ғафуриҙар сараға ныҡлы әҙерләнгән. Урындағы медицина, полиция хеҙмәткәрҙәре уяулыҡты юғалтманы, сараны район мәҙәниәт һарайы артистары ойошҡанлыҡ менән алып барҙы.
Район мәҙәниәт һарайының “Эксклюзив” өлгөлө хореография коллективының, Илшат Хәбибуллин менән Тимур йәнешевтың “Генерал Иғзаҡов” бейеүҙәре, Ҡадир Ишбулдиндың “Яугир ораны” йыры бәйгеселәргә сәмләнеп бил һынашыуға көс-ҡеүәт өҫтәгәндер.
Бәйгегә старт бирелгәс, бәйгеселәр келәмгә сыҡты. Ҡатнашыусылар күп булғанлыҡтан, ҡыҙыл һәм йәшел көрәш кейемендәге, билдәренә шундай уҡ билбау бәйләгән көрәшселәр ике келәмдә көс һынашты. Көрәш 2004 йылғылар һәм унан өлкәнерәк йәштәгеләр араһында 60, 65, 70, 75, 80, 85, 90, 100, 130 кг-ға тиклемге, 2005-2006 йылғылар 60, 70, 80, 90, 100 кг-ға тиклемге ауырлыҡ үлсәмдәрендә барҙы. Егеттәр бер-береһенә бил бирмәҫкә тырышып, сәмләнешеп көрәште. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса бик күп район-рес-публика, Рәсәй, донъя чемпионаттарында призлы урындар яулаған беҙҙең райондан берҙән-бер көрәшсе - Үзбәк ауылы егете Тимур Ҡолманов 130 кг-ға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге көрәш батырҙары араһында 2-се урын яулауға өлгәште. Ҡотлайбыҙ! 60 кг-ға тиклемге ауырлыҡ үлсәмдәрендә Стәрлебаш районынан Нур Собханғолов менән Арыҫлан Әлимғужин (Мәләүез ҡалаһы), 65-тә - Рамазан Ильясов (Өфө ҡалаһы), 70-тә – Марсель Фәйзуллин (Ишембай ҡалаһы) менән Дим Ишембәтов (Стәрлебаш), 75-тә - Денис Хәмитов (Дәүләкән районы), 80-дә – Алмаз Ҡәйүмов (Октябрьский) менән Руслан Дәүләтбаев (Баймаҡ ҡалаһы), 85-тә – Дим Хәйруллин (Өфө), 90-да – Айҙар Әхмәтов (Стәрлебаш) менән Азамат Абдуллин (Өфө), 100-ҙә – Илдар Моратов (Стәрлебаш) менән Нурислам Миңнияров (Мәләүез районы), 130-ҙа Өфө ҡалаһынан Илсур Ҡантимеров 1-се урындар яуланы. Еңеүселәр һәм призлы урындар яулаусылар Маҡтау грамоталары, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.
Көнө буйы барған бәйге эңер төшкәс кенә тамамланды. Көрәшселәр бер-береһен ҡотлашып, бәйгене ойоштороусыларға рәхмәтле булып, дуҫтарса, ҡәнәғәтлек менән таралышты.