Яңылыҡтар
15 Мая 2023, 11:00

Бәхет һуҡмағы буйлап 60 йыл

Ауылдың йәмен арттырып, уның күрке булып, йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәгән ғаилә парҙары һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо уята. Ҡурғашлы ауылының Сауҡаҡыуыш урамында йәшәүсе, уртаҡ яҙмыш һуҡмағында осрашып, бәрәкәтле ғүмер кисереүсе, тормош юлдарының сағыулығы менән айырылған Фируза менән Зөлфәр Ғәзизовтар ҙа ауылдаштары алдында оло хөрмәт-ихтирам яулап, татыулыҡ, тырышлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтә. 15 майҙа тап Халыҡ-ара ғаилә көнөндә улар тормош ҡороп йәшәүҙәренең 60 йыллығын – гәүһәр туйҙарын билдәләй. Әлбиттә, был һирәктәргә тәтегән бәхет.

Бәхет һуҡмағы буйлап 60 йылБәхет һуҡмағы буйлап 60 йыл
Бәхет һуҡмағы буйлап 60 йыл

Ғаилә башлығы Зөлфәр Ғәзизов 1938 йылда районыбыҙҙың Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолҡан ауылында Ҡәнифә Мырҙабай ҡыҙы менән Муса Һәҙиәтулла улы Ғәзизовтарҙың ете балалы (биш ҡыҙ, ике малай) ғаиләһендә алтынсыһы булып донъяға килә. Ә 1941 йылда Дүртөйлө районының Көшөл ауылында ғаиләлә дүрт бала араһында иң кесеһе булып тыуған Фируза Фәйзрахман ҡыҙына үкһеҙ етемлектә үҫергә һәм балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килә. Һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа алынған атаһы 1942 йылда һәләк була, киләһе йылына әсәһе вафат була. Мәктәп тамамлаған ҡыҙ Бөрө медицина училищеһына фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. 1962 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Ғафуриға эшкә ебәрелә. Бында килгәс иһә райондың баш табибы төпкөлдәге, хәҙер инде бөтөүгә дусар булған Ләмиән урман ауы-лына фельдшер-акушер итеп эшкә тәғәйенләй. Әммә бында медпункт булмай сыға, урман пункты контораһының бәләкәй генә бер бүлмәһендә эш башлай йәш белгес. Тора-бара уны медпункт итеп үҙгәртеп ҡоралар. 1975 йылда яңы ФАП бинаһы төҙөлөп, медицина хеҙмәткәренә уңайлы шарттар булдырыла. Ғаилә ҡороп, Ҡурғашлыға күскәс, был ауылдан тыш, күршеләге Сик-йылға, Үрге һәм Түбәнге Төкөн ауылдарын да беркетеп ҡуялар. Сирлеләрҙе медпунктта ғына ҡабул итеп ултыра алмай фельдшер, ауылдар араһын әҙ тапарға тура килмәй йәш ҡыҙға, хатта төндә лә саҡырыу буйынса юлға сыҡҡан саҡтары йыш була. Халыҡ меңдән ашыу, балалар ғына биш йөҙләп, уларҙы даими контролдә тоторға кәрәк. Ул замандарҙа тыуым да юғары була. Кисектергеһеҙ мәлдәрҙә сабыйҙарҙың кендек әсәһе булырға ла тура килә фельдшер-акушерға.
Ғәзизовтар ғаиләһе иһә Ҡолҡандан Ләмиәнгә күсеп йәшәй. Армия хеҙмәтенә тиклем Зөлфәр Муса улы тиҫтерҙәре менән урмансылыҡта эшләй һәм хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та бәхет эҙләп, ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй, ең һыҙғанып урман эшенә тотона. Өҫтәүенә, һылыулығы менән әсир иткән фельдшер ҡыҙға йән атып йөрөй. Дүртөйлө ҡыҙы менән Ғафури егетен тап Ләмиән таныштыра һәм ҡауыштыра ла. 1963 йылдың 15 майында ике йәш йөрәк Красноусол ЗАГС-ында законлы никахҡа инәләр һәм гөрләп туй үтә. Өйләнешкәс, Ҡурғашлы ауылына күсенә Ғәзизовтар. Йәш ғаилә бында төпләнеп йәшәй, мөхәббәт емештәре булып дүрт балалары донъяға килә. Тәүҙә атай-әсәйҙәре менән бергә йәшәһәләр, һуңғараҡ айырым йорт һалып, башҡа сығалар.
-Ҡәйнәм менән ҡайным бик һәйбәт, изге кешеләр ине, йәндәре йәннәттә булһын, мин уларҙы әүлиәләр, тим, - ти Фируза апай, - сөнки туғыҙ йылға яҡын бергә тороп, бер ҡырын ҡараштарын да, ауыр һүҙҙәрен дә ишетмәнем. Үҙебеҙ эштә ваҡытта донъя көттөләр, балаларҙы ҡаранылар, ишле мал-тыуар, ҡош-ҡортто баҡтылар. Көнө буйы эштән, саҡырыуҙарҙан ҡайтып инә алмағанда, балалар ҡараулы булғанға, эшемде тыныс күңел менән башҡара инем, - ти 35 йыл ғүмерен ауылдаштары һаулығын һаҡлауға бағышлаған, хәҙер хаҡлы ялдағы медицина хеҙмәте ветераны хәтирәләргә бирелеп.
Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап, еңел булмаған яуаплы һөнәренең оҫтаһына әүерелгән төплө белемле Фируза Фәйзрахман ҡыҙы ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәләтле фельдшер булып таныла, фотоһүрәте райондың Почёт таҡтаһынан төшмәй. Заманында Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ә.Р.Ниғмәтуллиндың: “Ҡурғашлының профессоры бит һин”, тиеүе лә шул хаҡта һөйләй. Тырыш, ихтирамлы Ф.Ғәзизоваға ауылдаштары ышаныс күрһәтеп, бер нисә саҡырылыш район һәм ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар.
Зөлфәр Муса улы ла 40 йылдан ашыу ғүмерен еңел булмаған урман эшенә бағышлай. Башта урманда ағас әҙерләүселәр бригадаһында, һуңынан келәттә, ағас олонон тураусылар бригадаһы бригадиры булып эшләй. Тырыш хеҙмәте “Башлес”, леспромхоздың бихисап Маҡтау грамоталары, тиҫтәләрсә “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы“, “ХI биш йыллыҡ ударнигы” билдәләре менән баһаланған, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булған, 1993 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның да фотоһүрәте леспромхоздың Почёт таҡтаһынан төшмәгән.
Ғәзизовтарҙың балаларының барыһы ла үҫеп буй еткереп, тыуған ояларынан осоп сығып киткән. Үҙ тормоштары менән матур донъя көтәләр. Бөгөн Фируза апай менән Зөлфәр ағай алты ейән-ейәнсәрҙең, ете бүлә-бүләсәрҙең (Радмир, Азалия, Даян, Әмир, Артём, Марсель, Ренас) һөйөклө олатай-өләсәһе лә. Балаларының иң өлкәне - улдары Таһир килендәре Фәнүзә менән Стәрлетамаҡта йәшәй, Себер тарафтарында вахта ысулы менән экскаваторсы булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда. Бер улдың (Раян) атаһы һәм ике ейәндең яратҡан олатаһы. Илшаттары килендәре Лира менән Ҡурғашлыла төпләнгән, үҙҙәренә ут күрше булып йәшәйҙәр. Ағаһы кеүек Себер тарафтарында токарь булып эшләй. Ике улдары (Динис, Данил), ейән- ейәнсәрҙәре бар. Фәнүзә ҡыҙҙары Мәләүез ҡалаһында төҙөлөштә эшләй, бер улдың (Иршат) әсәһе, өс ейәндең һөйөклө өләсәһе. Иң кесеһе – Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында директор урынбаҫары булып эшләүсе Дилбәр – ғаиләһе менән Красноусолда төпләнгән, тормош иптәше Данил менән Розалина һәм Рушана исемле ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе.
Алты тиҫтә йыл иңгә-иң терәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, уртаҡ маҡсатлы, бер бөтөн булып тормош юлын үткән Ғәзизовтар туғыҙынсы тиҫтә йәштәрен ваҡлауҙарына ҡарамаҫтан, матур донъя көтәләр, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә күңел йылыһын тигеҙ өләшеп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп ғүмер итәләр. Балалары ярҙамдарынан ташламай, хәстәрлек күрһәтеп торалар. Икеһе лә ихласлығы, йомартлығы, яҡты йөҙҙәре, йылы ҡараштары, ҡунаҡсыллыҡтары менән туғандары араһында ихтирам яулағандар. Аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары оҫтаһы Фируза апай ҡунаҡҡа килгән ейән-ейәнсәрҙәрен тәм-томдары менән һыйлай. Китап уҡырға ярата, ауыл китапханаһының даими китап уҡыусыһы ла ул.
60 йыл әҙ ғүмер түгел, шунса йылдарҙы йәшәр өсөн күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм тормош аҡылы кәрәк булған уларға. Бындай һынауҙарҙы улар кеүек бер-береһен ысын күңелдән яратҡан парҙар ғына йырып сыға алалыр. Артабан да бер-берегеҙҙең йән йылыһын тойоп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, һаулыҡта, тыныслыҡта, ҡартлыҡ бәхете кисереп, тиңлектә-тигеҙлектә, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә, ғаилә усағын һүндермәй, гәүһәр туйығыҙҙы билдәләп, муллыҡ туйығыҙҙы ла парлашып ҡаршыларға яҙһын!

Бәхет һуҡмағы буйлап 60 йыл
Бәхет һуҡмағы буйлап 60 йыл
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас