+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май , 18:40

Йәш волейболсылар оҫталарҙан өйрәнә

Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә, тигәндәй, 27 апрелдә Рәсәйҙең юғары “А” лигаһына ингән “Тархан” командаһы спортсы-волейболсылары юбилей сараһы сиктәрендә “Беҙ – Башҡортостан” оҫталыҡ дәресе менән Красноусолда булдылар.

Йәш волейболсылар оҫталарҙан өйрәнә
Йәш волейболсылар оҫталарҙан өйрәнә

“Урал” волейбол клубының 40 йыллығы айҡанлы масштаблы волейбол туры командаһы республикабыҙ ауылдары буйлап старт алды. “Урал” структураһына ингән “Тархан”дарҙың аралашыуҙы иң тәүҙә беҙҙең райондан башлауҙары юҡҡа түгел. Районыбыҙҙың йәш волейболсыларының уңыштары Красноусолдан ситтә лә билдәле.
“Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында райондың бик күп мәктәптәренән уҡыусы волейболсылар йыйылып, был спорт төрөн яҡшы белгән волейболсы ағайҙары уларға иҫ киткес “шоу” күрһәтте. Бында районыбыҙҙың алты командаһы - Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Имәндәш, Бурлы, Ҡауарҙы мәктәптәренән спорттың ошо төрөн үҙ иткән уҡыусылар тренерҙары, уҡытыусылары менән берлектә йыйылғайны.
Башта оҙон, еңел кәүҙәле “Тархан”сылар йәш дуҫтары менән танышып, бер аҙ пауза яһағандан һуң, улар программа буйынса балаларҙы күнекмәләр эшләтеп, уйын элементтарын дөрөҫ башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Шулай уҡ уйын алымдарын күрһәткән саҡта волейболға ҡағылышлы викторина һорауҙары бирелеп, дөрөҫ яуап биреүселәргә сувенир формаһында бүләктәр тапшырыла барҙы.
Осрашыуҙы тантаналы асыуҙа район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе һәм, йәш волейболсыларҙың тәжрибәле спортсылар менән аралашыуы файҙаға буласағына бәйләп, сығышын тамамланы.
“Тархан” волейбол командаһының баш тренеры Глеб Кашицын “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комп-лексында ҡунаҡсыл ҡаршы алыуҙарын билдәләп, волейбол менән шөғөлләнеү өсөн урындағы тәрбиләнеүселәрҙең талантлы, ҡыҙыҡһыныусан тренерҙары булыуын һәм бөтә уңайлыҡтар булдырылыуын, тап ошолар уңышҡа нигеҙ икәнен әйтеп үтте.
Күптән түгел республика беренселегенә үткән волейбол ярышында 16 йәшкә тик-лемге ҡыҙҙар араһында иң оҫта уйынсы булараҡ танылған Ангелина Әбелғатинаның Башҡортостан Республикаһы волейбол федерацияһы исеменән бүләкләнеүе лә шатлыҡлы тамаша булды.
Оҫталыҡ дәресе тамамланғандан һуң, 15 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында райондың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселегенә ярыш үткәрелеп, шунда уҡ йомғаҡ та яһалды. Көслө оҫталар баһалаған еңел булмаған уйында, алты команда араһынан беренселек Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһына бирелде. Был командала 2009 йылғы КБГИ ҡыҙҙары уйнай. Икенсе урын – имәндәштәрҙә, өсөнсөлөктө Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 2008 йылғы шөғөлләнеүселәре яуланы. Ҡауарҙы, Бурлы мәктәбе уҡыусылары саҡ ҡына ҡалышһалар ҙа, уларҙың үҙ көстәрен һынап ҡарарға батырсылыҡ итеп килеүҙәре лә ҙур баһаға тиң. Был көндө йәш волейболсылар “Тархан” волейбол клубы етәкселәре һәм уйынсылары менән аралашып, уйын серен асты, үҙҙәренә бик күп тәжрибә тупланы, өйрәнгән алымдар менән шунда уҡ сәмле ярыш уртаһында ла ҡайнаны.

Йәш волейболсылар оҫталарҙан өйрәнә
Йәш волейболсылар оҫталарҙан өйрәнә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в