+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2023, 10:30

Йәйләүҙәргә сығыр мәл етә...

16 май көндө Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһындағы эштәр барышы менән танышыу өсөн бында килеүгә ферма малдарын вакцинациялау мәленә тура килдек. Бында симменталь тоҡомло һыйыр малдары аҫрала. Ике ялан кәртәләге һыйырҙар, таналар һәм быҙауҙарға (2 айлыҡтан алып) эктопаразиттарға ҡаршы уколды ветфельдшер Рәсүл Йәрмөхәмәтов эшләй ине. Ул беҙгә эктопаразиттарға талпан, бет, бөрсә, таҫма селәүсендәр һәм башҡалар инеүе тураһында аңлатма ла бирҙе.

Йәйләүҙәргә сығыр мәл етә...
Йәйләүҙәргә сығыр мәл етә...

- Бындай планлы вакцинациялау сараһы йыл һайын яҙлы-көҙлө малдар көтөүгә сығыр алдынан уҙғарыла. Хәҙер һыйырҙар һауылмай, былтыр көҙҙән быҙауҙарҙы елендән айырмай, инәләре янында аҫрау ысулына күстек. Быҙауҙар инәләре янында булғас, ҡасан теләйҙәр, шунда имеп, “тамаҡ ялғайҙар”, шуға ла тиҙ үҫәләр һәм көрәйәләр. Өҫтәүенә, үҙҙәренә тәғәйенләнгән махсус япма аҫтына инеп, утлыҡсаларға һалынған бесәнде һәм башҡаһын ашап, аҡбур һәм тоҙ ялайҙар. Унда һыйырҙар инә алмай. Һауынсылар: фермала оҙаҡ йылдар алдынғылыҡты бирмәй эшләгән Әминә Мусина хаҡлы ялға сыҡты. Земфира Мансурова иһә эштән китте. Фермала һыйырҙар һаны 250 баш тирәһе, быҙауҙар 100-ләп баш. 35-ләп баш бер йәштән ҙурыраҡ үгеҙ малдары һимертеүҙә тора, улар айырым бинала аҫрала һәм көндөҙ ялан кәртәгә сығарыла. 5 нәҫел үгеҙе бар. Һыйырҙарға ла бесән, һәр баш малға 2 килограмм иҫәбенән, ә һимертеүҙәге малдарға 3 килограмм иҫәбенән фураж бирелә. Һаламды ялан кәртәгә һәм биналар эсенә малдарҙың аҫтына йәйергә рулон менән килтерәбеҙ. Һалам етерлек, көҙҙән ферма биләмәһенә күпләп килтереп өйөп ҡуйҙыҡ, - тип эштәр барышы менән таныштырҙы ферма мөдире Рәис Исламғолов.
Бөгөн һөтсөлөк фермаһында фуражсы булып эшләүсе, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бындағы эшкә бағышлаған Азат Ғафаров заманында ҡатыны Раушания менән быҙауҙар ҡараны, ә әсәһе Римма Ғафарова алдынғы һауынсы, ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаны. Малсылар Илдус Халиҡов менән Рәжәп Нафиҡов та тәжрибәлеләр һәм иң ҙур стажлылар иҫәбендә. Тап улар һәм фермала төрлө эштәр башҡарыусы Рәмил Мөхәмәтйәнов малҡайҙарҙы махсус урынға ҡыуып керетеп, вакцинация үткәреүҙә ярҙамлашалар ине.
- Был малдарға вакцинация үткәреп бөткәс, сират һимертеүҙәге, йәш таналарға, тыуса һыйырҙарға етәсәк. Вакциналауҙан һуң, барлыҡ малдарҙы көтөүгә сығарасаҡбыҙ һәм элекке йәйге лагерға күсереп (һимертеүҙә торған малдарҙан тыш), шунда йәйләйәсәктәр. Ә ферма биналары бушау менән, уларҙы ремонт эштәре көтә. Шулай булғас, йәй көнө беҙгә бигүк ял тәтемәйәсәк әле, - тине беҙҙең менән хушлашып мөдир.

Йәйләүҙәргә сығыр мәл етә...
Йәйләүҙәргә сығыр мәл етә...
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: