+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май , 10:45

Отҡорҙар уйынында

5-10 майҙа Красноусолда Еңеү көнөнә арналған район беренселегенә шахмат ярышы уҙып, унда 2008 йылғы һәм унан өлкән малайҙар, ҡыҙҙар ҡатнашты.

Отҡорҙар уйынында
Отҡорҙар уйынында

Сәмле ярышта барлығы 30 мәктәп уҡыусылары 8 турҙа, һәр йөрөш яҙыла барылған, 45+30 секундлыҡ контроль ваҡытҡа уйнанылар. Үҫмерҙәр араһында беренсе турҙа уҡ лидерҙар рәтенә сыҡҡан Тимур Мусин бөтә турҙа ла уңышлы уйнап, еңеү яуланы. Ҡыҙҙар араһында турнир таблицаһы буйынса беренселеккә уйын ҡыҙыу барҙы. Һәр саҡтағыса, уйын аҙағына финишҡа сығыусылар сәмләнеп уйнарға кереште. Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙар араһында ҡаршы яҡтың короленә оҫта ғына итеп мат ҡуйып, беренселекте Дарья Проценко бер кемгә лә бирмәне.
Зирәктәр уйынында 2008-2011 йылғы малайҙар араһында 1-се урын Тимур Мусинға, 2-се – Даниил Никифоровҡа, 3-сө - Иҙел Иҙрисовҡа, ҡыҙҙарҙан беренселек Дарья Ивановаға, икенсе урын Эльвина Әбелғужинаға, өсөнсө Алиса Тужиковаға бирелде. 2012-2013 йылғы малайҙарҙан 1-се урынды Даниил Садиҡов, 2-сене - Дмитрий Демченко, 3-сөнө – Даниэль Солтанғолов, ҡыҙҙарҙан беренселекте Дарья Проценко, икенсе урынды Руфина Закирова, өсөнсөлөктө – Аҡйондоҙ Нәзирова алды. 2014 йылғы һәм унан өлкәнерәк үҫмерҙәр араһында беренсе урынды Шамил Мусин, икенсене – Ғилемдар Хәмзин, өсөнсөлөктө Семён Семёнов яуланы. Уйында Айһылыу Кәлимуллина иң йәш шахматсы булараҡ билдәләнде. Был еңеүҙәрҙә Балалар ижады үҙәгенең шахмат буйынса тренеры Наталья Проценконың хеҙмәте лә әйтеп бөткөһөҙ ҙур.
Шахмат – аҡыл уйыны, төплө фекер йөрөтөргә өйрәтә. Шуға ла спорттың был төрөн һайлаусылар һәр саҡ бер нисә аҙымға алдан барыусылар тип тә иҫәпләнә. Был ярышта ла һәр уйынсының оҫта алымдары, етди уйнауы отҡорлоҡ уйынын тағы ҡыҙыҡлы итте. Сәмләнеп, ныҡышмал ярышҡан балаларҙың киләсәктә төплө аҡыл йөрөткән, ышаныслы кешеләр булып үҫеп, алғы һыҙыҡта барырҙарына өмөт ҙур.

Отҡорҙар уйынында
Отҡорҙар уйынында
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в