+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2023, 14:45

Йәш сәсәндәр сыҡты бәйгегә

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ... “Урал батыр” эпосы - башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина - ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста башҡорт халҡының асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.

Йәш сәсәндәр сыҡты бәйгегә
Йәш сәсәндәр сыҡты бәйгегә

12 май көнө Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында XXV төбәк-ара “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһенең зона этабы үтте.
районда үткәрелгән “Урал батыр “ эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында еңеүсе булараҡ, беҙҙең мәктәп уҡыусыларына был мәртәбәле конкурста район данын яҡлау бурысы ҡуйылды. Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле был конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.
Конкурс ике этапта барҙы.
I турҙа уҡыусылар “Урал батыр” эпосын яттан һөйләһә, II турҙа район-ҡалаларҙан килгән фольклор командалары халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөһө булған эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Был конкурста 9 райондан, 3 ҡаланан килгән 39 уҡыусы һәм 9 фольклор коллективы сығыш яһаны.
Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр “ Урал батыр” эпосын яттан һөйләү – республика конкурсының төп шарттарының береһе. Йәш сәсәндәр был һынауҙы бик уңышлы үтте. Улар жюри ағзалары һәм иптәштәре алдында сығыш яһап, юғары әҙерлекле булыуҙарын, оҫталыҡтарын күрһәтә алды. Балалар ҡобайырҙарҙан өҙөктәр сәхнәләштергән саҡта ла һәләттәрен бар яҡлап асып бирҙе. 6-сы класс уҡыусылары Илһам Рәхимов - Урал батырҙы, Рәдиф Вәлиев - Шүлгән образын, уларҙың аталары Йәнбирҙе ҡартты Тимур Йәноҙаҡов, Зәрҡүм образын Рушан Ишемйәров, ә инде Һомай образын 5-се класс уҡыусыһы Алиса Фәттәхова оҫта итеп башҡарҙы.
Йәш сәсәндәрҙең сығыштарын филология фәндәре докторы, фольклорсы-ғалим, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева етәкселегендә абруйлы жюри баһаланы. Шулай уҡ уҡыусыларға Розалия Солтангәрәева оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Унда конкурста ҡатнашҡан бөтә уҡыусылар ҙа теләп ҡатнашты. Р.Ә.Солтангәрәева эпосты нисек һөйләргә икәнлеген өйрәтте һәм эпостағы төрлө образдарға туҡталып, уларҙы уйнау нескәлектәрен аңлатты. Розалия Солтангәрәева уҙғарған оҫталыҡ дәресе уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла бик оҡшаны.
Мәртәбәле ярышта майҙан тоторға сыҡҡан Һомай кеүек сая ҡыҙҙар, Уралдай ҡыйыу егеттәр араһынан иң көслө йәш сәсәндәр призлы урындар яуланы. Шулар араһында беҙҙең мәктәптән Илһам Рәхимовтың булыуы бик шатлыҡлы. Ул районыбыҙ данын яҡлап, 3-сө урынға лайыҡ булды. Илһам үҙенең сығышын мәшһүр “Урал” көйөн ҡурайҙа уйнап башлап ебәреп, шунда уҡ жюри ағзаларының иғтибарын үҙенә йәлеп итте.
Конкурста ҡатнашҡан уҡыусылар Башҡортостандың ауыҙ-тел ижадын мәңгеләштереүгә үҙҙәренең дә ҙур өлөшөн индерҙе. Киләһе йылға бәйгегә килергә янып торған балалар яңы маҡсаттар менән таралышты.
Зилә ИҘРИСОВА,
Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Йәш сәсәндәр сыҡты бәйгегә
Йәш сәсәндәр сыҡты бәйгегә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: