+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2023, 17:50

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһындағы положениела үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы күләмен арттырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһындағы положениела үҙгәрештәр
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһындағы положениела үҙгәрештәр

Быға тиклем премиялар ике йылға бер тапҡыр тапшырыла һәм түләүҙең күләме 500 мең һум тәшкил итә ине. 2024 йылдан башлап, премияны йыл һайын тапшырыу ҡарала. Премияның һәр береһе 1-әр миллион һум күләмендә буласаҡ. Премиялар йәмәғәтселектә танылыу алған һәм Башҡортостандың художество мәҙәниәтенә тос өлөш индергән иң оҫта башҡарылған һәм иң үҙенсәлекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн тапшырыла. Премияға дәғүә итеүсегә түбәндәге документтар тапшырырға кәрәк: 1 - ойошманың премияға дәғүә итеүгә юлламаһы (үҙ үҙен күрһәткәндәргә - автор (авторҙар) юлламаһы. 2 - үҙ-үҙен күрһәтеү осраҡтарынан тыш, премияға дәғүә итеүгә авторҙы (авторҙарҙы) күрһәтеү тураһында ойошманың коллегиаль органы ултырышы протоколынан күсермә. 3 - әҫәр авторы (авторҙары) тураһында мәғлүмәт. 4 - әҫәр авторынан (авторҙарҙан) шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ. 5 - әҫәрҙең тасуирламаһы. 6 - әҫәрҙең аннотацияһы. Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында әҫәр хаҡында фекер алышыуҙар тураһындағы материалдарҙы һәм әҫәр хаҡында баһаламаны (булған осраҡта) беркетергә мөмкин. Документтарҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә: 450015, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18-се йорт, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, 16-сы бүлмә. Документтарҙы һәм материалдарҙы ҡабул итеү ваҡыты - йыл һайын 15 июндән 15 июлгә тиклем. Конкурста ҡатнашыуға рөхсәт алған әҫәрҙәрҙең исемлеге республиканың киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыға. 8 (347) 280 87 77 телефоны буйынса өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин. 

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһындағы положениела үҙгәрештәр
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһындағы положениела үҙгәрештәр
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: