Беҙҙең райондан Элина Урманшина, Айлина Дәүләтбаева, Алмаз Әхмәтйәнов (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары) һәм Павел Максимовтан (Красноусолдағы 3-сө мәктәп) торған “Ер хужалары” командаһы слётта уңышлы сығыш яһап, төп бүләк – Гран-при яуланы!
Команданы “Еҙем” тәбиғәт паркы директоры Азамат Мәхмүт улы Ибәтуллин һәм методист Ирина Ильяс ҡыҙы Вафина әҙерләне. Команда ағзалары үҙ мәктәптәрендә география, биология, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә төрлө конкурс, олимпиада еңеүселәре булып торалар.
Слёт программаһы бик тығыҙ, йөкмәткеле ойошторолған. Тәүге көндө командалар үҙҙәре менән таныштырҙы (“Визитка”), экологик викториналарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты. Икенсе көндө үҙҙәре әҙерләп алып барған фәнни-эҙләнеү эштәрен яҡланылар. Өсөнсө көн барыһы ла экологик өмәгә сыҡты, Ҡандракүлдең тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартты.
Республикабыҙҙың иң матур күлдәренең береһе янында уҙған сара тыуған төйәк менән танышыу, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йәһәтенән дә бик файҙалы булды.
З.СУФИЯНОВА.