+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2023, 15:35

Ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында

Йәмле май айы баштарында ҡаршыма осраған ҡатын мине туҡтатып: “Бөгөн акушерҙар көнө. Һин бит Фәнүзә Тимербулат ҡыҙын яҡшы беләһең, үҙ эшен шул тиклем һәйбәт белә, бына Өфө табиптары ул әйткәнде үк яҙып бирҙеләр, ниңә уның тураһында яҙмайһың?” - тигәс, уйланып ҡуйҙым. Был һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр әйтмәйҙәр. Һәр саҡтағыса, белгән кешең артҡы сиратҡа ҡала бара шул.

Ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында
Ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында

Хеҙмәт юлын гүзәл заттар һаулығына арнаған, Үҙәк район дауаханаһында өс тиҫтәнән артыҡ йыл ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушерка булып эшләгән Фәнүзә Тимербулат ҡыҙының май аҙағында тыуған көнө булыуын да хәтерләп, уның тураһында яҙырға булдым.
Районыбыҙҙың Байымбәт ауылында Фәрзәнә һәм Тимербулат Садиҡовтарҙың дүртенсе балалары булып тыуып үҫә ул. Бәләкәйҙән теремек, тырыш була. Апалары, үҙенән бер йәшкә генә оло Илдар ағаһы менән һәр эшкә ҡыҫылып, уртаһында ҡайнап йөрөр була. Өләсәй-олатаһы Үзбәк ауылында йәшәгәс, барыһы ла ундағы урта мәктәптә белем ала. Яҙғы ташҡындар, көҙгө бысраҡтар, күҙ асҡыһыҙ бурандар булһынмы, ауылына ҡайтмай ҡалмай. “Ата-йым ат менән ҡаршы алырға килә ине. Үҙе болотный итек кейеп, беҙҙе арбаға баҫтырып сығара торғайны. Бер-ике көнгә өләсәйҙәрҙә ҡуна ҡалһаҡ та була бит инде, юҡ, ҡайтабыҙ”, - ти ул ваҡытты әле көлөп иҫкә алып.
1987 йылда Үзбәк мәктәбен уңышлы тамамлағас, тура Стәрлетамаҡ медицина училищеһына барып, акушерлыҡ эше буйынса уҡырға керә йәш ҡыҙ. Ныҡышмал булғанлыҡтан, ошо һөнәрҙе теше-тырнағы менән йәбешеп өйрәнә ул. Практика ваҡытында, ваҡыт үткәнсе тип кенә түгел, нимәлер белеп ҡалырға уҡталып йөрөй. Диплом алғас, 1990 йылдың март айында Красноусолға йүнәлтмә буйынса килеп эш башлай. Фрунзе урамында йәшәүсе Фәүзиә әбейгә фатирға урынлаша. Эшендә бүлекте етәкләүсе табип Светлана Ғәзиз ҡыҙы булдыҡлы ҡыҙға һәр саҡ эште ышанып тапшыра. Фәнүзәнең дә тәүәккәл ҡарар ҡабул итә белеүе, белергә, эште өйрәнергә ынтылышы был һөнәрҙе төплө төшөнөргә ярҙам итә. Әсәйҙәргә күҙәтеү алып барыу, уларға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн табип менән кәңәшләшеп, ярҙам ҡулы һуҙыу төп бурысы булһа, төрлө яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашырға, уларға дөрөҫ кәңәш-йүнәлеш бирергә һүҙен дә, ваҡытын да йәлләмәй. Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы теркәлеү журналына ҡарап әсәйҙәрҙе һәр саҡ күҙ уңында тота. Ҡатмарлы хәлдәрҙә лә ауырыуға уңайлы юлын табырға тырыша. Ҡайһы саҡта һаулығына битараф ҡараған әсәйҙәргә етди ҡиәфәт менән асыуланып та аңлатырға тура килә шул. Ошо яуаплы ла, ауыр ҙа хеҙмәттең уртаһында йөҙөп, бар көсөн, тырышлығын һалып әле лә эшләүен дауам итә ул. Ҡасандыр бергә эшләгән тәжрибәле табип Светлана Шәрәфетдинова, шулай уҡ хеҙмәттәштәре Әсмә Кәлимуллина, Зинфира Фәтҡуллина, Фәнзилә Латипова менән хеҙмәт юлы үткән осорҙо ла һағынып иҫкә ала.
Хәҙер инде үҙ эшен төплө белгәс, “Сәләмәтлек поездары” менән сығып тикшереү үткәрергә лә ҡурҡып тормай. Сөнки ауырыуҙы алдан асыҡлау, ике яҡ өсөн дә отошло булыуын ул яҡшы белә. Медосмотр үткәргәндә үҫмер ҡыҙҙарҙың һаулығына ла етди ҡарарға тырыша Фәнүзә Тимербулат ҡыҙы. Улар ҡулында киләсәк быуын яҙмышы ята бит.
Ғаиләһендә иң кесеһе булғанлыҡтан, ата-әсәһенә төп таяныс булыу, уның бар теләге була. Улар иҫән саҡта ауылына аҙна һайын ҡайтып, йорт эштәрендә ярҙам итергә тырыша. Әсәһе мәрхүм булғас, атаһын үҙенә күсереп килтереп, уны ла матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата. Фәнүзә Тимербулат ҡыҙының етеҙлегенә, тырышлығына, уңған булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Аш-һыуға, бүлмә гөлдәре үҫтерергә лә маһир. Шул уҡ ваҡытта эскерһеҙ, алсаҡ, ғәҙел кеше лә. Алда ла туғандар, дуҫтар солғанышында, хеҙмәтең өсөн рәхмәт һүҙҙәренә күмелеп, шулай был тормошҡа нур бөркөп, йәм биреп йәшәргә яҙһын. Был донъяла йәшәйбеҙ икән, юҡҡа түгелдер бит.

Ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында
Ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: