+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2023, 13:50

Башҡортостан Башлығы Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһенең абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты

Йома, 26 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә 28 майға тиклем барған «Китап байрамы» беренсе халыҡ-ара китап йәрминкәһенең абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты. Осрашыуҙа Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов, илдең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев һәм Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһенең абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһенең абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы ҡунаҡтарға мәҙәни фестивалдә ҡатнашыуы өсөн рәхмәт әйтте.

«Һеҙҙе Башҡортостанда күреүемә бик шатмын. «Китап байрамы»на саҡырыуыбыҙҙы ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Рәсәй өсөн, барыбыҙ өсөн изге ғәмәл ҡылабыҙ тип уйлайым, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Беҙҙең фестивалдең идеяһы Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмәһе проектын тикшереү барышында килеп тыуҙы. Беҙ халыҡта китапҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн ошо форматты киңәйтергә булдыҡ. Проектты хуплағаны өсөн республикабыҙҙың Яҙыусылар союзына бик рәхмәтлемен».

Абруйлы ҡунаҡтар китап фестивалендә ҡатнашырға саҡырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов «Китап байрамы» йәрминкәһенең әһәмиәтен юғары баһаланы.

«Был уникаль күргәҙмә — Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн китапҡа ҡарата мөнәсәбәт формалашыутырыуҙың сағыу миҫалы. Республика етәкселегенә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзына ошондай сара ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәм, — тине ул. — Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тырышабыҙ. Яҙыусыларығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ ижади аудитория өсөн бик мөһим».

Николай Иванов шулай уҡ республикала Рәсәй Яҙыусылар союзының 2023 йылдың ноябренә билдәләнгән күсмә пленумын үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров ошондай сараны ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһенең абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһенең абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: