+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2023, 11:10

Эшҡыуарлыҡ - иҡтисад терәге

Бөгөн, 26 майҙа Рәсәй эшҡыуарлығы көнө билдәләнә. Районыбыҙҙы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтан башҡа баһалауы ҡыйын. Тап эшҡыуарҙар халыҡҡа иң күп эш урындары тәҡдим итә, районға социаль-иҡтисади файҙа килтерә. Рәсәй эшҡыуарлығы көнө уңайынан район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Рәмил Рафаил улы, 2022 йылда районыбыҙ эшҡыуарҙарының эшмәкәрлеге нисек булды?
- 2023 йыл башына Ғафури районы буйынса Берҙәм дәүләт реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, 574 эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. 2022 йыл менән сағыштырғанда 6 процентҡа кәмеүе күҙәтелде (2021 йылда уларҙың һаны 611 ине). Уларҙың һаны кәмеүе тәү сиратта махсус һалым режимына күсеү (“үҙмәшғүлдәр”) менән бәйле булды. Икенсе сәбәп - Украиналағы ваҡиғалар менән бәйле санкциялар ҡабул итеү, халыҡтың килеме һәм продукцияларға һорауҙың кәмеүе сәбәпле эске сәйәси хәлдәрҙең киҫкенләшеүе менән иҡтисади йәһәттән тотороҡһоҙлоҡ. Өсөнсө сәбәп булып отчёттарҙы үҙ ваҡытында тапшырмау һөҙөмтәһендә Һалым реестрынан төшөрөп ҡалдырыу торҙо.
Кесе эшҡыуарлыҡ иҡтисади эшмәкәрлектең төрлө тармаҡтарын солғап алды. Эшҡыуарҙарҙың күпселеге күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһендә (38,9%), ауыл хужалығында – 15,5%, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүҙә – 8,9%, йәмәғәт туҡланыуында – 3,7%, төҙөлөштә – 5,8%, етештереү эшмәкәрлегендә – 9,9% мәшғүл, туризмға 1,7 процент тура килә.
2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата райондың барлыҡ предприятие һәм ойош-маларында барлығы 6048 кеше эшләп йөрөһә, шуларҙың 3039-ы (50,2%) кесе эшҡыуарлыҡ тармағында шөғөл тапҡан (2021 йылда – 48,2%).
- Район хакимиәте тарафынан эшҡыуарҙарға ярҙам йәһәтенән нимәләр эшләнә?
- Йылдың-йылы районыбыҙҙа эшҡыуарҙарға ярҙам буйынса муниципаль программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтелә. Һуңғы өс йылда 32 эшҡыуар дөйөм 7,3 млн-дан ашыу һумлыҡ субсидия алды.
2022 йылда был программа сиктәрендә урындағы бюджеттан 420 мең һум, ә рес-публика бюджетынан 260 мең һум аҡса бүленде. 5 эшҡыуарға финанс ярҙамы күрһәтелде. 2023 йылда урындағы бюджеттан финанслауҙы 735 мең һумға еткереү планлаштырылды.
Бынан тыш, эшһеҙ граждандарға Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, үҙ эшен асыуға 150 мең һум аҡса алыу мөмкинлеге бар. Былтыр был ярҙамды бер кеше алды.
Районда социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк граждандарға үҙ бизнесын булдырып үҫтереүгә 250 мең һум аҡса бүленә. 2022 йылда был йүнәлеш буйынса 15 кеше дөйөм 3,7 млн һум күләмендә финанс ярҙамы алды. Быйыл ярҙам суммаһы 350 мең һумға еткерелде.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам йәһәтенән район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тарафынан аҙна һайын уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Унда барлыҡ, шул иҫәптән районға инвес-тициялар йәлеп итеү кеүек һәм башҡа мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелә. 2022 йыл буйына ошондай 42 кәңәшмә уҙғарылып, йәмғеһе 83 инвестиция проекты ҡаралды, дөйөм суммаһы 900 млн һум тирәһе. Бөгөнгө көндә уларҙың 23-ө (550 млн һумға иҫәпләнгән) тормошҡа ашырылыу өҫтөндә. Дөйөм суммаһы 700 млн һумлыҡ булған 8 проектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Улар араһында иң ҙурҙарҙан Родина ауылында ҡош фабрикаһын үҙгәртеп ҡороу һәм реконструкциялау, әҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү, Таш-Аҫты ауылы янында “Еҙем ял биләмәһе” отелен асыу, Үзбәк ауылында йылҡы малы үрсетеү фермаһы булдырыу, “Еҙем” паркында ҡунаҡ йорттары төҙөү, “Ғафури һөтө” һөт эшкәртеү цехы асыу.
Республикала 2021 йылдан “Атайсал” проекты тормошҡа ашырылып, уның сиктәрендә ҡала-ауылдарҙан сыҡҡан уңышлылар үҙҙәренең йәнтөйәктәренә ярҙам итә. Ғафури районынан порталда 148 проект теркәлеп, уның 119-ы (9 млн һумдан ашыу суммала) тормошҡа ашырылған. 2022 йылда 7 млн һум суммала 97 проект тормошҡа ашырылған. 2023 йылда планда - проекттарҙы 300-гә еткереү.
- Яңы башлаған эшҡыуарҙарға эш шарттары булдырыу буйынса күсемһеҙ милек мәсьәләләре нисек хәл ителә?
- Кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына милек ярҙамы күрһәтелә: буш торған муниципаль күсемһеҙ объект ҡуртымға бирелә. Бөгөнгө көндә шундай 39 объект булып, 16-һына ҡуртым килешеүе төҙөшөлгән, 6-һы һатылған. Район биләмәһендәге ташландыҡ һәм авария хәлендәге объекттарҙы тикшереү буйынса комиссия ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән берлектә был күсемһеҙ милектең мониторингын булдыра. 2022 йылда был эш Сәйетбаба, Бельский, Бурлы, Красноусол һәм башҡа ауыл биләмәләрендә алып барылды.
Потенциаль инвесторҙар өсөн Ғафури районы биләмәһендә туризмды үҫтереү сиктәрендә глэмпинг урынлаштырыуға биш участка тәҡдим ителде, шуның дүртәүһе “Торатау” геопаркы биләмәһендә. Былтыр туризм өлкәһендәге турҙар йомғаҡтары буйынса Толпар ауылында дөйөм инвестиция күләме 20 млн һумлыҡ булған ике проект тормошҡа ашырылды.
Район биләмәһендә өлкән йәштәге граждандар өсөн “Красноусол” шифаханаһы – Таш-Аҫты йүнәлеше буйынса “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла. Былтыр декабрҙә “Мәктәп туризмы” проекты буйынса райондан 112 5-9-сы класс уҡыусыһы бушлай “Красноусол” шифаханаһында ял итте.
Районда туризмды үҫтереү күп йәһәттән “Торатау” геопаркы менән бәйле. Быйыл геопаркты үҫтереү сиктәрендә Көгөш йылғаһы яр буйҙарын төҙөкләндереп, Курорт ауылы биләмәһендә, шулай уҡ Таш-Аҫты ауылы янында, 2024 йылда Толпар ауылында визит-үҙәктәр урынлаштырыу планлаштырыла. Эске туризмды үҫтереү шарттарында юл буйы сервисын булдырыу мөһим. Был йәһәттән былтыр дүрт объект файҙаланыуға тапшырылды һәм икәү яңыртылды, ә быйыл өс юл буйы сервисы объектын яңыртыу һәм дүрт яңы объект булдырыу планлаштырылды. Таш-Аҫты, Красноусол, Еҙем-Ҡаран ауылдары янында юл буйы сервисы объекттары урынлаштырыласаҡ.
- Ғафури эшҡыуарҙарының 2022 йылдағы төрлө кимәлдәге уңыштарын да барлап китһәгеҙ ине.
- Эшҡыуарҙарыбыҙ төбәк, төбәк-ара кимәлдәге сараларҙа, форумдарҙа, конкурс-күргәҙмәләрҙә уңышлы сығыш яһай. Йылдың-йылы республика конкурс-тарында ҡатнашып торалар. 2022 йылды “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е директоры Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы Урманшина “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” конкурсының республика этабында еңеү яулап, “Сифат менән идаралыҡ өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн” номинацияһында бүләкләнде. Өфөлә үткән “Беҙҙең бренд-2022” дегустация конкурсында “Дубрава” СППК-һы I дәрәжә Диплом һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Ғафури районынан өс проект: “Ҡырағай башҡорт”, “Башҡортостан йөрәгенә сәйәхәт” инклюзив туры” һәм “Красноусол+Башҡортостан йөрәге” (Интур РБ, “Тархан” ЯСЙ-е) Бөтә Рәсәй “Йыл маршруты-2022” туристик премияһы Гран-прийын яуланы. “Башҡортостандың туристик индустрияһы лидерҙары-2022” милли премияһына Толпар ауылындағы “Йүкә һәм тал” глэмпингы (шәхси эшҡыуар Р.М.Исхаҡов) “Иң яҡшы стартап” номинацияһында еңеүсе булды.
2022 йылдың авгусында Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙ-эшҡыуарҙар Ассоциацияһының Ғафури районындағы вәкиллеге асылып, уның етәксеһе итеп Светлана Ивановна Фомина һайланды.
Эшҡыуарҙарыбыҙға Ғафури районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыуҙары өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Хөрмәтле районыбыҙҙың эшҡыуарҙарын 26 май – Рәсәй эшҡыуарлығы көнөндә шәхсән үҙемдең һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән ҡотлап, именлек, бизнестарының сәскә атыуын һәм яңы проекттарын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар, өмөттәренең аҡланыуын, һөҙөмтә биреүен, сәләмәтлек, бизнеста ышаныслы арҡаҙаштар, тотороҡло килем, файҙалы килешеүҙәр, уңыштар теләйем.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт, Рәмил Рафаил улы. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән, эшҡыуарҙар!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: