+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 13:05

Бала саҡ илендә

Балалар баҡсаһы - мөғжизә тулы, көләс, шатлыҡ нурҙары сәсеп торған, саф-пак күңелле, уйҙарында изгелек йөрөтөүсе кескәйҙәрҙең бала саҡ иле ул. Баҡсаның төп бурысы – кескәйҙәр төрлө яҡлап үҫешһен, мәктәпкә ҡыҙыҡһынып әҙерләнһен өсөн уларҙы физик һәм психологик яҡтан дөрөҫ тәрбиәләү. Унда һәр бала теләп йөрөһөн, күңелдәрендә яҡты хәтирәләр генә ҡалһын өсөн тәрбиәселәр тырышлыҡ һала.

Бала саҡ илендә
Бала саҡ илендә

Игенйылға ауылындағы балалар баҡсаһы мәктәп бинаһының бер өлөшөндә урынлашҡан. Баҡсала балаларға рәхәтләнеп уйнарға, йоҡларға, туҡланырға барлыҡ шарттар булдырылған, уйын, йоҡо, аш бүләмәләре йыһаздар, уйынсыҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Ҡыҫҡаһы, бүлмәләр заманға ярашлы итеп йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы эстән генә түгел, тыштағы уйын майҙансығында ла әкиәт донъяһындағы кеүек! Уйын майҙансығындағы бәүелсәктәрҙе, эскәмйә, ҡомлоҡтарҙы сағыу төҫтәргә буяғандар. Көндәр йылытып, ҡояш көлтә нурҙарын йомарт һибеп, тышҡа саҡырып йылмайып ҡарау менән, балаларҙы саф һауа, уйын майҙансығы көтә.
Ана бит, саф һауаға сыҡҡан бәләкәс кенә йүгеректәр, ҡояш балалары кеүек, йылмайышып уйын майҙансығында уйнап йөрөйҙәр, кемелер бәүелсәктә бәүелә, ҡайһылары ҡомлоҡто үҙ иткән.
Тик йылдан-йыл балалар һаны кәмеп, баҡсала күмәк сабыйҙарҙың тауыштары яңғырап тормауы ғына күңелде ҡыра. Өлкән тәрбиәсе Айһылыу Нәзирова етәкселегендәге балалар баҡсаһына ни бары төрлө йәштәге ете бала: Розалина Рәхмәтуллина, Сабина Ҡотлозаманова, Алмаз Йәнбәков, Амелия Солтанова, Алия Кәлимуллина, бер туғандар Әлфиә менән Рамазан Мозафаровтар йөрөй. Балалар ҙур теләк менән шатланып киләләр, сөнки уларҙы бында сабый күңелен аңлаған, үҫтерә белгән, ижади ҡарашлы, изге, оло йөрәкле, тәжрибәле тәрбиәсе Гөлиә Кәлимуллина менән тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөлнур Нурҡаева көтөп ала. Балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүҙе кесе йәштән башларға кәрәклеген тойоп, маҡсатҡа ярашлы эш алып баралар. Ашнаҡсы Рита Мәҡсүтова балаларҙы тәмле аштары менән һыйлай.
Бала саҡтың иң сағыу мәле баҡсала үтә, шуға ла балалар матур тәрбиә алһындар, һау-сәләмәт булып үҫһендәр өсөн унда барлыҡ шарттар, уңайлыҡтар бар.

Бала саҡ илендә
Бала саҡ илендә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: