+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 17:25

Ер урынына - аҡсалата ярҙам

23 майҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең эш бүлмәһендә тантаналы шарттарҙа өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ике ғаиләгә ер участкаһы урынына 250 мең һумлыҡ таныҡлыҡ тапшырҙы.

Ер урынына -  аҡсалата ярҙам
Ер урынына - аҡсалата ярҙам

Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә милеккә бушлай ер бүлеү урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер тапҡыр аҡсалата түләү биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Уны фатир, бүлмә, шәхси торлаҡ йорт һатып алғанда иғәнә итеп файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ шәхси йорт һалырға, ипотека түләргә, ер участкаһы һатып алырға ла була. Кешеләр йыш ҡына ерҙе үҙҙәре теләгән урындан ала алмай, үҙенең участкаһында уңайлы йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм. Шуға ла аҡсалата алыу күптәр өсөн уңайлы ҡарар булып тора.
Ошо көндәрҙә районыбыҙҙан бындай таныҡлыҡҡа күмәк бала тәрбиәләгән ике ғаилә - Альмира Винер ҡыҙы Зәйнетдинова һәм Наталья Фәрит ҡыҙы Ҡунаҡбаева ла (таныҡлыҡты ҡәйнәһе Рауза менән ҡайныһы Рәфҡәт Ҡунаҡбаевтар килеп алды) эйә булып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
- Был таныҡлыҡты кәрәк урынға тотоноп, файҙаһын күрергә яҙһын. Һәр берегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ,
донъялар тыныс булһын, - тигән теләген еткерҙе Фәнзил Фәйез улы.
Таныҡлыҡҡа эйә булыусы ғаиләләр һәм уларҙың яҡындары ла бындай ярҙам өсөн хөкүмәткә, район хакимиәте башлығына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Ер урынына -  аҡсалата ярҙам
Ер урынына - аҡсалата ярҙам
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: