+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2023, 17:00

Спортсы иҫтәлегенә волейбол ярышы уҙҙы

20 майҙа бар ғүмерен Еҙем-Ҡаран мәктәбендә физкультура уҡытыуға арнаған билдәле спортсы-волейболсы, тренер, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы – бынан өс йыл элек мәрхүм булған Шамил Әхтәм улы Латипов иҫтәлегенә волейбол турниры үтте. Районыбыҙ волейболсылары уның яҡты рухын волейбол уйнап, хөрмәтләп иҫкә алды.

Спортсы иҫтәлегенә волейбол ярышы уҙҙы
Спортсы иҫтәлегенә волейбол ярышы уҙҙы

Ауылдың ихтирамлы кешеһе, мәктәптең алыштырғыһыҙ физкультура уҡытыусыһы, күптәрҙең остазы булған спортсының хәтер сараһын ҙурлап билдәләү, уның был яҡты донъяла матур эҙ ҡалдырып, кеше араһында хөрмәтле булыуын да әйтеп тора. Был турнир район спорт комитеты, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп коллективы, Шамил Әхтәм улының улдары Илгиз, Илназ, туғаны Ирек Латиповтарҙың дөйөм тырышлығы менән уҙғарылды.
Турнирҙы тантаналы асҡас, Шамил Әхтәм улының игеҙәге Рәмил Әхтәм улы Латипов сығыш яһап, спортсыларға уңыштар теләне һәм волейболсы ветерандар Раил Йомағолов, Кәрим Кәримов, Вил Үтәғоловты бүләкләп үтте. Шулай уҡ Шамил Латиповтың класташы Илдар Мөхәмәҙей улы Вәлиев та ошо турнирҙы үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән Рифат Мөнир улы Ишмөхәмәтовты, турнирҙы ойоштороусы Рөстәм Йомағоловты, Ҡауарҙы ауылынан иң йәш уйынсы Арыҫлан Ғафаровты тантаналы шарттарҙа ҡотланы.
Сәмле, ҡыҙыҡлы ярыш Еҙем-Ҡаран ауылының спорт майҙансығында барҙы. Турнирҙа Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Сәйетбаба, Красноусол ауылы йәштәре, Ҡауарҙы ауылының волейболсы йыйылма командалары ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, дөйөм иҫәп бу-
йынса турнир еҙемҡарандарҙың еңеүе менән тамамланды. Бурлылар – 2-се, сәйетбабалар 3-сө урынды яуланы. Красноусол йәштәренә 4-се урын бирелде, ә ҡауарҙыларға 5-се урын менән сикләнергә тура килде. Еңеүсе командалар район спорт комитеты әҙерләгән турнирҙың күсмә кубогы, миҙалдар менән бүләкләнде.
Бағыусы булған Латиповтар 2008 йылғы һәм бәләкәйерәк ҡыҙҙар араһында ла волейбол турниры үткәрҙе. Көсөргәнешле, сәмле уйындан һуң 1-се урынды - Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 2-сене – имәндәштәр, 3-сөнө Красноусол башҡорт гимназия-интернаты алды. Иршат Фәйзуллин “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” Әлиә Ғилмановаға, “Иң яҡшы уйынсы” булған Мәҙинә Ходжакуловаға бүләктәр тапшырҙы. Турнирҙа ҡатнашыусылар ярышты һәм туҡландырыуҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Еҙем-Ҡаран мәктәбе коллективына, ашнаҡсыларға һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле булып таралышты.

Спортсы иҫтәлегенә волейбол ярышы уҙҙы
Спортсы иҫтәлегенә волейбол ярышы уҙҙы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: