+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2023, 10:10

Еҙемдең таҙалығын һаҡларға

Районыбыҙҙың “Еҙем” тәбиғәт паркы Башҡортостан Республикаһының гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты конкурсында ҡатнашты һәм “Еҙем” Имәндәш ауыл биләмәһенә булышлыҡ итеү фонды менән берлектә тәҡдим иткән “Таҙа Еҙем” тигән проект конкурс грантын отто. Ошо хаҡта һөйләүен һорап, беҙ “Еҙем” тәбиғәт паркы директоры Азамат Мәхмүт улы ИБӘТУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.

Еҙемдең таҙалығын һаҡларға
Еҙемдең таҙалығын һаҡларға

- Азамат Мәхмүт улы, иң тәүҙә конкурста еңеүегеҙ менән һеҙҙе ҡотлайбыҙ! Еңеү ауыр бирелдеме? Уға ҡасан әҙерлек башлағайнығыҙ?
- Республика буйынса 212 коммерциялы булмаған ойошма (НКО) грант конкурсына заявка биргән, бары 55-е генә үткән, шулар араһында беҙ ҙә бар. Был бик һәйбәт күрһәткес, айырыуса тәүләп ҡатнашыуыбыҙҙы иҫәпкә алғанда. Әҙерлеккә килгәндә, бынан ярты йыл самаһы элек үк уй-ниәттәрҙе яҙып әҙерләп, сығымдарҙы хисаплай башланыҡ. Февралдә әҙер документтарҙы конкурсҡа тапшырҙыҡ. Апрелдә проекттың еңеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Ошо көндәрҙә отҡан сумманың беҙҙең махсус иҫәпкә күсеүен көтәбеҙ. Әйткәндәй, проекттың дөйөм суммаһы ярты миллион һум булһа, шуның 240500 һумын берлектәге финанслау (софинансирование) тәшкил итә. Йәғни үҙебеҙҙең, шулай уҡ ошо эштә беҙгә ярҙам итергә риза булған бағыусыларҙың, эшҡыуарҙарҙың өлөшө.
- Һеҙгә ярҙам итеүселәр хаҡында ла әйтеп үтегеҙсе.
- Проект Имәндәш ауыл биләмәһенә булышлыҡ итеүсе “Еҙем” НКО-һы аша тәҡдим ителде, тигәйнек бит инде. Уның етәксеһе Рәфис Мөхәмәҙи улы Рәшитовҡа, Имәндәш ауыл советы хакимиәте башлығы Әхнәф Ноғайғолов һәм эштәргә идара итеүсе Илфат Үтәгәновҡа ҙур рәхмәт әйтке килә. Ә үҙебеҙҙең яҡтан барлыҡ документ эшен методисыбыҙ Ирина Вафина башҡарҙы. эшҡыуарҙарҙан Гөлшат Ҡаҙаҡҡоловаға беҙгә теләктәшлек белдергәне өсөн ҙур рәхмәт!
- Был проект нимәнән ғибәрәт, ул нисек бойомға ашырыласаҡ?
- Исеменән үк күренеп тороуынса, проекттың маҡсаты – районыбыҙ халҡы һыулаған төп йылғаларҙың береһе – Еҙем буйҙарын төрлө сүп-сарҙан таҙартыу. Еҙем үҙе Белорет районында башланып, беҙҙең парк ҡарамағындағы биләмәлә генә 150 саҡрымға һуҙыла. Ошо тиклем араны бысратмай, таҙа һаҡлау өсөн ҙур көс, сығым кәрәк. Проектҡа ярашлы, кәмәләрҙә Еҙемдең үренән башлап, яр буйҙарынан сүпте йыя килеп, бер нисә урында (Баҡый, Ҡуйлытамаҡ, Толпар, Таш-Аҫты) контейнерҙарға ҡалдырырға тейешбеҙ. Бының өсөн ҙур йөк һыйҙырышлы катамарандар, ҡотҡарыу жилеттары, ишкәктәр һатып аласаҡбыҙ, уларҙы етештереүсе компаниялар менән һөйләшеп тә ҡуйғанбыҙ.
- Был бит ғәйәт ҙур эш! Бер нисә кеше йырып сығырлыҡ түгел...
- Эйе, уныһын да уйлағанбыҙ. Бында ирекмәндәрҙе, башлыса студенттар араһынан, йәлеп итәсәкбеҙ. Башҡорт дәүләт аграр университетының урмансылыҡ һәм ландшафт дизайны кафедраһы менән һөйләшеп килешкәнбеҙ. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итәсәк студенттар хозур тәбиғәт ҡосағында бер нисә көн кәмәләрҙә ағып төшөп, файҙалы эш менән дә буласаҡ, әүҙем ял да итәсәк. Уларға был эш мотлаҡ оҡшар, тип уйлайым. Йәштәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йәһәтенән дә әһәмиәте бик ҙур. Таҙартыу эшен этаплап ойошторорға ниәтләйбеҙ: ирекмәндәрҙең бер төркөмө килә, Еҙемдең, әйтәйек, башынан, туҡтап сүп йыя-йыя, Баҡыйға тик-лем килеп етә. Йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары “Ҡуйлытамаҡ” турбазаһы йөк автомашиналарында сүп ҡабул итеү урындарына сығарыласаҡ. Этап бер нисә көнгә һуҙыла, уның эсендә гел эш түгел, экономик викториналар, әңгәмәләр, уйындар, усаҡ янында йырҙар кеүек саралар ҙа буласаҡ. Бер этап тамамланыуға, тәүге төркөмдө икенсеһе, уларҙы артабанғыһы алмаштыра.
Әйткәндәй, бындай проект менән беҙ “велосипед уйлап сығарманыҡ”. Америкала, донъялағы иң тәүге милли парк булып торған Йеллоустонда (беҙҙеңсә “Һары таш”) аҡҡан ошо уҡ исемле йылғаны күптән инде ирекмән студенттар, йәштәр таҙарта-йыйыштыра.
Проекттың идеяһы бик тәрән. Сөнки, йәшерен-батырын түгел, республикабыҙ йылғалары ныҡ бысранған. Әлегә Еҙем әҙме-күпме таҙа булып ҡала, унан һыу эсеп була. Әммә, ҡырағайҙарса ҡараш дауам итһә, Еҙемде лә аяныс яҙмыш көтә. Беҙҙең маҡсат – кешеләр Еҙемгә, ғөмүмән, тәбиғәткә ҡулланыусы булып түгел, ә уның дуҫы, ҡурсалаусыһы, яҡлаусыһы булып килһен ине. Һәм был проектты, быйылғы грант үтәлеше менән генә сикләнмәйенсә, киләсәктә лә дауам итергә кәрәк тибеҙ. Был эшкә ҡушылырға теләүселәр беҙгә мөрәжәғәт итһен!
- Проектты бойомға ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ!

Еҙемдең таҙалығын һаҡларға
Еҙемдең таҙалығын һаҡларға
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: