+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2023, 13:45

Ғафури сәсәндәре – Аҡмулла сәхнәһендә

Ғафури районынан өс халыҡ сәсәне - Илһам Байбулдин, Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә, Рима Рафиҡова-Шәмсебикә һәм йәш сәсән Данир Мәсәлимов баш ҡалабыҙ Өфөлә “Китап байрамы” сиктәрендә үткән Бөтә Рәсәй Сәсәндәр фестивалендә ҡатнашып, районыбыҙ данын яҡлап, Ғафури ерендә әле лә сәсәндәр бар икәнен күрһәтеп ҡайттыҡ.

Ғафури сәсәндәре – Аҡмулла сәхнәһендә
Ғафури сәсәндәре – Аҡмулла сәхнәһендә

Өс көн буйы гөрләп торған байрамда Башҡортостан сәсәндәренән тыш илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, беҙгә дуҫ булған сит илдәрҙән дә үҙ телен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, үҙ халҡы ижадын дауам итеүселәр ҡатнашты.
Аҡмулла тирмәһендә халыҡ сәсәндәренең оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ошонда уҡ мин үҙемдең китаптарым менән таныштырҙым, “Бурыс” нәсихәтен, “Минең халҡым” ҡобайырын һөйләнем, Ҡөръән мөнәжәтен көйләп әйтеп ишеттерҙем. Ожмах кеүек еребеҙҙе, хозур тәбиғәтебеҙҙе, халыҡты халыҡ итеп тотҡан милләт теле һәм дәүләт теле - башҡорт телен һаҡларға өндәнем.
Телебеҙҙе, динебеҙҙе, милли мираҫыбыҙҙы киләһе быуынға тапшырыу өсөн һәр ғаилә, һәр әсәй-атай, һәр өләсәй-олатай тырышһын ине. Был йәһәттән беҙ - Сәсәндәр мәктәбе ағзалары Рима Рафиҡова, Фәниә Фәйзуллина, Лилиә Миниязова, Рәмзиә Монасипова киләсәккә ижадсылар әҙерләү өсөн район мәктәптәре балалары менән шөғөлләнеп, 5 йыл инде “Ҡышҡы йәйғор” балалар ижад бәйгеһе үткәреүебеҙҙе, балалар ижадынан ошо уҡ исемле ике китап сығарыуыбыҙҙы әйтеп үттем.
Халыҡ сәсәне, “Рәсәй күңеле” премияһы лауреаты Илһам Байбулдин думбыра, ҡобайырҙы өзләп башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе. Тирмә эсе һис буш торманы, гөрләп торҙо.
Сәсәндәрен күтәреп ҙур байрам яһаған Республика Халыҡ ижады үҙәгенә, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына, Рес-
публика сәсәндәр үҙәге хеҙмәткәрҙәренә, беҙҙе транспорт менән тәьмин иткән район мәғариф бүлегенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе.

Ғафури сәсәндәре – Аҡмулла сәхнәһендә
Ғафури сәсәндәре – Аҡмулла сәхнәһендә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: