+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 10:15

Спектаклдәрҙә – тормош үҙе

“Мәҙәниәт бүлеге” МБУ-һы әҙерләгән Положениеға ярашлы, апрель-майҙа райондың мәҙәниәт учреждениелары ҡарамағында эшләп килгән драма түңәрәктәре һәм Халыҡ театрҙары араһында традицион “Театр яҙы” фестивале булып уҙҙы. Театр коллективтары спектаклдәрҙе үҙ ауылдары сәхнәһендә күрһәтте, күрше-тирә ауылдарға алып сығыусылар ҙа булды. Быйыл шуныһы һөйөнөслө булды: күп кенә балалар коллективтары ла матур тамашалар әҙерләп сығыш яһаны.

Спектаклдәрҙә – тормош үҙе
Спектаклдәрҙә – тормош үҙе

Йәш артистар нимәләр тәҡдим итте?
Архангелка ауыл мәҙәниәт йорто ололар һәм балалар менән берлектә “Тағы әсәй” спектаклен сәхнәләштереп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Унда ике ауылдың һуғыштан һуңғы осор тормошо сағылдырыла, илдең аяҡҡа баҫыу йылдары күрһәтелә. Әсә образы Әсәй, Уҡытыусы, Тыуған ил образында киң асып бирелә. Төп герой – Артём образын Георгий Беляев уйнаны, мәктәп балалары Даша Гапонова, Радмир Ҡунафин, Дамир Сәйетбатталов үҙ ролдәрен оҫта итеп башҡарҙылар. Мәктәп йыйыштырыусыһы булып - Нина Коннова, Тыуған ил-Әсәне Екатерина Рябцева ла ышандырғыс уйнанылар. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссёры – Елена Кузина.
Ибраһим ауыл мәҙәниәт йорто театр коллективы балалары “Көлсәне кем ашаған?” әкиәтен сәхнәләштергән. Балалар был әкиәтте бик матур итеп, еренә еткереп уйнаны. Сысҡан ролендә Камила Садиҡова, Төлкө – Сабина Рәхмәтуллина, Ҡуян ролендә - Диләрә Рәхмәтуллина. Әкиәтте сәхнәгә Рима Лоҡманова ҡуйҙы, Дания Лоҡманова музыка менән биҙәне.
Яугилде ауыл клубында ра-йонда берҙән-бер ҡурсаҡ театры эшләп килә. “Тамсылар” ҡурсаҡ театры ҡыҙҙары “Тапҡыр ҡыҙ” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе. Әкиәт ауылда йәшәгән ҡарт Бай һәм уның 15 йәшлек ҡыҙы тураһында. Ҡурсаҡ театрына ҡурсаҡтарҙы Рәзилә Мөхәррәм ҡыҙы Солтанморатова тегеп, эшләп бирә. Балалар был театрға ҙур теләк менән йөрөйҙәр һәм уйнайҙар. Ролдәрҙә: Тапҡыр ҡыҙ – Ҡәҙриә Буранғолова, Бабай – Асия Мөхәмәтҡолова, Бай – Рушана Хәйретдинова, Ат – Вилена Әйүпова, Ҡазый – Зарина Әйүпова. Балалар әкиәтте матур итеп, еренә еткереп башҡарҙылар. Әкиәтте әҙерләүсе – Яугилде ауылы клубы художество етәксеһе Алһыу Мөхәмәтҡолова.
Фәһемле спектаклдәр тәҡдим иттеләр
“Аҡбейек” Сәйетбаба халыҡ театры драматург Наил Ғәйетбайҙың “Һиңә – фатир, миңә - ир” моңһоу комедияһын сәхнәгә сығарҙы.
Спектаклдәге ике ғаилә (Фәрзәнә – Ансар, Зәйтүнә - Миҙхәт) аҡсаһыҙлыҡтан, фатирһыҙ тормоштан ныҡ арығандар. Фәрзәнә менән Зәйтүнә, үҙҙәре һайлаған яҙмышҡа ризаһыҙлыҡ белдереп, тормоштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тигән уйға килә. Һәм улар ирҙәрен... фатирға алмашалар. Ошо “бартерҙы” тормошҡа ашырыусылары ла табыла! Улар – бай, хәлле, фатирлы ҡатындар, Нәжибә менән Хәбирә. Әммә ләкин Нәжибәнең бала һөйгөһө килә. Ә Зәбирә-бизнесменшаға ирһеҙ был тормош ҡыҙыҡ түгел.
Һәүәҫкәр артистар Флүр Фәхриев, Гәүһәр Байбулдина, Асфат Юлбарисов, Миңһылыу Абдуллина, Рәйлә Сабитова үҙ ролдәрен оҫта итеп, бирелеп башҡарҙылар. Спектаклде музыкаль яҡтан һәм яҡтылыҡ менән Илһам Байбулдин биҙәне. Режиссёры – Лариса Фәттәхова.
Бер нисә йыл элек Яңғыҙҡайын ауылының “Мираҫ” халыҡ театры Ф.Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?” трагикомедияһын сәхнәгә ҡуйғайны. “Мираҫ” халыҡ театры тарафынан быйыл әҙерләнгән шул уҡ авторҙың “Бабай урлау” спектакле “Әбейҙәргә ни етмәй”ҙең дауамы булып торҙо.
...Ҡарттар йортонда йәшәгән Сәлимә, Хәнә, Фатима, Әҡлимә бабай урлайҙар. Һәм тау башында осрашып, үҙ ҡиблаларын табып, Мәңгелек йортҡа күсәләр.
Был спектаклдә Абдулла ролен бик күп спектаклдәрҙә матур образдар тыуҙырған “Мираҫ” халыҡ театрының халыҡ артисы Риф Бикбаев башҡарҙы. Башҡа персонаждарҙа ла бик күп ролдәрҙе оҫта башҡарыусы Винера Мостафина (Фатима), Илдус Абдуллин (Петр), Рәмилә Фәйезова (Хәнә). Спектаклдә беренсе тапҡыр ғына уйнаһа ла, Зилиә Тимерова (Сәлимә) үҙ ролен еренә еткереп башҡарҙы.
Спектаклдең режиссёры (үҙе үк Әминә ролен дә уйнаны) - “Мираҫ” халыҡ театры режиссёры Рәүилә Мусина, музыкаль яҡтан Резида Мөьминова биҙәне.
Асҡар Ғөзәйеров исемендәге Бурлы халыҡ театры коллективы Рәмзиә Хөсәйенованың “Табылдыҡ” исемле пьесаһын сәхнәләштереп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Зимагорлыҡта йөрөп, күңел тыныслығы эҙләгән Маннур, аҡса һалынған тоғон юғалта. Табылдыҡты 4 ҡарсыҡтан торған Сағанлы ауылында йәшәүсе Әсмәбикәнең Альберт ейәне таба. Маннур, юғалған аҡсаһын эҙләп, был ауылға килеп сыға. Һабантуй ваҡытында әбейҙәр менән аралаша. Егетте оҡшатҡан әбейҙәр уны почтальон ҡыҙ Разия менән таныштырып, уны димләп кейәүгә бирәләр. Мәле еткәс, Сағанлының киләсәге булып, Маннур менән Разияның улдары донъяға килә...
Ролдәрҙә: Маннур – Азат Исламов, Разия – Гөлфирә Ғәлина, Әсмәбикә – Фәнисә Сафина, Хәйерниса – Әҡлимә Искәндәрова, Ғәтиә – Флүзә Нафиҡова, Альберт – Илгиз Хәмиҙуллин, шәфҡәт туташы – Мәүлиҙә Рәхимова. Спектаклдең режиссёры һәм музыка менән биҙәүсе – Алия Мифтахова.
Үзбәк ауыл мәҙәниәт йорто театр коллективы Ш.Хөсәйеновтың “20 йылдан һуң” пьесаһын сәхнәләштерҙе.
Һуғыштан һуң 20 йыл үткәс, ир кеше үҙ ауылына, ғаиләһе янына ҡайта. Ул күп йылдар әсирлектә булыуына ҡарамаҫтан, көслө рухлы совет һалдаты булып ҡала. Ә уны тыуған яғында - ауы-лында ҡатыны, улы көтә.
Пьесала ваҡиғалар туҡталышта бара. Ике тиҫтә йылдан һуң да яҡын кешеһе ҡайтыр тип көткән бүтән кешеләр ҙә тап ошо туҡталышҡа килә. Һәр береһендә өмөт уты яна.
Был пьесала ролдәрҙе еренә еткереп уйнаусы актёрҙарыбыҙ: Сумкалы ҡатын – Рәшиҙә Ҡорбанғолова, Балалы ҡатын – Дания Төхвәтуллина, Ҡатын – Әлфиә Рафиҡова, Ир кеше – Ғәлинур Хәкимов, Әбей – Әлфиә Хәкимова. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссёр – Әлфиә Хәкимова.
Быйылғы “Театр яҙы” фестивале лә районда драма коллективтарының элекке матур традицияларҙы дауам итеп, ауылдаштарын ҡыҙыҡлы, фәһемле, тормошсан спектаклдәр менән шатландырып тороуын күрһәтте. Уларға артбан да ижади эҙләнеүҙәр, табыштар теләйбеҙ, талантлы яңы көстәр өҫтәлеп торһон!
Гөлфирә ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
Ғафури халыҡ
театры режиссеры.

Спектаклдәрҙә – тормош үҙе
Спектаклдәрҙә – тормош үҙе
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: