+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 09:20

Зирәк аҡыл эйәһе ине

1 июлдә Яугилде ауылының йәмле Ҡолош шишмәһе буйында «Искәндәр тоҡомдары» тип нарыҡланған шәжәрә байрамын үткәреү күҙ уңында тотола. Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы, шулай уҡ Башҡортостанда барған Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы айҡанлы, ойоштороласаҡ был сарала нәҫелебеҙҙең тамырҙарына байҡау яһау, йәш быуында олатай-өләсәйҙәр менән ғорурланыу тойғоһо, ата-бабалар еренә һөйөү тәрбиәләү төп маҡсаттар итеп ҡуйыла.

Зирәк аҡыл эйәһе ине
Зирәк аҡыл эйәһе ине

Арҙаҡлы Искәндәр вариҫтарының береһе – Хәләф Искәндәровты районыбыҙҙың өлкәнерәк быуыны, моғайын, һәйбәт хәтерләйҙер. Ғүмеренең күп өлөшөн мәғариф өлкәһенә арнаған был зыялы затҡа мин шәхсән һәр саҡ һоҡланып йәшәнем. Ир аҫылы эштә беленә, тиҙәр бит. Хәләф Биктимер улы ла – ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙе артынан яҡты эҙҙәр ҡалдырып киткән мөғәллим-етәкселәрҙең береһе.
Хәләф 1930 йылдың 18 ноябрендә Яугилде ауылында Биктимер Искәндәровтың күп балалы ғаиләһендә тыуа. ВКП(б)-ның район комитеты ауылда күмәк хужалыҡ төҙөүҙә әүҙемлек күрһәткән, уҡый-яҙа белгән атаһын 1932 йылда күрше Бурлы ауылына колхоз төҙөргә ебәрә. Үҙен оҫта етәксе итеп танытҡан Биктимер Сәйфетдин улына 1934 йылдың аҙағында инде Сәйетбабала күмәк хужалыҡ ойоштороу эшен ышанып тапшыралар.
Партия тарафынан йөкмәтелгән һәр яуап-
лы эште намыҫ менән үтәгән булдыҡлы етәксене партияның район комитеты йәнә алғы һыҙыҡҡа ебәрә – был юлы уға сауҙа эшен яйға һалыу бурысы йөкмәтелә. Илдә киң ҡолас алған сәйәси золом осоронда – 1936-1939 йылдарҙа – Биктимер Искәндәров Бурлы сельпоһы рәйесе булып эшләй.
Атай – ҡайҙа, ғаилә лә шунда була. Ауылдан ауылға күсеп йөрөп, Яугилдегә кире әйләнеп ҡайтҡас ҡына, Хәләф 8 йәшендә беренсе класҡа уҡырға бара. Әммә зирәк тә, сос та малайҙы уҡытыусыһы Ғәҙелша Әминев ярты йылдан 2-се класҡа күсерә. 4-се класты тик яҡшы билдәләргә тамамлаған уҡыусы маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
1941 йылда аяуһыҙ һуғыш башлана… Ғаилә башлығы һуғышҡа китә, әсә ҡулында 6 бала ҡала. Искәндәровтар ғаиләһе лә ил күргән михнәтте күрә: ашарға ризыҡ, өҫ-башҡа, аяҡҡа кейергә йүнле нәмә булмай.
Хәләф 5-се класҡа Бурлы урта мәктәбенә барһа ла, көндәр һыуыта башлағас, уҡыуҙы ташларға мәжбүр була. "Сәбәп – кейем булмауҙа. Инәйем менән икебеҙгә бер фуфайка ине. Икенсенән, һәр уҡыу йылы өсөн 150 һум аҡса түләргә кәрәк. Тейешле аҡсаны бирә алмаған ас-яланғас уҡыусыларҙы мәктәптән ҡыуып ҡайтара торғайнылар. Мин дә бер нисә тапҡыр ҡайтып китергә мәжбүр булдым. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, уҡыу өсөн бурысты райфо списать иткәс, беҙгә йәнә уҡырға килергә ҡушалар ине..." – тип яҙған Хәләф Биктимер улы иҫтәлек дәфтәрендә.
Бына шулай, ыҙа сигеп булһа ла, тырышып-тырмашып Хәләф уҡыуын дауам итә һәм, 1950 йылда урта мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап (бер фәндән генә дүртле билдәһе була), шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. "Юғары уҡыу йортонда ла белем алыу түләүле ине, – тип дауам итә хәтирәләрен Хәләф Биктимер улы. – Йылына 300 һум түләп уҡыныҡ. 1952 йылда атай үлеп киткәс, бигерәк тә ауырға тура килде".
Тырыш студенттың уҡырға ынтылышы шул тиклем көслө була: дөйөм ятаҡта урын бирелмәгәс, ул аптырап ҡалмай, бер ай буйы ятаҡ баҫҡысы аҫтында картон түшәп йоҡлап йөрөй. Егеттең яҡшы уҡыуын һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын иҫәпкә алып, ниһайәт, уны бер бүлмәгә урынлаштыралар.
1954 йылда, институтты уңышлы тамамлап, диплом алған йәш белгесте Сәйетбаба урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Физика һәм математика уҡытыусыһына 10-сы класс етәксеһе бурысын да йөкмәтәләр. Әйткәндәй, был синыфта киләсәктә райондың билдәле кешеләре булып танылған Барый Исламов, Фәрит Әбсәләмов, Фәйзулла Вәлиев, Зәйтүнә Әбүзәрова белем ала.
Үҙен булдыҡлы уҡытыусы итеп күрһәткән Хәләфте киләһе йылына Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә директор урынбаҫары итеп күсерәләр. Замандан артта ҡалмай йәш уҡытыусы: кәрәкле приборҙарҙы эҙләп табып, тиҙ арала физика кабинеты йыһазландырып ҡуя.
Йәштән спорт менән мауыҡҡан уҡытыусы һабантуйҙарҙа бейеклеккә һикереүҙә бер кемгә лә ал бирмәй. Ә инде зирәктәр һәм интеллектуалдар уйыны һаналған шахмат уның ғүмерлек хоббийына әүерелә.
Тиҙҙән йәш уҡытыусыны партия сафына алалар. 1958 йылда сәйәси йәһәттән төплө, ғилемле, телгә оҫта Хәләф Биктимер улын КПСС-тың Ғафури район комитетына эшкә саҡыралар. Пропаганда һәм агитация бүлегендә эшләгәндә ул бер юлы райондың лекторҙар ойошмаһы рәйесе вазифаһын да башҡара. Өс йылдан һуң сәйәси йәһәттән сынығыу алған партия хеҙмәткәрен эреләтелгән М. Ғафури исемендәге колхоздың партком секретары итеп һайлайҙар.1964/65 уҡыу йылында Еҙем-Ҡаран мәктәбендә эшләп алғандан һуң, Хәләф Искәндәровты Красноусолдағы ярҙамсы мәктәп-интернаттың директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
Был ваҡытта мәктәптең матди-техник базаһы бик насар була. Бер йыл үтеүгә булдыҡлы директор таштан кер йыуыу бинаһы, киләһе йылына оҫтахана, мунса һалдыра, йәшелсә һаҡлағыс төҙөтә.
1967 йылдың көҙөндә яңы мәктәп бинаһының нигеҙен һалалар. Төҙөлөш бик ырамлы бара, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп бөткән ике ҡатлы яңы бинаны йылытыу мәсьәләһен хәл итеү генә оҙаҡҡараҡ һуҙыла. Хәстәрлекле директор уҡытыусылар өсөн ике фатирлы йорт та һалдыра. Бынан тыш, мәктәп-интернат 25 урынлыҡ автобусҡа һәм йөк машинаһына эйә була.
Мәктәп мәшәҡәттәренән тыш, Хәләф Биктимер улы райком һәм район Советы хеҙмәткәрҙәре өсөн сәйәси уҡыу алып бара. Ул ғына түгел, партия хеҙмәткәрҙәрен хатта политэкономиянан уҡыта! Йәмәғәт башланғысында сәйәси уҡыу эшен оҫта ойошторғаны өсөн Хәләф Искәндәров КПСС Өлкә Комитетының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Яңы мәктәп яңы һулыш ала. Матди-техник базаның нығыныуы уҡытыу-тәрбиә эшенең яҡшырыуына килтерә, кабинет системаһы индерелә. Һөҙөмтәлә Красноусол ярҙамсы мәктәп-интернаты Башҡортостанда иң алдынғы уҡыу йорттарының береһенә әүерелә. Унда 1972-1975 йылдарҙа өс тапҡыр республика семинары үткәрелеүе мәктәптең ниндәй кимәлдә тороуына аныҡ дәлил.
Заман менән бергә атлаған, дәрт-дарманы ташып торған Хәләф Искәндәровты Мәғариф министрлығы 1976 йылда Октябрьский ҡалаһындағы интернат-мәктәптең директоры итеп тәғәйенләп ҡуя. 638 етем бала тәрбиәләнгән белем усағының өс бинаһы ла ныҡ таушалған була. Тынғыһыҙ етәксе ремонт эштәрен ике йылда атҡарып та сыға.
Фиҙаҡәр хеҙмәте менән Хәләф Биктимер улы ҡалала ҙур ихтирам һәм абруй ҡаҙана, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Киске мәктәптә эшсе йәштәргә һәм буласаҡ нефтселәргә белем бирергә лә өлгөрә.
Тик сәләмәтлеге ҡаҡшап китеү сәбәпле, көсөргәнешле хеҙмәт талап иткән директор вазифаһын ҡалдырып, ул 5-се мәктәпкә математиканан уҡытырға күсергә мәжбүр була. Өс йылдан хаҡлы ялға туҡтағас, бай тәжрибәле мөғәллимде Октябрьский ҡалаһындағы башҡорт гимназияһына эшкә саҡыралар. Хәләф Биктимер улы был тәҡдимдән баш тарта алмай. Ул ғына ла түгел, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тиҫтә йыл самаһы 35-cе биҫтәнең ветерандар советы рәйесе вазифаһын да башҡара.
Уҡытыу-тәрбиә эшендәге оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте, йәмәғәт тормошондағы әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Хәләф Биктимер улы «Хеҙмәт ветераны» һәм юбилей миҙалдары, бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Кем генә тыуып үҫкән ерен һағынмай… Искәндәровтар ҙа 2000 йылда тыуған яҡтарына ҡайтып, Еҙем-Ҡаран ауылында төпләнә. Бер нимәгә лә битараф булмаған ғаилә бында ла ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй башлай.
Хәләф ағай тыуып үҫкән ауылы менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәне, туғандарына һәр саҡ ҡайтып йөрөнө. Яугилделә мәсет төҙөүгә тәүгеләрҙән булып иғәнә индергән кеше ул булды.
Хәләл ефете Зәйтүнә Ғималетдин ҡыҙы менән бәхетле ғүмер кисереп, бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү шатлығын да бергә татынылар.
Тик ни хәл итәһең инде: хеҙмәт һәм мәғариф ветераны Хәләф Биктимер улы, фани донъяла сағыу һәм иманлы ғүмер кисереп, бик күп изге эштәр башҡарып, 2014 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Ысын уҡытыусыларға хас сифаттары – зыялылығы, әҙәплелеге, кешеләргә ҡарата илтифатлығы менән хәтерҙә ҡалды ул. Зирәк аҡыл эйәһе булып танылған арҙаҡлы уҡытыусы, оҫта етәксе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, күптәрҙең яратҡан остазы – бөгөн дә ауылдаштары, туғандары һәм элекке уҡыусыларының күңел түрендә.
Ниязбай СӘЛИМОВ.

Зирәк аҡыл эйәһе ине
Зирәк аҡыл эйәһе ине
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: