+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 13:15

Байрамығыҙ менән, социаль хеҙмәткәрҙәр!

Хөрмәтле социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым!

Байрамығыҙ менән, социаль хеҙмәткәрҙәр!
Байрамығыҙ менән, социаль хеҙмәткәрҙәр!

Һеҙ үҙегеҙҙе изге эшкә - ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм дәүләт ярҙамына, хәстәрлегенә мохтаж граждандарға ярҙам итеүгә арнағанһығыҙ. Шәфҡәтлелек, сабырлыҡ, эш һөйөүсәнлек, ярҙамсыллыҡ - һеҙҙең төп сифаттарығыҙ. Һеҙ ололарға, инвалидтарға, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм ғаиләләргә ярҙам күрһәтеп, киләсәккә ышаныс, өмөт бүләк итәһегеҙ. Һиҙгер йөрәгегеҙ, мохтаждарға изгелекле булыуығыҙ өсөн рәхмәт!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем, хеҙмәтегеҙ өсөн йылы һүҙҙәр һәм рәхмәтле йылмайыуҙар бүләк булһын.

Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,

Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Байрамығыҙ менән, социаль хеҙмәткәрҙәр!
Байрамығыҙ менән, социаль хеҙмәткәрҙәр!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: