+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 15:50

Өлгөр ҙә, бөтмөр ҙә мәрхәмәтле һөнәр эйәһе

8 июндә социаль хеҙмәткәр тигән изге һөнәр эйәләре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә ҡараған Аҡташ ауылының (Ҡауарҙы ауыл биләмәһе) социаль хеҙмәткәре Илнура Ғаяз ҡыҙы Иҙрисова менән таныштырабыҙ.

Өлгөр ҙә, бөтмөр ҙә мәрхәмәтле һөнәр эйәһе
Өлгөр ҙә, бөтмөр ҙә мәрхәмәтле һөнәр эйәһе

Илнура Ғаяз ҡыҙы Үзбәкстанда тыуып үҫә. Ата-әсәһе Ҡауарҙы ауылына ҡайтып төпләнә һәм уға яҙмыш ҡушыуы буйынса Аҡташта үҙ бәхетен табып, Сәғит Иҙрисов менән парлы булғас, бында төпләнеп донъя көтөргә насип була. Аҡташ килене тормош иптәше Сәғит Мәжит улы менән 26 йыл инде матур, өлгөлө ғаилә булып йәшәйҙәр. 2005 йылда социаль хеҙмәткәр булып хеҙмәт юлын башлай. Бөгөн уның ҡарамағында оло йәштәге 22 яңғыҙаҡ һәм ярҙамға мохтаж кеше иҫәпләнә, шуларҙың алтауһы Ҡауарҙыла. Ошо йылдар арауығында изге күңелле, тырыш һәм эшсән хеҙмәткәр өлкәндәр менән уртаҡ тел табып, уларҙың ышаныслы терәк-таянысына әүерелгән.
Ул үҙе хеҙмәтләндергән ололар янына барып, иҙән йыуыу, һыу килтереү, коммуналь хеҙмәттәргә түләү, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, утын ташыу, ҡышын ҡар көрәүҙе үҙ эсенә алған һәм килешеүҙә күрһәтелгән башҡа эштәрҙе башҡара. Һарыҡ та ҡырҡыша, ҡөрьән уҡытһалар, ярҙамлаша.
- Социаль хеҙмәткәр булып эш башлағанда минең ҡарамаҡта 6-8 кеше ине. Йылдар үтеү менән күп нәмә, шул иҫәптән эшмәкәрлегебеҙ бер ни кимәлдә үҙгәрештәр кисерҙе. Бары тик эшебеҙҙә һинең ярҙамыңа мохтаж булған ололарҙы яратыу, хөрмәт итеү һәм аңлап ҡабул итеү бурысы үҙгәрешһеҙ ҡалды, - ти Илнура эше менән таныштырып.
Илнура Ғаяз ҡыҙы төп эшенән тыш, ауылда тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй башҡа мәшәҡәттәргә ҡарамай, сынъяһау итеп донъяһын көтөргә лә өлгөрә. Тормош иптәше Сәғит Мәжит улы һәр йәһәттән терәге-таянысы. Иҙрисовтар ҙур, иркен, тыштан да, эске яҡтан да күркәм, ике ҡатлы йорт һалып ингәндәр, ҡалалағыса бар уңайлыҡтар булдырылған. Өйҙәрен мейес яғып йылыталар, газ юҡ. Эсәр һыуҙы Ҡауарҙынан цистерна менән килтереп, ауыл кешеләрен һыу менән тәьмин итәләр. Ошо килтерелгән һыуҙы үҙенең ҡарамағындағы ололарға ташыу ҙа социаль хеҙмәткәрҙең иңендә. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Эльвина, Нурзилә, Айзилә, улдары Илсур, Данил. Ҡыҙҙарының өлкәне тормошта, Красноусолда эске эштәр бүлегендә эшләүсе Эльвина Йәмилә исемле ҡыҙға әсәй булып, атай-әсәһенә олатай-өләсәй булыу бәхетен бүләк иткән. Миһырбанлы, изге, оло йәнле ишле – береһе – алты, икенсеһе туғыҙ балалы ғаиләлә үҫкән Илнура менән Сәғит Иҙрисовтар кәңәшләшеп, үҙҙәренең ишле балалары янына етем бер туған дүрт бала (балалар ғаилә башлығына туған тейешле) һәм йәнә бер инвалид малайҙы тәрбиәгә алырға ла йөрьәт иткәндәр. Табындағы балалар приютында тәрбиәләнеүсе Рәмзил, Алина, Билалды алып ҡайтып (хәҙер улары үҫеп буй еткергәндәр), уларға атай-әсәй йылыһын бирһәләр, тора-бара уларҙың тағы бер туғандары (11 йәшлек Давид Яңауылда тәрбиәләнгән) булыуы билдәле була (үҙ әсәләре мәрхүмә) һәм уны ла бер йыл элек ғаиләләренә ҡабул итеп алғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәрбиәгә алынған Мортаза исемле инвалид балалары мәрхүм булған. Балалары Ҡауарҙы мәктәбенә автобуста йөрөп уҡыйҙар. Улдары Илсур спортсы, волейбол секцияһында шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, был хаҡта стенала элеүле торған миҙалдар һөйләй. Билалдарын оҙаҡламай әрме сафына оҙатасаҡтар.
Күпләп, ҡура тултырып мал да аҫрайҙар, һауын һыйырҙары ғына ла дүрт баш, йылҡы малдары ҡолондары менән ун бишләп баш, һарыҡтар, тиҫтәләп баш умарта ҡарайҙар, күпләп ҡаҙҙар алып һимертәләр. Һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсекте заказ буйынса аҡсаға әйләндерәләр, даими клиенттары бар.
Бер минут тик торорға күнекмәгән егәрле, бөтмөр Илнура үҙенә өҫтәлмә шөғөлдәр табып ҡына тора, өс ай элек бәлеш-торттар әҙерләү буйынса онлайн курс үтеп, ошо “тәмле-татлы” эшкә тотонған. Заказдар ҡабул итеп, төрлө бәлештәр бешерә. Ойоштороу һәләтенә эйә И.Иҙрисоваға ауылдаштары ышаныс күрһәтеп, Ҡауарҙы ауыл советына депутат итеп һайлағандар.
Ошондай арыу белмәҫ, мәрхәмәтле йән – социаль хеҙмәткәр булғанда, оло йәштәгеләрҙең ҡартлығы хәстәрлекле, күңелдәре тыныс. Илнура Иҙрисованы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, эшендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Өлгөр ҙә, бөтмөр ҙә мәрхәмәтле һөнәр эйәһе
Өлгөр ҙә, бөтмөр ҙә мәрхәмәтле һөнәр эйәһе
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: