+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 13:20

Ташламанан файҙалан һәм бүләк от!

5 июндән 15-нә тиклем “Табын”ға осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып була Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Матбуғатҡа яҙылыу тамамланырға бик аҙ көндәр ҡалды. Төрлө мәшәҡәттәр менән гәзиткә яҙылырға онотҡан булһағыҙ, ошо көндәрҙә яҙылып ҡуйығырға ашығығыҙ. "Табын"дың акцияларында ҡатнашып, бүләк отоу мөмкинлегенән файҙаланығыҙ!

Ташламанан файҙалан һәм бүләк от!
Ташламанан файҙалан һәм бүләк от!

Социаль селтәрҙәрҙә “Мин “Табын”ға яҙылдым” флеш-мобы (еңеүселәр иң күп тауыштар һаны буйынса махсус ҡушымта ярҙамында билдәләнә, бүләккә – смарт-сәғәт) үтәсәк.

 “Бүләккә – “Табын”  һәм “Ата-әсәйеңде гәзиткә яҙҙыр һәм ҡотлау бир” акциялары иғлан ителә. Унда ҡатнашырға теләүсе эшҡыуарҙар йәки социаль яҡтан әүҙем кешеләр ветерандарға һәм пенсионерҙарға гәзиткә яҙҙырыуҙы түләй, редакция подписканы адресатҡа тапшыра һәм был ваҡиғаны гәзит биттәрендә киң яҡтырта. Акция май-июнь айҙарында үтә. Ата-әсәһенә гәзит яҙҙыртыусыларға уларҙы “Табын” гәзитендә 50 процент ташлама менән ҡотлай (ҡотлау биргәндә подписка купонын күрһәтергә кәрәк) ала.  Иғтибар! Ташлама гәзиткә ярты йылға яҙылғанда ғына бирелә.

Реклама биреүселәр өсөн “Бүләккә - подписка” акцияһы уҙа. 1 айға стандарт формалағы модулле реклама биреүсегә бүләк - 1 айға бушлай электрон подписка (редакцияла яҙҙырыла).

“Табын”ға 1 йылға яҙылыусылар (“Рәсәй Почта”һы аша) редакцияла квитанцияларын күрһәтеп, 1 тапҡыр бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү өсөн купон аласаҡ.

“Коллектив менән “Табын”ға” акцияһында коллективтың 50 йәки унан күберәк проценты гәзиткә яҙылһа, уларҙың эшмәкәрлеге йәки юбилярҙары тураһында мәҡәләләр гәзит битендә  донъя  күрәсәк.

20 кешене гәзиткә яҙҙыртҡан “Табын”дың дуҫтарына бушлай подписка буласаҡ, 30 кешене яҙҙыртһа – үҙе тураһында мәҡәлә гәзиттә баҫыласаҡ.

Шулай уҡ “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” республика акцияһы бара: ике баҫмаға яҙылып (“Табын” гәзите һәм 1 республика баҫмаһы) квитанцияларҙы Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында телевизор, ноутбук, триммер, һыуытҡыс камера, мотоблок һәм велосипед (14 июндә, Матбуғатҡа яҙылыусы көнөндә) уйнатыла. Квитанцияларҙың күсермәһен, исем-фамилия, бәйләнеш өсөн телефон яҙылған заявканы “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13, адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортона (212-се кабинет) йәки [email protected] электрон адресына 15 июлгә тиклем ебәрергә кәрәк.

Ташламалы осорҙа “Табын”ға ярты йылға яҙылыу 912 һум 96 тин, пенсионерҙарға 858 һум 66 тин тора. Гәзиттең электрон варианты – 780 һум. Красноусолда йәшәүселәр (”Новоселок” биҫтәһенән тыш) “Табын”ға 810 һумға яҙыла ала.

 “Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ! 

 

 

Ташламанан файҙалан һәм бүләк от!
Ташламанан файҙалан һәм бүләк от!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: