+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 13:45

“Юлдарыма матур эҙҙәр һалдым...”

Кеше - ул тәбиғәт балаһы. Күҙҙең яуын алып торған сәскәләргә һоҡланып баға, урманға сығып, тау-таштарға күтәрелеп, көс ала, ағын һыуҙарға ҡарап, һағыштарын тарата. Тыуған ере уны ашата, кейендерә, бар итә, бай итә, йәшәргә көс бирә.

“Юлдарыма матур эҙҙәр һалдым...”
“Юлдарыма матур эҙҙәр һалдым...”

Яҙмамдың геройы Рима Рафиҡова ла (һүрәттә) тыуып үҫкән еренән илһам алып, йылдың һәр миҙгеленән кинәнес табып, күңелендә тыуған рәхмәт хистәрен шиғыр юлдарына һала, ауылдаштары, ауылы тураһында матур иҫтәлектәр яҙа.
Тыуғанмын да йәшел йәйҙәрҙә,
Сәскә-гөлдәр тыуған мәлдәрҙә.
Әллә шуға бигерәк ғашиҡ инде
Йәйге сыуаҡ аяҙ көндәргә.
Ҡояш булып балҡып нурым һиптем
Тирә-йүнгә, урман-ҡырҙарға.
Юлдарыма матур эҙҙәр һалдым,
Хистәремде һалдым йырҙарға... -
тип яҙған шағирә ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй, матур эҙҙәр ҡалдыра.
Мәктәптә эшләгән осорҙа уҡыусыларына район кимәлендә иң төплө белем биреүсе инглиз теле уҡытыусыһы булһа, әлеге көндә рес-публикала танылыу тапҡан шәхес, балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡайғыртыусан өләсәй, ауылдаштарына мәҙәни тормошта терәк булырҙай ихтирамлы ағинәй.
Берәүҙәр, хаҡлы ялға туҡтағас, юғалып ҡала, йорт ихатаһынан айырылып сығырға көс тапмай, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай башлай. Рима апай ундай заттарҙан түгел, ул һәр ваҡыт хәрәкәттә, ижад итә, төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнаша, еңеү яулай, осрашыуҙарға теләп йөрөй. мәҫәлән: 19 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре “Аҡмулла арбаһы” проекты сиктәрендә ойошторған осрашыуҙа күренекле яҙыусы Әхмәр Үтәбай, ижадын юғары баһалап, “сәсәниә” тип атаһа, 2 декабрҙә Байыҡ Айҙар сәсән иҫтәлегенә үткәрелгән Республика сәсәндәр әйтешендә III дәрәжә диплом менән бүләкләнә, 23 мартта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының “Халыҡ сәсәниәһе” дипломына эйә була, 1 мартта Халыҡ ижады үҙәге тарафынан үткәрелгән республика “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллинаның оҫталыҡ дәресендә, 27 июндә Өфөлә “Китап байрамы” сиктәрендә ойошторолған Бөтә Донъя сәсәндәр фестивалендә ҡатнаша.
Миңә 26 апрелдә Рима апай менән бергә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында үткән “Аҡмулла арбаһы” проектының йомғаҡлау сараһында ҡатнашыу бәхете тейҙе, унда беҙ, “Иң уҡымлы башҡорт хикәйәләре тураһында бер кәлимә һүҙ” тигән бәйгенең еңеүселәре булараҡ, Республика Башлығы грантына нәшер ителгән “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” йыйынтығы менән бүләкләндек, ә уның “Иң егәрле ауыл китапханасыһы” мәҡәләһе Юлыҡ ауылынан Гөлфинә Юлмөхәмәтоваға еңеү яуларға булышлыҡ итте.
Был теҙмәне артабан да дауам итергә булыр ине, Рима апайҙың, үҙе әйтмешләй, төрлө ижад бәйгеләрендә алынған Рәхмәт хаттары, дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары бер һандыҡ йыйылған, уларҙың һәр береһендә халыҡ сәсәниәһенең күңел хисе, йөрәк һүҙе, замандаштарына, киләсәк быуынға әйтер теләге, өгөт-нәсихәте сағыла.
Рәмзиә МОНАСИПОВА,
“Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе урынбаҫары.

Ҡотлайбыҙ!
Халыҡ сәсәниәһе, хөрмәтле Рима Мөхәмәт ҡыҙы РАФИҠОВАны иҫтәлекле ғүмер байрамы – юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уй-теләктәрегеҙ уң, тыуыр таңдарығыҙ тыныс, имен булып, һәр көнөгөҙҙө ышаныс, күңел көрлөгө биҙәһен. Яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеп, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, оҙон ғүмер кисерергә насип булһын. Киләсәктә лә ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен. Гәзит уҡыусыларҙы фәһемле, уҡымлы мәҡәләләрегеҙ менән ҡыуандырып торорға яҙһын.
Ихтирам менән “Табын” гәзите коллективы һәм “Мағаш тауышы”
әҙәби берекмәһе.

“Юлдарыма матур эҙҙәр һалдым...”
“Юлдарыма матур эҙҙәр һалдым...”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: