+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2023, 09:50

Һабан туйы - хеҙмәт туйы

Игенсе һөнәренә, ер кешеһенең хеҙмәтенә дан йырлаусы ҙур байрамдарҙың береһе ул – һабантуй. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, һабан байрамын үткәреү йолаһы йәшәй. 3 июндә районыбыҙҙа ла һабантуй байрамы шаулап-гөрләп үтеп китте.

Һабан туйы - хеҙмәт туйы
Һабан туйы - хеҙмәт туйы

Был көн икеләтә иҫтәлекле булды. Һабантуй башланырҙан алда район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов һәм мәртәбәле ҡунаҡтар: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Р.Р. Ишмөхәмәтов һәм “Мәҙәни-ара партнёрлыҡ үҙәге” автономлы коммерция булмаған ойошма директоры В.В.Латипова етәкселегендәге Германия Федератив Республикаһынан килгән делегация, Ҡырым Республикаһының Белогорск районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Л.Б.Джелялова ра-йон мәҙәниәт һарайы янындағы башҡорт халҡының ғәйрәтле улдары “Төньяҡ амурҙары”ның 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында бөйөк еңеүенә арналған мемориаль комплекс-та уҙған тантаналы митингыла ҡатнашып, һәйкәлгә сәскәләр һалды. Һәм һабантуй майҙанына юлланды.
“Лукойл” автозаправкаһы артындағы иркен һабантуй майҙаны матур итеп биҙәлгән, спорт, халыҡ уйындары, ат сабышы майҙансыҡтары булдырылған, тирмәләр, арт-объекттар урынлаштырылған.
Район һабантуйына күренекле яҡташтарыбыҙ, абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны. Уларҙы һәр ваҡыттағыса ололап, икмәк-тоҙ, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов оҙатыуындағы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы (улар араһында Германиянан делегация һәм Ҡырым Республикаһының Белогорск районы хакимиәтенән вәкилдәр бар ине) “Балалар Арбаты” ҡаршы алды, Балалар ижады үҙәге барабансылары сығышын, бай йөкмәткеле ижади эштәр күргәҙмәләрен, “Батыр” хәрби-патриотик, “Олимп” спорт клубында шөғөлләнеүсе йәш алышсылар һәм дзюдосыларҙың күрһәтмә сығыштарын, “Десант” эҙәрмәндәр хәрәкәтендә шөғөлләнеүселәрҙең табыштарын, “Тирәккәй”, “Миләшкәй” балалар баҡсаларының күргәҙмәләрен ҡараны. Ҡунаҡтар Баллы ихатала булды, Яңы Бурлы ауылынан Эльза менән Риф Мырҙағоловтар етештергән ҡымыҙҙан, ҡаҙылыҡтан, Красноусол, Имәндәш, Табын ауылдары ағинәйҙәре әҙерләгән буҙа, еләк-емеш, шифалы үлән сәйҙәре, ҡайнатмаларҙан, ҡоймаҡ-бәлештәрҙән, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, “ШЭ Фомин” предприятиеһы уңғандары тарафынан ут өҫтөндә ҡунаҡтарҙың күҙ алдында бешерелгән ҡоймаҡтар менән һыйланды.
Бай йөкмәткеле күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, ҡунаҡтар сәхнә ҡаршыһындағы трибунанан урын алды. Мәҙәниәт һәм балалар коллективтары ҡатнашлығында сағыу сығыштар күрһәтелде. “Һабантуй-2023” флагын күтәреү хоҡуғы Ленин исемендәге колхоз малсыһы Денис Садиҡов менән “Восход-СТ” ЯСЙ-е АП-һы механизаторы Марсель Рәхмәтуллинға бирелде.
Һабантуй асыҡ тип иғлан ителгәс, сәхнә түренә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Линара Иванова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Красноусол” шифаханаһы ЯСЙ-е директоры Рәмил Бәҙретдинов, филология фәндәре докторы, профессор, фән кандидаты Ғиниәт Ҡунафин, “Шәжәрә” башҡорт тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге администраторы, "Ғафуриҙар йәмәғәт ойошмаһы" етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Сәүиә Ғәзизова саҡырылды.
Һүҙ - ҡунаҡтарға
Тәүге һүҙ БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Х.Ивановаға бирелде. Линара Хәким ҡыҙы ғафуриҙарҙы байрам менән тәбрикләп, ауыл эшсәндәренә хеҙмәт уңыштары өсөн республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың рәхмәтен һәм ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Республика ҡаҙаныштарында ғафуриҙарҙың өлөшө ҙур булыуын билдәләп, һуңғы йылдарҙа район шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйып алыу буйынса республикала алдынғылар иҫәбендә булыуы, эшҡыуарлыҡтың әүҙем үҫешеүе, инвестиция проекттары тормошҡа ашырылыуы, туристик потенциалдың тиңе булмауы, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә ярҙам күрһәтелеп, быйыл 17 ғаилә бындай ярҙамды (дөйөм 39 миллион һумлыҡ) алыуы, коммерция булмаған сектор үҫеше буйынса лидерҙар иҫәбендә булып, һуңғы өс йылда төрлө гранттар конкурсында 68 еңеү яуланып, районыбыҙҙың коммерция булмаған ойошмалары социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән 54 миллион һум аҡсаға эйә булыуҙары һәм башҡалар тураһында бәйән итте. Л.Иванова Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошманың социаль хеҙмәткәре Рәхилә Йосопова менән район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Регина Баграмованы БР Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Яҡташыбыҙ Рөстәм Ишмөхәмәтов та байрамда ҡатнашыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К.Б.Толкачев һәм шәхсән үҙе исеменән байрам һәм яҙғы баҫыу эштәренең уңышлы тамамланыуы менән тәбрикләне. “Восход-СТ” ЯСЙ-е АП-һы механизаторы Марсель Рәхмәтуллинды, “ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һының инженер-механигы Алексей Тахтаровты, Имәндәш ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Илфат Үтәгәновты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары, “Урожай” КХ ЯСЙ-е бухгалтеры Разалия Ҡорманғолова менән Ленин исемендәге колхоз малсыһы Денис Садиҡовты Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Уңғандарға - дан һәм хөрмәт
Һабан байрамында ҡатнашыусыларҙы ҡотлап район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһаны. Фәнзил Фәйез улы Буруновка ауыл биләмәһе башлығы, Ғафури районының почётлы гражданины Марат Фәтҡолислам улы Рәхмәтуллинды юғары хөкүмәт наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. 2023 йылғы яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалып, һөҙөмтәләр буйынса еңеүсе тип табылған “шәхси эшҡыуар - КФХ башлығы Геннадий Михайлович Тахтаров” хужалығына Диплом һәм 20 мең һумлыҡ бүләк сертификаты, 2-се урынға лайыҡ булған “Восход-СТ” ЯСЙ-е АП-һына (генераль директоры Руслан Бакиров) – 15 мең һумлыҡ, “Агрохим” ЯСЙ-е СП-һына (директоры Руслан Рәжәпов) 3-сө урын һәм 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Районыбыҙҙың Оло Үтәш ауылы “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында ҡатнашып, бәләкәй ауылдар категорияһында 2-се урынға һәм 2500 000 һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнде. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров сәхнә түренә саҡырылып, бүләктәр тапшырылды.
- Бөгөн Ғафури ерендә барыбыҙ ҙа яратып ҡабул иткән һабантуй байрамы. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, беҙ йыл да еңел булмаған крәҫтиән хеҙмәтенә тоғролоҡҡа һынау тотоусы ауыл хужалығы, иҡтисад тармағы эшсәндәрен, игенселәрҙе, малсылыҡта эшләүселәрҙе ололап тантаналы рәүештә ҡотлайбыҙ, - тине Фәнзил Сыңғыҙов. - Ғафуриҙарҙың ғорурланырлыҡтары бар, аграрийҙарыбыҙ алдарына ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәп сыҡты. Уларҙың тырышлығы менән билдәләнгән ваҡытҡа буласаҡ уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынды. Ярауай сәсеүлектәре майҙаны 11 мең 100 гектар, 8 мең тирәһе гектар майлы-техник культуралар тәшкил итә, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, рапс, соя сәселде. Бер нисә йыл һуҙымында “татлы тамыр” уңышы буйынса районыбыҙ республикала лидерҙар иҫәбендә килә. 7 мең гектарҙан ашыу майҙанды мал аҙығы культуралары биләй, әлеге мәлдә сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү эштәре бара.
Малсылыҡ тармағында эшләүселәр ауыл хужалығы продукцияларын етештереүгә һәм малдар һанын кәметеүгә юл ҡуйманылар, малдарҙы йәйләүгә уңышлы күсерҙеләр. Аграр предприятиелар үҫешә, машина-трактор парктары яңыртыла, ағымдағы йыл башынан 75 миллиондан ашыу һумлыҡ төрлө техника (тағылмалы-аҫылмалы ҡорамалдар) һатып алынды.
Районыбыҙ үҫешенә сәнәғәт, сауҙа, хеҙмәтләндереү ойошмалары үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерә. Былтыр район һәйбәт иҡтисади күрһәткестәргә өлгәште. Бөтөн ил буйынса еңел булмаған ваҡытта район үҙенең социаль бурыстарын үтәй. Рес-публика Башлығы Радий Фәрит улына район биләмәһендә эшләп килгән программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Һуңғы ике йыл Украиналағы махсус хәрби операция менән бәйле Ғафури районынан ир-егеттәр башҡорт батальондарында һәм башҡа хәрби частарҙа хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Улар тураһында яҡты иҫтәлек ғафуриҙар күңелендә мәңге һаҡланасаҡ. Беҙ яу яланында алышҡан хәрби традицияларҙы дауам итеүселәр менән ғорурланабыҙ. Уларға иҫән-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Хөрмәтле яҡташтар, район ҡунаҡтары!
- Быйылғы йыл уңышҡа мул, һәр кемдең өҫтәлендә икмәк булһын, һәр кемдең хеҙмәте районыбыҙҙың, республикабыҙҙың үҫеше һәм сәскә атыуына нигеҙ булып торһон. Һабантуй беҙҙең берҙәмлектең һәм киләсәккә ышаныс символы булһын. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар! - тине Фәнзил Фәйез улы сығышын тамамлап.
Район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов байрам уңайынан тәбрик һүҙҙәренә ҡушылды һәм район мәҙәниәт һарайының музыкаль бүлек мөдире Хызыр Нәзировты район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Яҡташыбыҙ филология фәндәре докторы, профессор, фән кандидаты Ғиниәт Ҡунафин байрам менән ҡотланы.
"Ғафуриҙар йәмәғәт ойошмаһы" етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Сәүиә Ғәзизова махсус хәрби операциялағы өс күмәк балалы яугирҙың ғаиләһенә 5-әр мең һум аҡса тапшырҙы. Зөбәржәт Яҡупова биш мәктәпкә "Аманат" журналына подписка бүләк итте.
Һабантуйҙың рәсми өлөшө тамамланғас, сәхнә түре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, коллективтарға бирелеп, байрам концерты башланды. Район мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары, балаларҙың бейеү ансамблдәренең сағыу сығыштары байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.
Кырандастар парады үтеп, ул быйылғы Педагог һәм остаз йылына арналды. Сағыу итеп биҙәлгән кырандастарҙа районыбыҙҙың иң яҡшы педагог һәм остаздарынан вәкилдәр: Красноусол ауыл биләмәһенең кырандасында аталы-ҡыҙлы Дәриғәт Муллағәле улы Рәхимов менән Дилбәр Дәриғәт ҡыҙы Әсәнова (дөйөм педагогик хеҙмәт стаждары 43 йыл), Табын ауыл биләмәһенән әсәле-уллы Факиһа Нафиҡ ҡыҙы менән Илгиз Ирғәле улы Күсәрбаевтар, Аҡкүл ауыл биләмәһенән Ульяновтар: ирле-ҡатынлы Елена Александровна менән Владимир Александрович, ҡыҙҙары Светлана Владимировна (дөйөм стаждары – 108 йыл), Бурлынан алдынғы механизатор-комбайнсы Рәшит Ришат улы Яҡупов һәм уның эшен дауам итеүсе йәш комбайнсы Финзир Фәнил улы Вәлиев, Еҙем-Ҡарандан педагог-ветеран Заря Фәрит ҡыҙы Ғәбдиева, Сәйетбабанан Байбулдиндарҙың педагогтар династияһы: атай-әсәйҙәре Ханнан Закир улы менән Роза Шәрип ҡыҙының юлын дауам итеүсе Илһам Байбулдин, уҡытыусы-ветеран Әлфиә Степанова, Үтәктән педагог-хеҙмәт ветерандары Ғәлиә Әхәт ҡыҙы Бәширова менән Ришат Дауыт улы Мәхмүтов, Ташлынан педагог Марс Марат улы Баймөхәмәтов, Ҡауарҙынан аталы-уллы педагог-тренер Сабир Сабит улы менән шахбокс буйынса чемпион Илсур Сабир улы Исхаҡовтар, Имәндәштән педагог-ветеран Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙы менән килене, мәктәп директоры Әлфинә Фәрит ҡыҙы Мәхмүтовалар урын алғайны.
Быйылғы һабантуйҙың бер биҙәге булып Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына һәм Рәсәй Армияһының 1813-1814 йылғы сит ил походтарына арналған “Дрезден янындағы алыш” хәрби-тарихи реконструкцияһы торҙо. Реконструкция һабантуй яланында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Фонды ярҙамындағы “Ата-бабалар иҫтәлегенә лайыҡлы булырбыҙ!” мәҙәни-тарихи фестивале сиктәрендә үтте. Фестиваль сиктәрендә Өфө ҡалаһында, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм беҙҙең районда йәмғеһе ике тиҫтәнән ашыу сара үтәсәк. Сарала Германиянан “Хайдельберг-Симферополь” дуҫтар араһында” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Магдалена Мельтер етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Фондтың генераль директоры Р.Р. Низаметдинов, БР-ҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, Рәсәй хәрби-тарихи берекмәһенең Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе Р.Н.Рәхимов, проект етәксеһе, “Мәҙәни-ара партнёрлыҡ үҙәге” автономлы коммерция булмаған ойошма директоры В.В. Латипова сығыш яһаны.
Артабан халыҡ уйындары, ат сабышы, “ылаҡ” уйыны, спорт ярыштары, “Иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы” смотр-конкурсы үткән майҙандар халыҡты үҙенә йыйҙы. Ғафури мәғлүмәт үҙәге иһә “Табын” һәм “Звезда” гәзиттәренә яҙылыуҙы ойошторҙо. Халыҡ ысын мәғәнәһендә күңел асты, ял итте, туғандары, дуҫтары, яҡындары менән осрашып аралашты, байрамдан ҡәнәғәт ҡалып таралышты.

Һабан туйы - хеҙмәт туйы
Һабан туйы - хеҙмәт туйы
Һабан туйы - хеҙмәт туйы
Һабан туйы - хеҙмәт туйы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: