+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2023, 13:45

Көрәш батырҙары

Ат сабышынан ҡала милли көрәш тә һабантуйҙың төп йәме булып тора. Көрәшселәр үлсәнеп, көрәшкә әҙерләнә башлағас та уҡ, түңәрәк келәмде халыҡ уратып та алды. “Келәм йәнәшәһендә бәйле торған тәкәләр быйыл кемгә эләгер”, тигән һорау ҙа тынғы бирмәй көйәрмәндәргә.

Көрәш батырҙары
Көрәш батырҙары

Көрәш көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы, бер кем дә бил бирергә теләмәне. Ниһайәт, иң көслөләр билдәләнде һәм 60 килограмм ауырлыҡ категорияһында Фәнүр Кәшәфетдинов (Ишембай) еңеүсе булды, икенсе - Рүзил Ғөбәйҙуллин (Сәйетбаба), өсөнсө урында Илшат Абдуллин (Ҡауарҙы). 70 кг ауырлыҡтағы көрәшселәр төркөмөндә Рушан Шәрипов (Имәндәш) – беренсе, Фирүз Фәхриев (Сәйетбаба) – икенсе, Эмиль Юлбарисов өсөнсө урынды алды. 80 кг ауырлыҡ категорияһында Азат Үтәгәнов – беренсе, Рәис Юлбарисов (Сәйетбаба) – икенсе, Айбулат Хужаев (Ҡауарҙы) өсөнсө урынды яуланы. 80 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында Тимур Ҡолманов еңеүсе булды. Икенсе урын Айрат Мусинға, өсөнсө – Айгиз Бирҙеғоловҡа бирелде.
Абсолют чемпион исеме өсөн көрәш тә сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, Рәйес Юлбарисов еңеүсе тип табылды. Тәкәләрҙе яурындарына һалып, милли көрәш бу-йынса турнир еңеүселәре һәм призёрҙары көйәрмәндәрҙең көслө алҡышына һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.
Йәш көрәшселәр - үҫмер егеттәр араһында 60 кг ауырлыҡ төркөмөндә Дим Ғәлимов (Ауырғазы районы) беренселекте бер кемгә лә бирмәһә, икенсе урын Сыңғыҙ Зәйнетдиновҡа (Сәйетбаба), өсөнсө - Эмиль Ғөбәйҙуллинға (Ауырғазы районы) бирелде. 65 кг ауырлыҡ буйынса беренселекте Илнар Клявкин (Ауырғазы районы), икенсе урынды Фәнзил Амангилдин (Имәндәш), өсөнсөлөктө Рәмзил Кинйәбулатов (Имәндәш) алды. 65 кг.-нан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынға Кирилл Чернов (Красноусол), икенсегә – Ринат Әхтәмов (Имәндәш), өсөнсөгә Айваз Кәримов (Сәйетбаба) лайыҡ булды. Үҫеп килгән йәш көрәшселәр ҙә район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов ҡулынан матур бүләктәр алып ҡыуанды.

Көрәш батырҙары
Көрәш батырҙары
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: