Яңылыҡтар
20 Июня 2023, 05:20

Һәр яҡлап өлгө алырлыҡ

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙе Толпар ауылында йәшәүсе абруйлы кешеләрҙең береһе Зөбәйер Сабит улы Фәхретдиновҡа ҡарата ла әйтергә була. Ысынлап та, уның ҡулынан килмәгән бер эш тә юҡ. Нимәгә генә тотонһа ла, бөтә таҫыллығын һалып башҡара.

Һәр яҡлап өлгө алырлыҡҺәр яҡлап өлгө алырлыҡ
Һәр яҡлап өлгө алырлыҡ

Тауҙар, урмандар ҡамауында, Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан хозур тәбиғәтле Толпар ауылында йәшәгән Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы менән Сабит Ғималетдин улы Фәхретдиновтарҙың күп балалы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә ул. Дүрт ҡыҙҙан һуң улы тыуғас, Сабит Ғималетдин улының түбәһе күккә тейгәндәй була, сикһеҙ шатланып, улына ҙур өмөттәр бағлай. Бәләкәйҙән атаһының терәк-таянысы булып үҫкән Зөбәйер уның өмөтөн аҡларға тырыша. Фәхретдиновтарҙың 10 балалы ғаиләһендә иң өлкән ир бала булараҡ, төп көс бәләкәйҙән Зөбәйер иңенә төшә.
Толпарҙа тиҫтәләрсә саҡрымға ат-арба йәки йәйәүләп барып, ҡуна ятып бесән әҙерләүҙәр иң мәшәҡәтле эштәрҙең береһе һанала. Был эштә лә һынатмай ул, 10 йәше тулыр-тулмаҫтан, ҡулына салғы тотоп, бесән саба башлаһа, һуңғараҡ оҫта кәбән ҡойоусы булып таныла. Тыуған ауылында 8-се класты тамамлағас, Мәләүез ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына барып урынлаша. Слесарь-монтажсы һөнәрен уңышлы үҙләштергән егетте Өфө ҡалаһына эшкә ебәрәләр. "Өфөхимпром” заводында эшләп йөрөгәндә, атаһы өй күтәрешергә тип, улын саҡыртып ҡайтарта һәм ул ауылын юҡһыныуҙанмы, ҡарт атаһын йәлләпме (бәлки икеһе лә булғандыр) ауылда ҡалырға ҡарар итә. Толпарға ҡайтҡас, ике йыл самаһы урында ойошторолған Хужалыҡ-ара төҙөлөш ойошмаһында (МСО) эшләп ала. Бында ул балта оҫтаһы булараҡ танылыу яулай. Атанан күргән – уҡ юнған, тиҙәр бит, Сабит Ғималетдин улы ла ҡул эштәренә оҫта була.
Бер аҙҙан яҙмыш елдәре уны тағы ла ситкә илтеп ташлай. Силәбе уҡыу комбинатында бульдозер машинисы һөнәрен үҙләштерә һәм “Уренгой-2” газ трассаһын һалыуҙа ҡатнаша. Эш шарттары, коллектив һәйбәт, эш хаҡы юғары булыуға ҡарамаҫтан, тыуған Толпары уны барыбер үҙенә тарта. Ике йыл самаһы бульдозер машинисы булып эшләп, ярайһы ғына тормош тәжрибәһе туплаған егет йәнә ауы-
лына ҡайта. Урман хужалығына ағас йығыусы булып урынлашып, ең һыҙғанып эшкә керешә. Күп тә үтмәй, тырыш, егәрле егетте ағас йығыусылар бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Уларҙың бригадаһы планды һәр саҡ арттырып үтәй, сөнки эшселәренә ҡарата ул ипле лә, талапсан да була.
Ошолай дәртләнеп кенә эшләп йөрөгән сағында ауылға бәлә килә – ниндәйҙер сир менән ауыл халҡының малы, айырыуса һарыҡтар ҡырыла башлай. Ә ауылда сиргә ҡаршы көрәшерлек ветеринар юҡ. Малдарҙы дауаларға райондың төрлө ветеринар участкаларынан кеше ебәреп ҡарайҙар, әммә юлһыҙ төбәккә йыш йөрөү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуға район ветеринар станцияһының ул саҡтағы етәксеһе Фәнил Сәйет улы Юлдашев урындағы халыҡ араһынан белгес итерҙәй кандидатура эҙләй башлай. Ауыл халҡы, урындағы етәкселек менән кәңәшләшкәндән һуң, Зөбәйер Сабит улын Шафран ауыл хужалығы училищеһының ветеринария факультетына уҡырға ебәрергә ҡарар итә. 1990 йылда тыуған ауылында ветеринар-фельдшер булып эш башлай ул. Ә инде 1992 йылда Фәнил Юлдашев инициативаһы менән Толпар ветеринар пункты булдырыла һәм уның етәксеһе итеп Зөбәйер Фәхретдинов тәғәйенләнә. Шулай итеп, 30 йылдан ашыу эшләгән дәүерендә малдарҙың төрлө сирҙәргә юлыҡмауы өсөн ныҡлы профилактик эш алып барырға, әллә күпме малдарҙы үлем упҡынынан ҡотҡарып алып ҡалырға тура килә Зөбәйер Сабит улына. Ул үҙе лә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә.
Тормош иптәше, уң ҡанаты Айгөлдән дә уңды Зөбәйер Сабит улы. Ҡулға-ҡул тотоноп, иңгә-иң терәп, парлы ғүмер юлының өсөнсө тиҫтәһен ваҡлайҙар. Өс балаға ғүмер бирҙеләр. Оло ҡыҙҙары Сөмбөл Өфөнөң фән һәм технология университетының филология һәм социология факультетының 4-се курсын тамамлай. Шулай уҡ был тырыш ҡыҙ Өфө фән һәм технология университетының Стәрлетамаҡ филиалында ситтән тороп уҡыны. Ошо араларҙа инде тарих фәне буйынса диплом яҡлап, тарих уҡытыусыһы һөнәренә эйә буласаҡ. Уртансы ҡыҙҙары Наҙгөл М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 3-сө курста инженер-программист һөнәрен үҙләштерә. Кескәйҙәре Юлдаш быйыл 9-сы класты тамамлап, 10-сы класҡа күсә. Юлдаш улына атаһы ҙур өмөттәр бағлай һәм уның да үҙе кеүек төрлө һөнәрҙәргә эйә булыуын, килеп тыуған ҡыйынлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар алдында баш эймәүен теләй.
Эйе, донъяһы түңәрәк Зөбәйер Сабит улының. Үҙ көсө менән өй һалып инде. Хәләл ефете Айгөл Хызыр ҡыҙы менән һәр эште бергәләп, бер һүҙҙән булып башҡаралар. Баҡсала бәрәңге һәм башҡа йәшелсә, емеш-еләкте йыл да уңдырып алалар. Балалары ла үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөп торалар. Ғаиләләге иң оло малай – бер саҡ атай урынына тороп ҡала торған кеше. Зөбәйер шундайҙарҙан. Ауылға ҡайтҡан саҡтарында туғандары, яҡындары, дуҫтары, атай йортона ҡайтҡан кеүек, төбәп уға киләләр. Ҡунаҡ булып ҡына ҡалмай, хужалыҡта ярҙам итәләр, утын-бесән әҙерләшәләр. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, кәрәкле һөнәр эйәһе булғас, Зөбәйер Сабит улын халыҡ һаман да бушатмай. Малдар ауырып киткән саҡтарҙа унан кәңәш һорайҙар, хатта ярҙамға ла саҡыртып алалар.
Боронғо кешеләр тыуған көндәрен төрлөсә иҫтә ҡалдырған: боҙ киткәндә, сәсеү мәле, муйыл, алма сәскә атҡан саҡ, бесән ваҡыты һәм башҡалар. Зөбәйер иһә, бынан алтмыш йыл элек, мәрхүмә әсәһе Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы әйткәнсә, алма сәскә атҡан ваҡытта тыуған. Шуғамылыр, уның күңеле лә алма сәскәһендәй ап-аҡ. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып йәшәгән, бөтә күңелен тик изге эштәргә генә бағышлаған, тормоштан йәм, ғәм һәм тәм табып йәшәй белгән сал сәсле ир-уҙаманы ҡәҙерле ғүмер йомғағын һүтә. Тормош иптәше Айгөл дә күптән түгел генә 50 йәшен тултырғайны ошо араларҙа. Ағайым-ҡустым, апайым-һеңлем тип уларҙы ҡотларға бөтә яҡындары йыйыласаҡ. Бына шундай маҡсаттар менән йәшәй беҙҙең Толпар ауылының өлгөлө һәм маҡтаулы ғаиләләренең береһе – Айгөл һәм Зөбәйер Фәхретдиновтар.
Алты тиҫтәне тултырып, етенсе тиҫтәне ваҡларға йыйыныусы Зөбәйер Сабит улына артабан да тыуған еренә тоғро ҡалып, һөйөклө ҡатыны Айгөл Хызыр ҡыҙы менән балаларының, туғандарының күңел йылыһын, ауылдаштарының хөрмәтен тойоп йәшәргә насип булһын.
Эльвира МИНИЯЗОВА.
Толпар ауылы.

Һәр яҡлап өлгө алырлыҡ
Һәр яҡлап өлгө алырлыҡ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас