Тәбиғәттең үҙгәреүе сәбәпле, һуңғы йылдарҙа төрлө бәләләр, һәләкәттәр йыш ҡабатлана. Тиҙ таралыусан йоғошло сирҙәр ҙә күмәкләп эш итеүҙе талап итә. Йәмәғәтселектең миһырбанлы ҡатламы, диненә, расаһына, енесенә ҡарамай, һәр мохтажға кисектергеһеҙ мәрхәмәт күрһәтергә ашыға.
Яу ҡорбандарһыҙ булмай, тигәндәй, бындайҙар күп ваҡыт үҙҙәренең сәләмәтлеген, хатта ғүмерен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуялар. 19 август - шундай ҡаһармандарҙы иҫкә алыу көнө лә. Батырҙарҙың береһе - БМО хеҙмәткәре Сержиу Виейра ди Меллу тап ошо көндө - 2003 йылда Бағдад ҡалаһындағы ҡунаҡханала шартлау ваҡытында һәләк була.
Бөгөнгө көндә шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Тотош Рәсәй, шул иҫәптән ғафуриҙар Донецк, Луганск Халыҡ Республикалары халҡын украина нацистарынан һаҡлай, ҡурсалай, ауыр хәлдә ҡалғандарға, уларҙың именлеге һағында торған яугирҙарға әленән-әле гуманитар ярҙам оҙата. Был изге эштә һәр кем ҡатнашып, ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Уңышлы эшләп килгән шәхси эшҡыуарҙар, предприятиелар, ойошма-учреждениелар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙарға автомашина, тепловизор, квадрокоптер кеүек ҙур күләмле әйберҙәр, ауылдар халҡы фронт өсөн беренсе кәрәк-яраҡтар, йылы кейемдәр әҙерләй (гәзитебеҙҙең үткән һандарында был хаҡта ентекләп яҙғайныҡ).
Бына әле күптән түгел дөйөм тырышлыҡ менән ошондай посылкалар Һамарҙа хәрби әҙерлек үтеп, тиҙҙән махсус хәрби операция барған биләмәләргә юлланасаҡ яугирҙарға тәғәйенләп йыйылды.
Һәр ваҡыттағыса, был изге эштән районыбыҙ ағинәйҙәре лә ситтә ҡалманы. Һәр ауылда тиерлек улар башланғысында тотош ауыл халҡы яугирҙарға кәрәк-яраҡтар, күстәнәстәр әҙерләһә, красноусол ағинәйҙәре район ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һәр яугир өсөн махсус пакет-бүләктәр тупланы. Посылкалар менән бергә яҡташтарға райондаштар исеменән хаттар ҙа яҙылды. Унда ошондай һүҙҙәр бар: "Һаумыһығыҙ, Рәсәй Армияһының ҡаһарман һалдаттары - яҡташтарыбыҙ! Беҙ Украина ерендә барған ваҡиғалар менән танышып торабыҙ, Ер йөҙөндә һуғыштан да ҡурҡыныс нәмә юҡлығын яҡшы аңлайбыҙ. Һеҙҙең ЛНР, ДНР халҡын ВСУ һалдаттарынан - нацистарҙан батырҙарса һаҡлағанығыҙҙы беләбеҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, ныҡлыҡ теләп, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә ниәтләнек. Беҙҙең ошо күстәнәстәребеҙ, бүләктәребеҙ йәнегеҙгә йылы биреп, Еңеүгә көс-ҡеүәт өҫтәһен. Ерҙә тиҙерәк именлек урынлаштырып, тыуған яҡҡа, атай-әсәйҙәрегеҙ, ғаиләләрегеҙ, балаларығыҙ янына иҫән-имен ҡайтыуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ”.
Үткән ял көндәрендә ра-йон хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов етәкселегендәге делегация тотош район буйынса тупланған гуманитар ярҙам - посылкаларҙы, алғы һыҙыҡта кәрәкле әйберҙәрҙе Һамарҙағы Ғафури егеттәренә алып барып тапшырҙы.
Бөгөнгө шарттарҙа бөтәбеҙгә лә берҙәм булырға, Ватанды һөйөргә, яҡларға, ә яугирҙарҙы хөрмәт итергә кәрәк. Беҙҙең МХО-лағы яугирҙарға күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәп, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итһен.
Юғарыла билдәләнеүенсә, 19 август - Бөтә донъя гуманитар ярҙам ғына түгел, ошо изге эштә һәләк булған ҡаһармандарҙы иҫкә алыу көнө лә. Махсус операция барышында һәләк булған яҡташ яугирҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алайыҡ. Еребеҙҙә тиҙерәк именлек урынлашып, алғы һыҙыҡта булған уландарыбыҙҙың тыуған йорттарына, ғаиләләренә иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләйек.
Мәрхәбә Собханғолова.