Яңылыҡтар
31 Августа 2023, 04:00

Эштәре гөрләй, биләмәһе гөлдәй

31 августа иң изге һәм гуманлы һөнәрҙәрҙең береһе - ветеринария хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Эштәре гөрләй, биләмәһе гөлдәйЭштәре гөрләй, биләмәһе гөлдәй
Эштәре гөрләй, биләмәһе гөлдәй

Байрамдары уңайынан Ғафури район ветеринария станцияһына көнитмештәре менән танышырға һәм начальнигы Фаил Зәйнетдинов менән әңгәмәләшергә юлландыҡ. Биләмәһенән күреп була хужаһының кемлеген тигәндәй, ҡапҡанан ихатаға үтеүгә бар ерҙә күркәмлек, тәртип хөкөм һөргән, йәғни ялт итеп торған ветстанция беҙҙе күҙҙең яуын алырлыҡ шау сәскәгә күмелгән аллы-гөллө сәскәлектәр менән ҡаршы алды. Хозурлыҡҡа һоҡланып, сәскәләргә тамаша ҡылып онотолоп киткәнбеҙ, хатта, Фаил Һәҙиәт улы беҙҙе күреп ҡалып, сығып ҡаршыланы.
Башта эш бүлмәләре менән таныштырып сыҡты. Бинаға кергән урында, килеүселәргә уңайлы булһын өсөн, дарыу-хана пункты урынлашҡан, уға ҙур тәжрибәгә эйә, грамоталы ветфельдшер Владимир Трофимов етәкселек итә. Махсуслашҡан һәм кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған ваҡ йорт хайуандарын (эт, бесәйҙәр) ҡабул итеү бүлмәһендә, йәғни хирургия кабинетында дауалау һәм һәр төрлө операция-лар (түлһеҙләндереү һәм башҡалар) үткәрелә, консультациялар бирелә. УЗИ-аппарат (360 мең һумлыҡ) һатып алғандар, уға айырым кабинет бүленгән. Операцияларҙы өс кеше: ветстанция начальнигы урынбаҫары Елена Новикова, әйҙәүсе ветврач Марина Трофимова, ветврач Эльвира Муллашева эшләй. Башҡа кабинеттар ҙа уңайлы һәм матур итеп йыһазландырылған, гөлдәр менән биҙәлгән, туҡланыу бүлмәһендә өйҙәгесә бар уңайлыҡтар булдырылған. Артабан һүҙ эшмәкәрлектәре тураһында барҙы.
- Беҙҙең район ветеринария станцияһы коллективы 35 кешене, 5 участка ветлечебницаһын (Яугилде, Ҡарағай, Аҡкүл, Красноусол, Яңғыҙҡайын) һәм бер ветеринария участкаһын (Ҡауарҙы) берләштерә. Аҡкүл менән Ҡарағайҙан башҡалары белгестәр менән тулыланды. Уҙған йылда Ҡарағай ветлечебницаһы “БР-ҙың иң яҡшы ветлечебницаһы” респуб-
лика конкурсында 3-сө урын яулап, 150 мең һум премия менән бүләкләнде һәм йыһаз-ҡорамалдар һатып алынды. Ағымдағы йылда ошондай уҡ конкурста ҡатнашҡан Яугилде ветлечебницаһы еңеп сығырына өмөтләнәбеҙ. Уларға уңыштар теләйбеҙ, – тине Ф.Зәйнетдинов. - Ветстанция иҫәбендә шулай уҡ районыбыҙ биләмәһендә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының сифатын күҙәтеүсе ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы бар.
- Йылдың-йылы, көн һайын район ветеринария станцияһының егәрле коллективы малдарҙағы йоғошло ауырыуҙарҙы һәм күпләп таралған йоғошһоҙ сирҙәрҙе булдырмау йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡара: быға диагностик тикшереүҙәр, вакцинация, дауалау-профилактик эшкәртеүҙәр, малдарҙағы гельминттарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән һәм башҡа бик күп саралар инә. Быларҙың барыһы ла белгестәрҙән юғары оҫталыҡ һәм заманса ҡараш талап итә. Беҙҙең төп бурыс – диагностик һәм профилактик сараларҙы ваҡытында үтәп, райондың эпизоотик йәһәттән именлеген тәьмин итеү. Көтмәгәндә килеп сығыуы ихтимал сирҙәр бу-йынса тиҙ арала сара күреү өсөн оператив төркөмдәр төҙөлдө. Улар тейешле махсус кейем, ҡорамалдар һәм ике берәмек “ДУК” махсус техника менән тәьмин ителде. Ветеринар участкаларҙың барыһы ла һыуытҡыс һәм кәрәкле эш ҡоралдары, “Меркурий” системаһында электрон хәлдә ветеринар-оҙатыу документтары тултырыу һәм отчёттар төҙөү өсөн Интернетҡа тоташҡан компьютер техникаһы менән йыһазландырылды.
Ағымдағы йылдың 1 сентябренән ауыл хужалығы һәм ваҡ малдарҙы мотлаҡ биркалау буйынса закон үҙ көсөнә инәсәк. Яҡын йылдарҙа сират йорт ҡоштарына һәм бал ҡорттарына ла етәсәк. Был йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуын профилактикалау йәһәтенән эшләнә. Шуға ла халыҡ был талаптарға аңлап ҡараһын ине. Шулай уҡ мал-тыуарҙарҙы вакцинациялауҙы ла кире ҡағырға ярамай, сөнки йоғошло сирҙәр ҡапыл килеп сығырға мөмкин. Бына бер күңелһеҙ хәлде – Авдон ҡасабаһындағы (республиканың иң ҙур) “Башкирский” ҡош фабрикаһында сыҡҡан ҡош киҙеүен иҫкә төшөрәйек. Уның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ярҙамға беҙҙән биш хеҙмәткәр барып ҡайтты. 28 авгусҡа тиклем туҡтатылмаһа, йәнә бер төркөм белгестәребеҙ унда юлланасаҡ. Шуға ла халыҡҡа уяулыҡты юғалтмаҫҡа, мал-тыуарҙарын биркалауҙан һәм прививкалауҙан баш тартмаҫҡа кәңәш итәм.
Эшмәкәрлегебеҙ тураһында, шулай уҡ төрлө сирҙәр, дарыуҙар, беҙҙең күрһәткән хеҙмәттәр (улар түләүле) менән социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырылған мәғлүмәттәр аша танышып барырға мөмкин.
Беҙҙең коллектив уңған, тырыш, берҙәм, һәр ҡайһыһын үҙ эшенең оҫтаһы тиергә мөмкин, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар. Ветеринария станцияһы биләмәһенең матур итеп, төрлө-төрлө сәскәләр, ағастар, ҡыуаҡтар менән биҙәлеүе һәм эске күренеше лә һәр ваҡыт күркәм, тәртиптә булыуы – барыһы ла хеҙмәткәрҙәребеҙ ҡулы менән башҡарыла. Был йәһәттән төрлө эштәр башҡарыусы Мансур Ғафаровтың (сәскәләргә һыу һибеү ҙә уның иңендә) хеҙмәт өлөшө ҙур.
Һөнәри байрамыбыҙҙы эшмәкәрлегебеҙҙең барлыҡ йүнәлештәре буйынса ла һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайбыҙ. Уңышлы эш артында тотош коллективтың тырыш хеҙмәте ята. Йылдың-йылы һөнәри байрамыбыҙ уңайынан алдынғыларҙы бүләкләү йолаһына тоғро ҡалабыҙ, ҡайһы берҙәре бүләкләнделәр ҙә инде. Улар: Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән Яңғыҙҡайын участка ветлечебницаһы ветврач-эпизоотологы Фәнис Шәрифулла улы Абдуллин менән ветврач Илгиз Сәйфетдин улы Әбсәләмов (Ҡарағай) (пенсияға сыҡтылар) бүләкләнде. Красноусол участка ветлечебницаһы мөдире Рим Кашаф улы Усманов һәм ветфельд-шер-дарыухана мөдире Владимир Васильевич Трофимов РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Йәнә бер төркөм алдынғылар Башҡортостан Республикаһы Ветеринария бу-йынса Дәүләт комитетының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән һөнәри байрамыбыҙ көнөндә бүләкләнәсәк.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан татыу, берҙәм һәм эшлекле коллективты, хеҙмәттәштәремде һәм ветерандарыбыҙҙы Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, эшегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем.

Эштәре гөрләй, биләмәһе гөлдәй
Эштәре гөрләй, биләмәһе гөлдәй
Эштәре гөрләй, биләмәһе гөлдәй
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас