Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2023, 09:25

“Бородино көнө”нән ҙур тәьҫораттар алып

1-3 сентябрҙә Мәскәү өлкәһенең “Бородино яланы” музей-ҡурсаулығында “Бородино көнө” халыҡ-ара хәрби-тарихи фестивале үтте.

“Бородино көнө”нән ҙур тәьҫораттар алып
“Бородино көнө”нән ҙур тәьҫораттар алып

Фестивалдә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан реконструкторҙар, шул иҫәптән Башҡортостандың “Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ла ҡатнашып ҡайтты. Сарала ҡатнашып, 1812-1814 йылғы башҡорт яугирҙарының кейемен һәм ҡоралдарын күрһәтәләр, башҡорт батырҙарының француздарға ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын бөтә донъя, Рәсәй кимәлендә билдәләүенә өлгәшәләр. Атлы яугирҙар сафында тәжрибәле реконструкторҙар – бер нисә йыл рәттән фестивалдәрҙә ҡатнашҡан һыбайлылар Илдар Шәйәхмәтов, Учалынан, 2008 йылдан бирле ҡатнашып, ҙур тәжрибә туплаған Мәжит Ибраһимов, беренсе тапҡыр ҡатнашыусы Фәрғәт Сәғитов, Мәскәүҙә йәшәүсе Учалы районы егете Рауил Өмәрғолов, йәйәүле сафта Дон казактарының артиллерия батареяһы менән бер сафта “яуға” кереүселәр: Рифат Баймөхәмәтов (Сәйетбаба ауылынан), Рита Шәйәхмәтова һәм башҡалар булды, өлкәндәр улдарын да килтергән. Һәр йылдағыса ныҡлы әҙерлекле барып, уларҙың майҙансығындағы бай йөкмәткеле итеп биҙәлгән туҡталҡанан (бивуак) ҡунаҡтар өҙөлмәй. Ҡунаҡтарға ҡурай, ҡумыҙ моңдарын бүләк итәләр, Илдар Шәйәхмәтов Өфө-Бородино юлын үткән ваҡыттарында үҙе ижад иткән “Төньяҡ амурҙары булып ҡайтты илгә даныбыҙ” тигән 21 куплеттан торған шиғырын башҡорт халыҡ йыры “Любезники-любизар” көйөнә һалып француз ҡунаҡтарға йырлап ишеттерәләр. Балалар өсөн күңелле старттар һәм ағас аттар менән уҙыштар – “Терра Башкирия - Бородинола” ат сабыштары ойошторалар. Барыһы ла фестивалдән ҡәнәғәт булып, ҙур тәьҫораттар менән әйләнеп ҡайтты.

“Бородино көнө”нән ҙур тәьҫораттар алып
“Бородино көнө”нән ҙур тәьҫораттар алып
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас