+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2023, 11:50

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – Красноусолда!

20 сентябрҙә Красноусолда ра-йон мәҙәниәт һарайында Коммунис-тик урамы, 14/1 адресы буйынса “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Асыҡ Академияһы үтә!

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – Красноусолда!
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – Красноусолда!

Районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарын фекерҙәштәр менән танышырға, файҙалы мәғлүмәттәр алырға һәм үҙ һаулығын тикшертергә саҡырабыҙ! Һәр ваҡыттағыса, программа бик йөкмәткеле булмаҡсы – лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәре, белгестәр кәңәше ҡаралған. Асыҡ Академия сараларының йөкмәткеһе өйрәтеү, үҫтереү йүнәлешле, улар ҡатын-ҡыҙҙың эске көсөн, хис-тойғоларын тергеҙеп, нығытыуға һәм һәр яҡлап уға булышыуға йүнәлтелгән.
Лекция өлөшө ҡатын-ҡыҙ һаулығы, тышҡы күркәмлек тураһында көнүҙәк темалар менән тулыланасаҡ. Спикерҙар ғаиләлә сәләмәт мөнәсәбәттәр һаҡлау һәм көрсөктө еңеп сығыу хаҡында ла һөйләйәсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам саралары буйынса брифинг ойошторола, унда төрлө ведомство белгестәре финанс, социаль һәм юридик ярҙам тураһында һорауҙарға яуап бирә.
Баш ҡала табиптары “Сәләмәтлек биләмәһе”ндә алдан яҙылыу буйынса бушлай консультациялар уҙғара. Консультацияла мотлаҡ яҙылыу өсөн телефон: 8-961-042-03-03 (эш көндәрендә 8.00-17.00). Инеү ирекле, ҡатнашыу бушлай. Билдәләп үтергә кәрәк, саралар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.
Асыҡ Академия тамаша залында “Үҙ-үҙеңде танып-белеү биләмәһе”нән башланып, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ һәм гинекологияла амбулатор-поликлиник ярҙам буйынса штаттан тыш баш белгесе, медицина фәндәре кандидаты Резеда Юлбарисованың “Йәшлекте һәм матурлыҡты нисек һаҡларға” тигән лекцияһы менән асыла (11.00 – 12.30 сәғәттә).
12.30 – 14.00 сәғәттә - “Идеаль гардероб: стилле, уңайлы, һәр кем алырлыҡ” лекцияһы – стилист Юлия Чувилина.
14.00 - 15.30 – “Бәхетле ғаиләгә 5 аҙым” лекцияһы: клиник психолог, психоаналитик, ЕСРР милли бүлексәһе белгесе (Austria, Vienna) Юлия Хәкимова.
“Аҡыл һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек биләмәһе”ндә (“Эксклюзив”тың көҙгөлө залында, 11.30 – 12.30): ҡартлыҡта ла шатлыҡ, матурлыҡ бар икәнен, оҙон ғүмерле булыр өсөн нимәләр кәрәген белергә мөмкин буласаҡ. “Өлкән кешеләрҙең психологик проблемалары һәм уларҙы хәл итеү (паникалы ҡурҡыу, стресс, үтәлмәгән бурыс тойғоһо менән нисек көрәшергә)”, лекция, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы клиник психологы Людмила Озерова.
12.30 – 13.30 – “120-гә тиклем йәшәйбеҙ”: практик лекция, клиник психолог, психоаналитик Юлия Хәкимова.
14.30 – 15.30 – “Бейеү ритмында”: зумба буйынса оҫталыҡ дәресе, Алһыу Үтәгәнова.
“Өсөнсө сектор биләмәһе” (2-се ҡаттың фойеһы, оркестр залы, 11.00 – 14.00):
- Булдыҡлы етәксе лә, ижади шәхес тә, ғаилә усағын һаҡлаусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ. Еңеү яулаған тематик проекттар менән таныштырыу, үҫешендә үҙенсәлектәре булған балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу; сәләмәтлекте һәм әүҙем оҙон ғүмерлелекте, милли йолаларҙы, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар;
- “Социаль проект: идеянан башлап президент грантына тиклем” өйрәтеүсе семинары, грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн булдырылыусы заявкаларҙы эксперттар тарафынан алдан тиҙләтелгән ҡарау (БР Йәмәғәт палатаһы Аппаратының коммерциялы булмаған ойошмалар буйынса Ресурс үҙәге белгестәре).
“Ярҙам биләмәһе” (оркестр залында, 14.00 – 16.00):
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары буйынса брифинг. Маскировка селтәрҙәре үреү буйынса “Таҫма үр” акцияһы.
11.00 – 13.30 - “Арт-Терапия”: һүрәткә ҡарап диагностикалау һәм проблеманы хәл итеү. “Мир в глазах смотрящего” фильмын ҡарау. “Ҡурҡыуҙан арыныу” медитацияһы. Рушания Бәҙретдинова, БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы.
“Һөнәри үҫеш биләмәһе” (Үҙәкләштерелгән район китапханаһы, ултырыштар залы, 12.30 – 14.00): “Табип та – кеше. Хис-тойғо туҙыуы менән эшләү ысулдары һәм үҙ-үҙеңде тергеҙеү техникаһы”, лекция, “Дәүләт мәшғүллек хеҙмәтенең уҡытыу үҙәге” БР ДАОУ-һы психологы, эмоциональ интеллект буйынса тренер, практикалаусы психолог.
“Сәләмәтлек биләмәһе”ндә (2-се ҡат): Өфө ҡалаһының алдынғы клиникаларынан табиптар: кардиолог, маммолог, гинеколог, репродуктолог, эндокринолог, геронтолог, терапевт, психотерапевт, ортодонт (2-се мәктәп базаһында) консультацияһы (алдан яҙылырға кәрәк).
“Балалар һаулығы биләмәһе” (1-се ҡат): Өфө ҡалаһының алдынғы клиникаларынан балалар табиптары: травматолог-ортопед, балалар неврологы, аллерголог-иммунолог, аутик тайпылыштары (РАС) булған балалар өсөн Менталь сәләмәтлек үҙәге белгестәре консультацияһы.
“Сәләмәт йылмайыу биләмәһе” (Күсмә стоматология комплексы, 11.00-16.00): Өфө ҡалаһы 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы стоматологтары ҡабул итә
“Бәхетле ғаилә биләмәһе” (2-се ҡат – худсовет кабинеты, 11.00 – 16.00): “Ғаилә ялы - шәп!” - ғаилә хеҙмәте белгестәре консультацияһы; лекция һәм консультациялар ваҡытында балаларҙы ҡалдырып тороу өсөн уйын зонаһы эшләй, “Добромама” клубынан һәм психолог кәңәштәре.
“Бала агрессия күрһәтә: ниндәй осраҡтарҙа саң ҡағырға һәм хәлде нисек хәл итергә”, “Ева” клубы психологы Эльвира Зыязетдинова менән диалог-аралашыу.
“Ғафури районы буйынса сәйәхәттәр биләмәһе” (1-се ҡат – диско-зал):
- туристик маршруттар һәм иҫтәлекле урындар менән таныштырыу;
- “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты сиктәрендә экскурсиялар;
- туризм өлкәһендә яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн консультациялар.
“Һөнәрселәр биләмәһе” (1-се ҡат – диско-зал):
- кәсепселәр күргәҙмәһе;
- милли биҙәүестәр, бетеүҙәр, күн әйберҙәр, таҫма менән сигеү, макраме буйынса оҫталыҡ-дәрестәре.
“Матурлыҡ биләмәһе” (1-се ҡат – көҙгөлө зал): визажист Мария Тамоян һәм Рима Кәримованан, массаж яһаусы Флүрә Фәйезованан оҫталыҡ дәрестәре, ҡаш төҙәтеүсе Юлиә Әсфәндиәрованан, сәс матурлау оҫталары Альбина Лотфуллина һәм Гөлнара Ғәббәсованан сәстәргә тиҙ укладка, тренер Юлиә Монасипованан кәңәштәр, косметолог Зәлиә Майбасованан һәм Гөлнара Темированан кәңәштәр һәм бит тиреһен тәрбиәләү буйынса оҫталыҡ дәресе, Айгөл Кәлимуллина һәм Әлиә Шәйәхмәтованан яулыҡ бәйләү бу-йынса кәңәштәр.
“Үҫеш биләмәһе” (КБГИ, 11.00 – 13.00): “Үҫеш биләмәһе. Хәрәкәт кластеры”. Эш башлау.
11.00-12.00 - “Үҫмерҙәрҙә девиант тәртипте иҫкәртеү һәм алдан асыҡлау”, клиник психолог, психоаналитик, Евразия психоанализ һәм психотерапия үҫеше ассоциацияһы белгесе Юлиә Хәкимованың лекцияһы.
“Тәм биләмәһе” (диско-зал, 11.00 - 16.00): күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре – “Алтын ҡурай” ЯСЙ-нән милли аш-һыу әҙерләү, “Сифат тирмәне” ЯСЙ-нән“Барыһы ла шоколадта” шоколадын әҙерләү, “Ағинәйҙәр” район йәмәғәт ойошмаһынан милли аш-һыу – буҙа, ҡорот әҙерләү. Дарыу үләндәре күргәҙмәһе, “Тыуған яҡтың шифалы үләндәре” фитосәйе.
Надежда Сергееванан гүзәл һәм оҙон ғүмерле булыу өсөн сәләмәт аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе.
Алина Әбделмәнованан гөлләмәләр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Асыҡ Академияһының тантаналы өлөшө (тамаша залы, 1 ҡат, 16.00).
Рәхим итегеҙ!

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – Красноусолда!
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – Красноусолда!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: