Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Навстречу семье” клубының маҡсаты - балаларҙың психологик һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, телмәр кәмселектәрен төҙәтеү, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы шарттарында уларҙы һәр яҡлап үҫтереү, шулай уҡ төрлө йәшәү шарттарында барлыҡҡа килгән психологик һәм телмәр проблемаларын хәл итеүҙә балаларға, ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға ваҡытында ярҙам күрһәтеү.
Көн һайын беҙҙең клуб белгестәре: мөдир Галина Юрьевна Сөләймәнова, клуб етәксеһе (өлкән тәрбиәсе) Гөлнара Айҙар ҡыҙы Мос-тафина, педагог-психолог Дилбәр Илгиз ҡыҙы Ғүмәрова, уҡытыусы-логопед Лилиә Фәрит ҡыҙы Солтанғолова мохтаждарҙың барыһына ла квалификациялы ярҙам күрһәтә.
Белгестәр балалар менән логопедик һәм психологик дәрестәр, семинар-практикумдар, ата-әсәләр һәм балалар менән күнекмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғара, консультация һәм психологик ярҙам күрһәтә.
Һеҙҙе Красноусол ауылы, Карл Маркс урамы, 72-се йортта, “Тирәккәй” балалар баҡсаһында көтәбеҙ. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8(34740)2-67-72, 8-927-237-37-25.