+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 10:45

Булмышынан нур бөркөлә

Кеше ғүмер үренә артылғанда үткән тормош юлына байҡау яһай. Яратып башҡарған эшең, ҡорған донъяң, үҫтергән балаларың, эргә-тирәләгеләрҙең мөнәсәбәте быны асыҡ сағылдыра. Арабыҙҙа йәшәлгән ғүмере һоҡландырған кешеләр бихисап. Шундайҙарҙың береһе – Юлыҡ ауылының хөрмәтле шәхесе, бар ғүмерен балаларға аң-белем биреүгә арнап, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған Рәмилә Самат ҡыҙы Зәйнетдинова.

Булмышынан нур бөркөлә
Булмышынан нур бөркөлә

Төрлө нағыштарҙан биҙәк яһап, бар тәбиғәтте алтынһыу төҫтәргә мансып, көҙгө муллыҡ, йомартлыҡ тантана иткән мәлдә, 1958 йылдың 15 сентябрендә Юлыҡ ауылында йәшәүсе Нәсиха менән Самат Моратовтар ғаиләһендә берҙән-бер ҡыҙ бала булып донъяға килә Рәмилә. Тиҫтерҙәре менән шау-гөр килеп Еҙемдә һыу инеп, емеш-еләккә йөрөп, төрлө уйындар уйнап үтә ғәмһеҙ бала саҡтары. Һылыу ҡыҙ көҙҙөң үҙе кеүек йомарт күңелле, бай рухлы, алсаҡ булып буй еткерә. Йәше еткәс, уҡырға бара. Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары ла артта ҡала. Зирәк, тырыш ҡыҙ мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, өлгөргәнлек аттестатына эйә була.
Яҙмыш Рәмиләне ауылға өләсәһенә Красноусол ауылы янындағы хәҙер бөткән Быяла ауылынан ҡунаҡҡа килгән Рауил менән осраштыра. Һәм ике йыл мөхәббәт утында янып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәш йөрәктәр ҡауыша. Биш йыл Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында йәшәйҙәр, баш балалары – улдары Руслан менән ҡыҙҙары Лилиә донъяға килә. Йәнтөйәктәрен, яҡындарын һағыныуҙары көслө булған Зәйнетдиновтарға Юлыҡҡа әйләнеп ҡайтырға насип була, бында атай-әсәйҙәре менән йәшәйҙәр. Тиҙҙән өй һалып сығалар һәм ошонда төпләнәләр. Өсөнсөгә – ҡыҙҙары Зөһрәгә әсәй булыу бәхетен кисерә, әммә уның ғүмере ҡыҫҡа була, 9 йәшендә генә яҡты донъянан китә.
Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, Рәмилә Самат ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, дипломға эйә була һәм тыуған ауылы мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Уҡыусыларында туған телгә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләүгә бар булмышын һалып эшләй ул. Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла Рәмилә Самат ҡыҙына хас сифаттар. Ауылда Рәмилә Зәйнетдинованы моңло йырсы, оҫта мандолинасы тип тә беләләр. Ул “Еҙемкәй” фольклор һәм мандолинасылар ансамбле етәксеһе лә. Мәҙәни тормоштоң уртаһында ҡайнаған Зәйнетдиновтар ғаиләһе заманында төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ғаилә ансамбле булараҡ сығыш яһайҙар ине. Тормош иптәше Рауил Ғөбәйҙулла улы ла әүҙемлеге менән айырылды. Ауыл малайҙарын спортҡа ылыҡтырып, улар өсөн бокс секцияһы ойошторҙо, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнде, халыҡ табибы булып танылыу алды.
Тормош гел шатлыҡтарҙан ғына тормай, әсе хәсрәттәр ҙә урап үтмәй Рәмилә Самат ҡыҙын. Матур итеп йәшәп ятҡанда, яратҡан тормош иптәше, балаларының атаһы, 50 генә йәшендә яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Бер нисә йыл элгәре әсәһен юғалтыу ҡайғыһын да кисерҙе ул.
Ауыл уҡытыусыһының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек. Күпме түҙемлек, сабырлыҡ, тәртип, йыйнаҡлыҡ, ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү һәм башҡа сифаттарға эйә булырға кәрәк. Был сифаттарҙың барыһына ла эйә Рәмилә апай. 33 йыллыҡ педагогик хеҙмәт юлында үҙен талапсан, белемле, етди, тырыш уҡытыусы итеп танытты. Уның яуаплылыҡ, оҫталыҡ сифаты ла күптәргә өлгө.
Рәмилә Самат ҡыҙының педагогик хеҙмәте ра-
йон хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең һәм БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән баһаланған.
Ғүмер аҡҡан һыуҙай тиҙ уҙа. Балаларының барыһы ла буй еткереп, ғаилә ҡороп, яратып һайлаған һөнәрҙәрендә эшләйҙәр, тормош һуҡмағы буйлап үҙ аллы атлайҙар. Ғаиләлә иң өлкәндәре – Руслан менән Лилиә һәм иң кесеһе Әлфиә – юрист һөнәрен һайлаған. Улы Красноусол Балалар шифаханаһында юрист, ҡыҙҙарының өлкәне Миәкә районында судья, икенсеһе - Ғафури район суды судьяһы ярҙамсыһы. Зөлфиәләре һөнәре буйынса табибә, Үҙәк район дауаханаһында эшләй. Бөгөн Рәмилә Самат ҡыҙы ҡәҙерләп үҫтергән балаларының уңыштарына ҡыуанып, һигеҙ ейән-ейәнсәренә өләсәй, һөйөклө атаһының терәк-таянысы булып, бәхеткә төрөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә. Йортонда һәр яҡтан да килгән, уңған хужабикә, ихата тулы сәскәләр, тәҙрә төбөндә гөлдәр, баҡсала еләк-емеш, йәшелсәләр үҫә. Буш ваҡыттарында мандолина ҡылдарын сиртә, моңланып йырлап та ала.
Оҙаҡ йылдар Юлыҡ мәктәбендә эшләп, әле лә коллектив менән бәйләнеште өҙмәй, әүҙем тормош алып барған, булмышынан ихласлыҡ, алсаҡлыҡ бөркөлгән, нурлы йөҙөндә күңел зирәклеге, аҡыл ҡеүәһе сағылған, яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән көслө рухлы Рәмилә Самат ҡыҙына сәләмәтлек, шатлыҡтарға тулы оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Бөгөн, 15 сентябрҙә, сәскә гөлләмәләре тотоп, ҡәҙерле инәйҙәрен күркәм юбилейы менән ҡотларға улы-килене, ҡыҙҙары-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре килер һәм рәхмәт һүҙҙәре менән изге теләктәрен еткерер. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле Рәмилә Самат ҡыҙы!

Булмышынан нур бөркөлә
Булмышынан нур бөркөлә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: