Килешеү буйынса хеҙмәт итеү өсөн идеаль кандидат – һаулығы ныҡ, хөкөм ителмәгән, насар ғәҙәттәре булмаған 18-60 йәшлек ир-егет. Кандидат талап ителгән хәрби белгес булһа, 65 йәшкә тиклем дә хеҙмәткә алыу мөмкинлеге бар. Апрелдән башлап армияла хеҙмәт итмәгәндәр ҙә контракт буйынса хеҙмәт итә ала. Призывниктар үҙҙәренең контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүе тураһында саҡырыу комиссияһына әйтә ала. Һәм комиссия ҡарар ҡабул итә.
Теләгән һәр кем ентекле һайлап алыу үтә. Беренсе этапта улар менән психологтар әңгәмәләшә, һуңынан буласаҡ контрактсылар медицина тикшереүе үтә. Барыһы ла һәйбәт булһа, улар контракт төҙөй, һуңынан юлға сығалар.
Рәсәй армияһында контрактсылар һаны - оборона һәләтен нығытыу өлкәһендәге төп күрһәткестәрҙең береһе икәнлеген барыһы ла аңлайҙыр, тип уйлайым. Ҡорал тотоп, илебеҙҙе яҡларға әҙер булған профессионалдар ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем тиҙерәк теләһә ниндәй янауҙарға ҡаршы тороп илебеҙҙең именлеген тәьмин итә алған көслө һәм заманса армия булдырырбыҙ. Шуға күрә контрактсыларҙы йыйыу дауам итә. Хәрби частар исемлеге даими яңыртыла, шул иҫәптән йүнәлештәре лә.
Шуны билдәләп үтке килә: контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр илебеҙ оборонаһына етди өлөш индерә. Йәш быуынды әҙерләү һәм уҡытыу менән шөғөлләнәләр, шулай уҡ хәрби операцияла һәм күп һанлы уҡыуҙарҙа ҡатнашалар. Уларҙың һөнәри оҫталығы һәм тәжрибәһе армияның һөҙөмтәле эшләүен тәьмин иткән мөһим факторҙар булып тора.
Мотоуҡсылар, танкистар, десантсылар...
- Район ир-егеттәре ҡайҙа хеҙмәт итергә китә?
- Хәрби-табип комиссияһын тикшереүҙе уңышлы үткән ир-егеттәр килешеү төҙөй һәм илебеҙ биләмәһендәге төрлө хәрби частарға ебәрелә. Ғәскәр төрөн һайлау һәр кешенең хәрби-иҫәп һөнәренә бәйле. Ғафуриҙар мотоуҡсылар, танкистар булып китә, Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм башҡалар рәтен тулыландыра.
Үҙ ирке менән махсус хәрби операция зонаһына барырға теләүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Салауат Юлаев исемендәге Рәсәй гвардияһы линияһы буйынса ойошторолған батальонға барырға теләгән ир-егеттәр махсус штабҡа мөрәжәғәт итә, документтар тултыра һәм ҡарар көтә ала. Уларҙың күптәре ниндәй түләүҙәр ҡаралғанлығы, льготалар һәм дәүләт ярҙамы саралары хаҡында хәбәрҙар. Әгәр консультация кәрәк икән, уларға СВО зонаһында хеҙмәт итеү шарттары, вазифалар, контракт ваҡыты тураһында аңлатырға әҙерҙәр.
Беҙ ҙә ҡулдан килгәнсе ярҙам итәбеҙ. Был йәһәттән Ғафури районы хакимиәте урындағы үҙидара органдары менән берлектә ҙур эш башҡара. Муниципаль власть һәм ауыл советтары вәкилдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, гуманитар ярҙам йыйыуҙы һәм алып барыуҙы ойоштора. Һис шикһеҙ, СВО зонаһында булған яугирҙар менән дә бәйләнештәр бар.
“Беҙҙән башҡа бер кем дә”
- Контракт буйынса хеҙмәт иткәндә махсус операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй түләүҙәр тейеш, үҙгәрештәр бармы?
- Контракт буйынса хеҙмәт иткәндә СВО-ла ҡатнашыусыларға һәр командировка көнөнә - 4240 һум, 31 көнгә 131 440 һум, 3 айҙа 394 320 һум күләмендә аҡса түләнә. Хәрби хеҙмәт осоронда Рәсәй Федерацияһы ордены (миҙалы) менән бүләкләнгән хәрбиҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү - биш оклад күләмендә, ай һайын - хәрби вазифа буйынса окладтың 50 %-ы түләнә. Контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү 195 мең һум тәшкил итә. Артабан СВО-ла ҡатнашыусылар төбәктән алты ай һайын ошондай хеҙмәт хаҡы ала. Бынан тыш, контракт төҙөгән хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына тейешле өҫтәмә социаль льготалар һәм гарантиялар бар, хәрбиҙәр “хәрби хәрәкәттәр ветераны” статусына һәм льготалы торлаҡ менән тәьмин итеүгә иҫәп тота ала.
Дөйөм алғанда, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр өсөн ҙур түләүҙәр, һөнәри һәм карьера үҫеше кеүек төрлө ярҙам һәм дәртләндереү саралары ҡаралған.
Донбассты һаҡлау һәм биләмәләрҙе неофашистарҙан һәм милләтселәрҙән азат итеү буйынса махсус хәрби операция барғанда, РФ Ҡораллы Көстәренә, дәүләттең мәнфәғәттәрен профессиональ кимәлдә яҡларға әҙер ҡыйыу яугирҙар кәрәк. Һәм беҙҙең яҡташтар, ошондай яуаплы ҡарар ҡабул итеп, тыуған еребеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыу өсөн контракт нигеҙендә хеҙмәткә бара.
Үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә Ватанын, яҡындарын дошмандан һаҡламаҫ. Ир-егеттәребеҙ һәр саҡ сыҙамлы, тәүәккәл һәм ҡыйыу булыуы менән айырылып торҙо, һәм хәҙер ҙә улар ысын батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.
РФ Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итергә теләгәндәргә Красноусол ауылының хәрби-иҫәп пунктына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәбеҙ, ул К.Маркс урамы, 14-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Һорауҙарҙы 8 (34740) 2-14-57 телефоны буйынса ҡабул итәбеҙ. Ғаризаны өйҙән сыҡмайынса ла “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтына инеп, “Ирекмән йәки контракт буйынса хеҙмәткәр булыу” сервисы аша бирергә була. Бынан тыш, ғаризаны Рәсәй Оборона министрлығы сайтындағы шәхси кабинетта яҙырға мөмкин. Электрон төрҙә бирелгән бөтә ғаризалар һайлап алыу пункттарына ебәрелә. Артабан беҙ кандидаттар менән бәйләнешкә инәбеҙ һәм нисек эш итергә кәрәклеген аңлатабыҙ.
- Игорь Александрович, мәғлүмәт өсөн рәхмәт.