+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь , 17:45

Көҙгө һабантуй күңелле үтте

Йәшәйешебеҙҙең төп мәғәнәһе - балалар. Һәр атай-әсәй өсөн уларҙың шат йылмайыуы һәм бәхетле күҙ ҡараштары, һаулығы иң ҙур байлыҡтыр.

Көҙгө һабантуй күңелле үтте
Көҙгө һабантуй күңелле үтте

Ауылыбыҙҙың Йәштәр урамында йәшәүсе Эльвира менән Илнур Шәйәхмәтовтар, Таңһылыу Рәхмәтуллина, Ләйсән Суфиянова һәм башҡалар был хәҡиҡәтте төплө аңлайҙар. Тап улар башланғысында ошо урамда балалар өсөн уйын-спорт майҙансығы булдырылды. Әле бына яңы уҡыу йылы алдынан йәнә күңелле сара – йәйҙе оҙатып, көҙгө һабантуй ойошторҙолар.
Байрам үтәһе майҙан ысын һабантуй яланына оҡшап ҡалған, хатта ысын сәхнә лә эшләп ҡуйылғайны. Яландың бер яғында “сауҙа рәттәре” теҙелеп китһә, икенсе яҡта – байрам табыны әҙерләнгән. Балалар ғына түгел, тотош ауыл халҡы дәррәү килде һабантуйға.
Бурлы ауыл Советы депутаты Илнур Шәйәхмәтов байрамды асып, балаларға күңелле ял теләне, һәр төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Нурлан Ғәлләмов бик оҫта итеп ойошторған спорт ярыштарының ниндәйе генә юҡ, ысын һабантуйҙан һис тә ҡайтыш түгел. Балалар футбол, волейбол уйнанылар, “ат сабышында” ла ҡатнаштылар, көйәнтә менән һыу ташынылар. Бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән дә һуғыштылар, арҡан да тартыштылар. Ауыл балалары ғына түгел, төрлө ҡалаларҙан олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә һәр төрлө ярышта үҙҙәрен һынап ҡараны.
Ә сәхнәнән йыр-моң өҙөлмәне. Ләйсән Суфиянова, Илнур Шәйәхмәтов, Эльмира Мөхәрмәтованың моңло йырҙары, шулай уҡ балаларҙың дәртле сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Байрам концертын Эльвира Шәйәхмәтова бик йәнле һәм күңелле итеп алып барҙы.
Спорт ярыштарында еңеүселәргә, шулай уҡ әүҙем ҡатнашыусыларға матур-матур бүләктәр тапшырылды. Ә бүләктәр әҙерләүҙә тотош ауыл халҡы ҡатнашты.
Байрам һуңында һабантуйға килеүселәрҙең барыһы ла уңған хужабикәләр Эльвира менән Зөлфиә Ғиззәтуллиналар, Әлиә Ғәлләмова әҙерләгән табын артында һыйланды, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Балалар өсөн генә түгел, тотош ауыл халҡына ошондай күңелле сара үткәргәндәре өсөн ойоштороусыларҙың барыһына ла бик рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ музыка һәм тауыш аппаратураларын йортондағы электр үткәргесенә тоташтырырға рөхсәт иткән өсөн Нәсимә Зәйнуллинаға ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Ә көҙгө һабантуй барыбыҙға ла ифрат оҡшаны.
Рим Исламғолов.
Ҡормантау ауылы.

Көҙгө һабантуй күңелле үтте
Көҙгө һабантуй күңелле үтте
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас в