+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 10:45

Сикһеҙ талант эйәһе

Беҙҙең Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе һәр ваҡыт көслө, алдынғы ҡарашлы, мәҙәниәтле уҡытыусыларға бай булды, матур традициялар быуындан-быуынға күсә килә. Һуңғы йылдарҙа мәктәптең мәҙәни тормошона ҙур өлөш индергән Илһам Ханнан улы Байбулдин күптән түгел 50 йәшлек юбилейын билдәләне.

Сикһеҙ талант эйәһе
Сикһеҙ талант эйәһе

Илһам абруйлы уҡытыусылар ғаиләһендә, 4 ҡыҙ араһында үҫте. Атаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, музыка һәм рәсем уҡытыусыһы Ханнан Закир улы, әсәһе - Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, инглиз теле уҡытыусыһы Роза Шәрип ҡыҙы. Байбулдиндар - мәктәп, ауыл, райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан музыкаль ғаилә. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап талантлылар. Илһам Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡығанда уҡ ауылыбыҙҙың данлыҡлы ҡурайсыһы Сәхиулла ағай Хәкимовтан ҡурай серҙәренә өйрәнде һәм уны үҙенең уҡытыусы-остазы тип иҫәпләй, уға һәр саҡ рәхмәтле.
Урта мәктәпте тамамлағас, киләсәген ҡурайға бәйләргә ҡарар итеп, Өфө сәнғәт училищеһының Ришат Рәхимов етәкселегендәге ҡурай бүлегенә уҡырға инә һәм 1994 йылда училищены тамамлай һәм тыуған мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. 2000 йылда Өфө сәнғәт институтында уҡып, ҡурай класы буйынса юғары белемле уҡытыусы, концерт ҡуйыусы, халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе дипломын ала. Ошо уҡ йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-При яулап, үҙенең хеҙмәт юлын юғары уңыштары менән башлап ебәрә. Мәктәптә ҡурайсылар ансамбле ойоштороп, уҡыусылары менән төрлө ра-
йон, республика бәйгеләрендә ҡатнашалар, һәйбәт уңыштарға ла өлгәшәләр. Мәҫәлән, 2007 йылда Октябрьский ҡалаһындағы “Ҡурай байрамы” республика конкурсында мәктәптең ҡурайсылар ансамбле 3-сө урын алды, ә Артур Килмөхәмәтов айырым сығышта III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ мәктәп уҡыусыларының “Урал батыр” эпосы һәм “Аҡмулла вариҫтары” сәсәнлек бу-йынса район, республика бәйгеләрендәге уңыштары Илһам Ханнан улының ныҡлы ярҙамы менән яуланды. Сөнки ҡобайыр башҡарған уҡыусының думбыра, ҡурайҙа уйнауы, йырлауы ҙур роль уйнай.
Быйыл Бөрйән районында үткәрелгән “Урал батыр” эпосы буйынса республика бәйгеһендә Сәйетбаба урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Илһам Рәхимовтың 3-сө урын алыуы ла быға асыҡ миҫал.
2006 йылда Салауат районында “Салауат йыйыны” республика сәсәнлек бәйгеһендә 6-сы класс уҡыусыһы Илгиз Аҫылбәков гран-при яуланы. Йөкмәткеле ҡобайыр һәм йыр-моңға маһирлығы менән яуланған еңеү ине был. Жюри рәйесе Розалия Солтангәрәева ла уны: “Сәсән бына шулай була, үҙе һөйләй, йырлай, бейей, музыка ҡоралында ла уйнай, афарин”, - тип маҡтаған ине. Илгиз ысынлап та ҡурайҙа ла, думбырала ла, ҡумыҙҙа ла оҫта уйнай. Ул шулай уҡ “Урал батыр”, “Аҡмулла вариҫтары” һәм “Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрәге йүнәлешендә үткәрелгән фольклор эштәре буйынса республика бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһаны, призлы урындарға лайыҡ булды. 2007 йылда “Урал батыр” IX республика бәйгеһендә Айнур Әминев, 2008 йылда иһә Илшат Байбулдин “Аҡмулла вариҫтары” республика бәйгеһендә 1-се урынды алды (икеһенең дә урындары йәннәттә булһын).
Сәсәнлек бәйгеләрендә яуланған уңыштарым өсөн үҙем дә Илһам Ханнан улына рәхмәтлемен. Сығыштарҙы музыкаль яҡтан биҙәүҙә тап ул ярҙам итте. 1995 йылда Төркиәнең Анкара ҡалаһында Илһам Ханнан улы етәкселегендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең фольклор коллективы, Рәсәй мәҙәниәт министрлығының төп таянысы һәм берҙән-бер ҡатнашыусы булып, Халыҡ-ара фольклор коллективтары фестивалендә ҡатнашты. Ә 1996 йылда был сығыш Башҡортостан телевидениеһында күрһәтелде. 2008 йылда мәктәптең ҡурайсылар триоһы Салауат ҡалаһының 60 йыллығына арналған зона конкурсында 3-сө урын алды. 1997 йылда мәктәптең фольклор ансамбле балаларҙың республика “Урал тауышы” ижади фестивалендә I дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. 2004 йылда Сәйетбаба ауылының 300 йыллыҡ юбилейында Илһам Байбулдин байрамдың музыкаль яҡтан биҙәүсеһе һәм 40 ҡурайсынан торған ансамблдең етәксеһе булды. Шулай уҡ 2008 йылда конгресс-холл сәхнәһендә “Сәйетбаба – изге төйәк” концертының музыкаль биҙәүсеһе булды һәм 70 кешенән торған уҡытыусылар хоры уның “Башҡортостан” йырын уңышлы башҡарҙы.
Уҡытыусы булараҡ ул эш тәжрибәләре менән дә йыш уртаҡлаша. Асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар, район, респуб-
лика уҡытыусылары семинарҙары, ҡурай буйынса оҫталыҡ дәрестәре, өзләү оҫталыҡтарын күп мәктәптәрҙә күрһәтте.
Илһам Ханнан улы - ҡурай, думбыра, дөңгөр кеүек башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы ла. Уның музыка ҡоралдарын Башҡортостандың күп райондарында һорайҙар һәм теләп һатып алалар. Ҡурайсы, көйҙәр, йырҙар ижад итеүсе булараҡ та киң танылыу алды. Уның күп көйҙәре республика ҡурайсылары репертуарына, Ришат Рәхимовтың “Ҡурай” китабына индерелгән.
Илһам Ханнан улы йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә талантлы уҡытыусы, музыкаль яҡтан биҙәүсе, ҡурайсы, төрлө башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын яһаусы һәм уйнаусы, мәктәп, ауыл, район, республика тормошонда төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, ойоштороусы булараҡ “Өҫтөнлөклө милли проект” сиктәрендә уҡытыусылар конкурсында еңеүсе булды һәм Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды.
2006 йылда Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға XI Республика ҡурайсылар бәйгеһендә “Өзләү” номинацияһында I дәрәжә диплом һәм лауреат исеме бирелә. 2007 йылда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Респуб-лика Халыҡ ижады үҙәге һәм Мәсетле муниципаль район хакимиәте ойошторған I асыҡ Республика ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһендә 2-се урын алып, лауреат исеменә лайыҡ булды. 2008 йылда Өфөлә балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының республика конкурсында ҡурай класы буйынса I дәрәжә диплом менән бүләкләнә. 2015 йылда Карелия Республикаһында Бөтә Рәсәй эпостар йырлау конкурсында ла еңеү яулай. 2016 йылда I Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә гран-при ала.
Ә бына 2017 йылда Илһам Ханнан улы башҡорт халыҡ музыка сәнғәтенә арналған “Пряничный домик. Песнь сэсэна” (режиссеры – О.Карелина) документаль фильмында ла ҡатнашты. 2018 йыл Абакан ҡалаһында үткән Халыҡ-ара өзләү һәм “Хай-Моней” әйтешендә 3-сө урын, 2018 йылда Өфөлә үткәрелгән Бөтә Рәсәй Сәсәндәр фестивалендә төп призға лайыҡ була. 2019 йылда инде халыҡтың сәсәнлек сәнғәтенең үҫешен күрһәткән һәм уны һаҡлау маҡсатында, халыҡ-ара дуҫлыҡ, ижади берҙәмлекте нығытыу йүнәлешендә Юнеско ҡанаты аҫтында ойошторолоп, Үзбәкстандың Термез ҡалаһында үткәрелгән бахши сәнғәте фестивалендә ҡатнаша һәм сәсәндәр араһында 2-се урын яулай һәм 3,5 мең долларлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Илһам Байбулдин Рәсәй хөкүмәтенең 2021 йылдың 17 декабрендәге ҡарарына ярашлы “Йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте” номинацияһында башҡорт эпостарын оҫта башҡарыусы сәсән булараҡ таныла һәм Дәүләт Кремль һарайында “Рәсәй күңеле” премияһы менән бүләкләнә.
Башҡорт халҡының музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы, көйҙәр авторы, ҡурайсы, думбырасы, өзләү оҫтаһы Илһам Ханнан улы Байбулдин 2014 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде. Төрлө йүнәлештәге талант эйәһе Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда эшләгән ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙы етәкләгән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Асанай” халыҡ фольклор ансамбленең таянысы, музыкаль яҡтан биҙәүсеһе, ныҡлы ышанысы ла. “Асанай”ҙың һәр уңышлы сығышы уға юбилей байрамы бүләге лә. Шулай уҡ ҡыҙы Нәркәстең БДУ-ны тамамлап, ҡулына инглиз теле уҡытыусыһы дипломын алыуы, улы Юлдаштың аграр университетҡа уҡырға инеүе бүләктәрҙең иң олоһолор. 9-сы класҡа уҡырға барған Мирас улы һәләтле, моңло ғаиләнең рухын һаҡлар. Киләсәктә лә яңынан-яңы ижади уңыштар, ҡаҙаныштар насип булһын һеҙгә, Илһам Ханнан улы!
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.

Сикһеҙ талант эйәһе
Сикһеҙ талант эйәһе
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: