+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2023, 12:45

Батырҙарға - мәңгелек дан!

Районда йыл һайын сентябрҙең икенсе шәмбеһендә локаль һуғыштарҙан әйләнеп ҡайтмағандар хөрмәтләп иҫкә алына. Уҙған шәмбелә Красноусолда локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн Геройҙар Аллеяһы эргәһендәге майҙанда митинг үтте. Унда район халҡы һәм ҡунаҡтары, Афған һәм Чечен һуғышы, хәрби бәрелештәр ветерандары, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, “Йәш армиясылар” һәм башҡалар ҡатнашты.

Батырҙарға - мәңгелек дан!
Батырҙарға - мәңгелек дан!

Сараны район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы, 2-се ранг капитаны Владимир Ильич Герасимов менән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Альбина Ишкина асҡандан һуң, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғыраны.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары, полковник Файруз Ғимаҙиев сығыш яһап, улар локаль һуғыш, сик һағы, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарына, һәләк булғандарҙың атай-әсәйҙәренә, туғандарына иҫәнлек-һаулыҡ теләнеләр, яуҙа һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйеүҙәрен, улар мәңге беҙҙең хәтерҙә булыуҙарын әйтеп үттеләр.
Сарала бүләкләүҙәр ҙә булды. 2023 йылдың 8 майындағы Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған рядовой санитар-пулеметсы Алмаз Нияз улы Шафиҡов үлгәндән һуң дәүләт наградаларына – Батырлыҡ, Изге Георгий - lV дәрәжә Георгий тәреһе ордендарына тәҡдим ителеп, сарала тантаналы шарттарҙа ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡындары – ата-әсәһенә, улы Дамирға был наградалар тапшырылды. Шулай уҡ 1987-89 йылдарҙа Афғанстанда, Таджикистанда интернациональ бурысын үтәгән, 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәжәб Риф улы Халиҡов "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде. “Украиналағы махсус хәрби операциялағы геройҙарҙың иҫтәлеген һәм данын мәңгеләштереү хөрмәтенә иң яҡшы дизайн-проект” конкурсында ҡатнашҡан Сафия Айгиз ҡыҙы Йомағужина район хакимиәте башлығы призына лайыҡ булып, Фәнзил Фәйез улы ҡулынан матур бүләк алып һөйөндө. “Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров та үҙ сығышында яҡташтарыбыҙҙы Иҫкә алыу көнөнә йыйылыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, һәр саҡ шулай берҙәм булырға саҡырҙы. БР Ҡанатлы Гвардия ойошмаһы рәйесе, полковник Радик Фәнзил улы Ғәбиҙуллин сығыш яһап, ил-көнгә тыныслыҡ, батырҙарға мәңгелек дан теләне.
Артабан сарала ҡатнашыусылар тын ҡалып, тыныс тормош һәм яҡты киләсәк өсөн локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды, локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар һәйкәленә сәскәләр һалынды. Ерҙәге тыныслыҡ өсөн ғүмерен аямаған яугирҙарға мәңгелек дан, хөрмәт ауазы булып, күкте ярып автомат залпы яңғыраны. Һуңынан районыбыҙҙың эҙәрмәндәр отрядтары етәкселәре Василий Калачигов һәм Олег Николаев менән Геройҙар Аллеяһына йәш ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре ултыртты.

Батырҙарға - мәңгелек дан!
Батырҙарға - мәңгелек дан!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: