+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2023, 10:50

Вице-премьерҙың эш сәфәре

9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйервара улы Сәғитов эш сәфәре менән районда булды.

Вице-премьерҙың эш сәфәре
Вице-премьерҙың эш сәфәре

Сәфәре барышында вице-премьер Ирек Сәғитов район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, урындағы 74-се янғын часы хеҙмәте етәксеһе Вадим Отмахов менән берлектә районда иң мөһим объекттарҙың береһе – ике ҡатлы янғын-ҡотҡарыу депоһының төҙөлөш барышы менән танышып, уға баһа бирҙе. Ике ҡаттағы барлыҡ кабинеттарҙы һәм хужалыҡ бүлмәләрен ентекле ҡарап сыҡты, үҙ кәңәштәрен еткерҙе. Депо төҙөлөшө нигеҙҙә тамамланған, биләмәһе асфальтланған, әлеге мәлдә эске биҙәү һәм биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара. Ирек Хәйервара улы төҙөлөштө тиҙ һәм сифатлы итеп башҡарғандары өсөн төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
-Бөгөн Красноусолдағы янғын-ҡотҡарыу депоһының төҙөлөш барышына баһа бирҙек, - тине И.Сәғитов. - 1937 йылда төҙөлгән элекке янғын часы бинаһы 2011 йылда авария хәлендә тип танылды. Бина янғын осраҡтарында дүрт ҡатлы бейеклектәге биналарға менеү өсөн тәғәйенләнгән янғын һүндереү баҫҡысын һыйҙырырлыҡ түгел ине. “Красноусол” шифаханаһының биш бейек корпусы, район үҙәгендәге 11 күп фатирлы йорттар, биш ҡатлы Красноусол Үҙәк район дауаханаһы бар. Шуға ла беҙҙең алда янғын һағы подразделениеһының өр-яңы бинаһын төҙөү мәсьәләһе торҙо. Подразделениеның тәғәйенләнеш зонаһында 96 ауыл һәм 30 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә ҙур күләмле эш башҡарылған, бинаның төп өлөшөнөң төҙөлөшө тамамланған, эске биҙәү эштәре һәм биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара. Оҙаҡламай бинаға яңы техника һәм ҡорамалдар урынлаштырасаҡбыҙ, янғын һүндереүселәргә хеҙмәттәрен алып барыуға лайыҡлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Иң мөһиме – граждандарҙың янғындарҙан һаҡланыу кимәлен күтәреү, - тине вице-премьер.
Артабан И.Сәғитов Фәнзил Сыңғыҙов оҙатыуында Красноусолдағы мемориаль комплекс янында Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусылар менән осрашты, МХО-ла һәләк булған Татар Саскүле ауылынан Илнур Ғөбәйҙуллиндың атаһы Фәрит Ғөбәйҙуллин менән комплекстағы хәрби бәрелештәр яугирҙары иҫтәлегенә арналған һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалды. Һуңынан ремонттан һуң, өр-яңы төҫ алған хәрби комиссариат бинаһында булды.
Ошоноң менән вице-премьерҙың эш сәфәре тамамланды.

Вице-премьерҙың эш сәфәре
Вице-премьерҙың эш сәфәре
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: