+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2023, 15:45

Күптәргә өлгө улар!

Элгәре Ҡурғашлы ауы-лында урман участкаһы булып, бында йәшәүсе халыҡтың төп шөғөлө урман менән бәйле һәм кешеләр нигеҙҙә ағас эше менән шөғөлләнгән. Бында ғаиләләре менән эшләүселәр бик күп булған. Шуларҙың береһе - Шәүрә менән Зәки Мөхәмәтшиндар. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уларҙың да байрамы.

Күптәргә өлгө улар!
Күптәргә өлгө улар!

Шәүрә Тимербай ҡыҙы менән Зәки Әмир улы йәшләй генә, 8-се класты тамамлағас та, урман участкаһында эшләй башлайҙар. 22 йылдан ашыу ғүмерен Ҡурғашлы урман участкаһына бағышлап, хаҡлы ялға туҡтаған Шәүрә Мөхәмәтшина сығышы менән Сәйетбаба ауыл советына ҡараған күптән бөткән Ағай туған ауылынан. Хеҙмәт юлын леспромхоздың таҡта ярыу цехында ярҙамсы эшсе булып, ағас, утын ташыу эшенән башлаған, артабан станок артына баҫып, көс еткеһеҙ ҡалын таҡталарҙы эшкәртеп, бысып әҙерләүҙә тир түккән. Улар етештергән йорт йыһаздарының төрлө ағас өлөштәре ҡала мебель фабрикаларына оҙатылған, сәй йәшниктәре лә әҙерләгәндәр. Лес-промхоз етәкселәре булып оҙаҡ йылдар Фәрүәз Абдулла улы Насиров менән Алексей Коротков, мастер – Әмир Әбелғатин эшләгән. Эш өс сменала ойошторолған, производство тәүлек әйләнәһенә туҡтамаған. Бар эш ҡул көсө менән башҡарылған заманда һынатмай, тырыш хеҙмәттәре менән ай һайын үҙҙәренә еткерелгән планды үтәп, урман участкаһын алдынғылар рәтенән төшөрмәгәндәр. Шәүрә апай бергә эшләгән хеҙмәттәштәренән Асия Камалова, Шәрифә Насирова, Рәмзиә Вәлиева, Венера Ваһапова, Нурия Мәүлетҡолова, Әнисә Сәфиуллина, Фәймә Бохарова, Маһия Ғәйнуллина, Тәлиға Ғәзизованы, ә ир-аттарҙан Фәрит Мусин, Рәшит Әсфәндийәров, Миңләхмәт Хәсәнов, Миңлейәр Батыршин, Әхмәт Иҫәнгилдин һәм башҡаларҙы иҫенә төшөрҙө. Инсульт үткәргәнлектән, күптәрҙе иҫләй ҙә алмай. Араларынан Венера Ваһапова ғына иҫән, башҡа хеҙмәттәштәренең яҡты донъяла булмауына көйөндө.
Ҡурғашлыға эшкә килгән Шәүрә бәхетен дә бында таба. Ошо ауыл егете, шул уҡ урман участкаһында эшләп йөрөгән Зәки атлы егет менән танышып, яҙмышын бәйләй һәм ирле-ҡатынлы Мөхәмәтшиндар хеҙмәт юлын бергә үтәләр. Зәки Әмир улы урман эшенең уртаһында ҡайнай, станоксынан алып мастерға тик-лем маҡтаулы хеҙмәт юлы үтә. Хеҙмәт биографияһын станоксы булып башлаған егетте күп тә үтмәй, әрме хеҙмәтенә алалар. Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, кире туған коллективына килеп, яратҡан эшен дауам итә. Тырышлығы, әүҙемлеге менән айырылған, ойоштороу һәләтенә эйә, алһыҙ-ялһыҙ эшләгән егеткә ышаныс күрһәтеп бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан пилорамсы һөнәрен үҙләштереп ҡайтҡас, был һөнәре буйынса бер аҙ эшләй һәм мастер вазифаһына тәғәйенләнеп, хеҙмәт юлын дауам итә. Һуңынан контролёр булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Зәки ағай менән Шәүрә апай ике ул менән бер ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. 7 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе булып, бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп йәшәйҙәр. Иң өлкәне - улдары Фәнис Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй, тормош иптәше менән Эльвина, Арина, Данил исемле балалар үҫтерәләр. Илгиз һәм Илмир исемле улдарҙың әсәһе – ҡыҙҙары Гөлназ “Красноусол” шифаханаһында ашнаҡсы. Иң өлкәне – улдары Фәнис Красноусолда йәшәйҙәр. Иң кесеһе Илнур ғаиләһе менән Нижневартовск ҡалаһында төпләнгән, Элина менән Эмиль исемле ике бала атаһы, буровойҙа эшләй.
Мөхәмәтшиндарҙың фи-ҙаҡәр, маҡтаулы хеҙмәттәре бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланған. Әүҙем комсомолка Шәүрә Тимербай ҡыҙының фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәгән.
Тормош ҡороп йәшәүҙәренең бишенсе тиҫтәһенә яҡынлаша Мөхәмәтшиндар, ике айҙан алтын туйҙарын билдәләйәсәктәр. Силәгенә күрә – ҡапҡасы, тигәндәй, икеһе лә ҡул эштәре оҫтаһы. 72 йәшлек Зәки ағай ағас оҫтаһы, тәҙрә йөҙлөктәре, ултырғыстар һәм башҡаһын эшләгән. 68 йәштәге Шәүрә апай бәйләм оҫтаһы, өйгә үҙенсәлекле биҙәк өҫтәүсе күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө, аллы-гөллө ептәрҙән әҙерләнгән урын-ер япмалары һәм башҡа бәйләм әйберҙәр шул хаҡта һөйләй. Ә гөл-сәскәләр яратыуын өй эсенең һәр төрлө гөлдәр менән биҙәлеүенән күрергә була.
Ғүмерҙәрен урман-сылыҡтағы эшкә бағышлаған Мөхәмәтшиндарҙың тормош һәм хеҙмәт юлы күптәргә өлгө.

Күптәргә өлгө улар!
Күптәргә өлгө улар!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: