+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2023, 09:05

Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Һөнәри байрамдары уңайынан Ғафури урмансылығы начальнигы Әнәс Әхәт улы СӘЙФУЛЛИН эшмәкәрлектәре менән таныштыра.

Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы
Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы

- Быйылғы йыл урмансылыҡтарҙы, шул иҫәптән беҙҙе лә, автомашина менән тәьмин итеүҙән башланды. Беҙгә УАЗ-буханка бирелде.
1,5 ай буйы беҙҙә Рәсәй урман хужалығы планлы тикшереү алып барып, уны Ғафури урмансылары лайыҡлы үттек. Урман фондында өҙлөкһөҙ космик мониторинг бара. Уның аша үҙ белдегеңә ағас ҡырҡыу һәм ерҙәрҙе биләү кеүек закон боҙоуҙар күҙәтелә. Бындай мониторингтың йыллыҡ йомғаҡтары буйынса беҙҙә бындай хаталарға юл ҡуйылманы.
Предприятиебыҙҙың ата-маһы нисек кенә үҙгәрмәһен, эшмәкәрлегебеҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Урмандарҙы контролдә тотоу, күҙәтеү, идаралыҡ итеү – беҙҙең төп эшмәкәрлек. Аныҡ әйткәндә, урмандарҙы һаҡлайбыҙ, физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә ҡуртымға биреү менән шөғөлләнәбеҙ, шулай уҡ диләнкә алыуға, урман участкаларын бүлеп биреүгә рөхсәт, белешмә һәм башҡа документтар әҙерләп биреү ҙә беҙҙең иңдә.
Беҙҙең районда урман фонды 210 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Ағымдағы йыл башынан Ғафури урмансылығы биләмәһендә рекреацион эшмәкәрлек (умартасылыҡ һәм ауыл хужалығы эшмәкәрлеге) алып барыуға 200-ҙән ашыу участка ҡуртымға бирелде.
Быйыл йыл башынан 35 гектар майҙанда 14000 йәш үҫентеләр ултыртылды, 274 гектарҙа урман культураларын тәрбиәләү, 257 гектар майҙанда йәш үҫентеләр үҫеше өсөн ҡарт ағастарҙы ҡырҡыу ойошторолдо.
Йылдың ҡоролоҡло килеүе һәм эҫелектең сиктән ашыуы һөҙөмтәһендә яҙғы-йәйге урман янғындарының артыуына бәйле осор беҙҙең өсөн бик ауыр булды. Хеҙмәткәрҙәребеҙ урман янғындарын ауыҙлыҡлауға һәр ваҡыт әҙер торҙолар. Янғын тураһында хәбәр алыу менән, унда тәүгеләрҙән булып участка урмансылары Николай Прощаев (Ташлы), Николай Алексеев (Усолка), шулай уҡ урмандарҙы файҙаланыу һәм тергеҙеү буйынса инженер Әмир Сәйғафаров юлланып, бөтә көстө янғынды ауыҙлыҡлауға йүнәлтте. Быйыл Ғафури урмансылығына ҡараған 31,05 гектар майҙандағы урмандарҙа алты янғын сығыу осрағы булды. Шулай уҡ урман фонды биләмәләре сигендә янғын сығыу осраҡтары күҙәтелде. Практика күрһәтеүенсә, янғындарҙың төп сәбәпсеһе булып кеше тора.
Быйыл 25 км тирәһе оҙонлоҡта янғынға ҡаршы урман юл һыҙаттары һалынасаҡ, 300 саҡрым тирәһе янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырылды һәм яңыртылды. Ете шлагбаум, шулай уҡ янғынға ҡаршы тематикалы 55 аншлаг урынлаштырылды. 30 ял итеү урыны төҙөкләндерелде.
Урмансылыҡта шулай уҡ ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы эш алып барыла. Бының өсөн урмандарҙы тикшереү үткәрелә. Быйыл 400 гектар майҙандар тикшереү үтте, 50 гектарҙа ағастарҙы һирәгәйтеү, 90 гектарҙа санитар ҡырҡыу эштәре башҡарылды. Ҡоштарҙы урманға йәлеп итеү йәһәтенән ҡуртымға алыусылар тарафынан 100-ҙән ашыу сыйырсыҡ умарталары урынлаштырылды.
Коллективҡа килгәндә, ул ҙур булмаһа ла, ышаныслы, тотороҡло, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән хеҙмәткәрҙәрҙән тора, һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһен атап китергә кәрәктер. Улар: участка урмансылары Ирек Сафин (Табын), Илшат Сәйфуллин (Еҙем), урманды һаҡлау инспекторҙары Рауил Иваев, былтыр эш башлаған Миҙхәт Фәхретдинов, өс урман хужалығы инженеры Лилиә Свечникова, Әмир Сәйғафаров (урмандарҙы тергеҙеү буйынса), Әлиә Рәхимова (урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса).
Форсаттан файҙаланып, районда урман ресурстарын рациональ файҙаланыуға булышлыҡ итеүсе һәм йәшел байлығыбыҙҙы тулыландырыуҙа арымай-талмай эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ - Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, халыҡ байлығы булған урмандарҙы һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа уңыштар, урмандарыбыҙҙың мәңге шаулап тороуын теләйем.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: