Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошторған сарала 70-кә яҡын кеше: Яңғыҙҡайын мәктәбе уҡыусылары, ауыл хакимиәте, «Ҡайын» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ ҡатнашты. Улар 5 километр самаһы яр буйын үтеп, 150 тоҡ сүп-сар йыйҙы. Өмәгә 3 берәмек техника йәлеп ителде.
Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы баш белгесе В.А. Горшечников хәбәр итеүенсә, 2014 йылдан башлап үткәрелгән акцияның төп маҡсаты - һыу объекттары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу, шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында экологик грамоталылыҡты арттырыуға, йәмәғәтселек һәм йәш быуын иғтибарын һыу ресурстарын һаҡлауға һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуға йәлеп итеү.
Экоакцияла ҡатнашҡандарҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәт!