Көндәр салт аяҙ торғанда эш темпын тағы ла ҡыҙыулатып, ошо мәлдең һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырышып, хужалыҡтар “икенсе ураҡ”ҡа – шәкәр сөгөлдөрө уңышын сығарыуға тотондо.
Табын ауылындағы “ШЭ Г.М.Тахтаров” крәҫтиән хужалығында ла “татлы тамыр” ҡаҙыу эштәренең ҡыҙған мәле. Быйыл хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрөн 350 гектарҙа үҫтерҙеләр. Әле шуның 175-ендә эштәр теүәлләнгән. Ҡаҙып алынған гектарҙар уртаса 350 ц уңыш бирә. Эштәр 12 сентябрҙә башланып, беҙ хужалыҡта булған көндө (18 сентябрь) ауыл янындағы сөгөлдөр баҫыуында ҡояш байығансы эш ҡайнай ине. “Татлы тамыр” өйөмдәре эре-эре тамырҙарҙан хасил булған тау теҙмәләрен хәтерләтә. Уңыш йыйыуҙа тир түгеүселәрҙең туҡтап торорға ла ваҡыттары булманы хатта. Комбайнсылар Андрей Беляев менән Валерий Мәҡсүтовтың юғары етештереүсәнле комбайндары артынан “Т-150” тракторҙарында Владик Заһиҙуллин менән Нияз Хәкимов сығарылған “татлы тамыр”ҙарҙы өйөмдәргә ташып өйә бара. Алексей Тахтаров шәкәр заводына оҙатыласаҡ тамырҙарҙы таҙартыу-тейәгес комбайнын хеҙмәтләндереп, килгән машиналарҙы тейәп оҙата. Көндәлек 30-35 машина Раевка шәкәр заводына оҙатыла. Тейәгестән ҡойолған тамырҙарҙы “МТЗ”-ла Арыҫлан Сәләхов йыйып өйөмдәргә ташый. Һыу ташыуға Максим Павлов, тамырҙарҙы өйөмдәргә ташыған техника тапап, юғалтыуҙар булмаһын өсөн өйөм ситтәренән ырғытыуға Руслан Ҡадиров йәлеп ителгән.
Эштәр ошолай ҡыҙыу барғанда хужалыҡ сөгөлдөрсөләре оҙайлы көҙгө ямғырҙар башланғансы уңышты ҡаҙып алыуҙы тамамлар, тигән уйҙар менән ҡайттыҡ хужалыҡтан.