-31 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь , 11:05

Гүзәллек донъяһында йәшәйҙәр

Буруновкаға (Бажыҡ) сираттағы командировка ваҡытында биләмә башлығы Марат Фәтҡулислам улы Рәхмәтуллин донъяларын гөл-сәскәгә күмеп йәшәүселәрҙе яҙырға кәрәк, тине һәм Розалия Ярованы атаны. Яровтар йәшәгән йортто шундуҡ таптыҡ, ысынлап та, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ сәскәләрҙән ожмах баҡсаһын хәтерләтә ине ул. Шау гөл-сәскәгә күмелеп ултырған был йорт янынан берәү ҙә иғтибарһыҙ ғына үтеп китә алмайҙыр. Сөнки ундағы матурлыҡҡа һоҡланмау мөмкин түгел.

Гүзәллек донъяһында йәшәйҙәр
Гүзәллек донъяһында йәшәйҙәр

Гөлгә күмелгән ихата. Сағыу аллы-гөллө сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ бында: петуниялар, георгин, циния, эре тажлы бәрхәт, гортензия, гладиолус, астралар һәм башҡа төрлөләре. Күпереп сәскә атып ултырған раузалары ғына ни тора! Иң мөһиме – улар зауыҡ менән ултыртылған һәм ихатаны гүзәл гөлдәр баҡсаһына әүерелдергән. Бер яҡта һәр төрлө йәшелсә түтәлдәре. Арыраҡ теплицала уңған хужабикәнең помидорҙары ҡыҙарып бешеп ултыра, ҡарбуз-ҡауындары ла (дыня) эреләнеп, өлгөрөү сигенә еткән. Өй эсе лә гөлдәр менән биҙәлгән.
Кеше күңеленә матурлыҡ сатҡылары тыуғанда уҡ һалыналыр, моғайын. Гүзәллекте күрә белгәндәр, йәшәй-йәшәй үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырырға ынтылалар һәм сәскә үҫтереү серҙәрен дә беләләр.
Үтәк ауылы ҡыҙы - Гөлшат һәм Рәшит Мөхөтдиновтарҙың татыу ғаиләһендә үҫеп буй еткергән Розалия менән Бажыҡ ауылынан Фирҙәүес һәм Риф Яровтарҙың улы Илшаттың донъя ҡороп йәшәүҙәренә 14 йыл ваҡыт үткән. Үтәк ҡыҙы менән Бажыҡ егетен Наумовка совхоз техникумы осраштыра. Береһе - иҡтисадсы, икенсеһе ветеринар һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуҙарын тамамлап, ҡулдарына диплом алғас, егет хәрби хеҙмәткә алына. Ҡыҙ уны әрменән көтөп ала һәм алты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2009 йылда яҙмыштарын бер бөтөн итеп, өйләнешәләр. Башта ҡалала йәшәһәләр, һуңынан ауылға ҡайтып төпләнәләр. Йорт төҙөү өсөн ер участкаһы алып, 2015 йылда ҙур, иркен өй һалып керәләр. Яровтар сәскәләй өс ҡыҙ үҫтерә. Аделинаға - 13 йәш, 8-се клас-та, Лианаға – 10, 4-се класта, Яңғыҙҡайын мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар. Иң кесеһе Ралина 2 йәштә. Ғаилә башлығы Стәрлетамаҡҡа йөрөп эшләй, “Бергауф” ойошмаһында водитель. Ә хужабикә донъя көтә, гөл-сәскәләр үҫтереп, тормошон гөлдәй итеп йәшәй. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгән Розалияның тағы ла башҡа төрлө шөғөлдәре лә бар. Ҡул эштәре оҫтаһы ла ул, төрлө сағыу йөн ептәрҙән йомшаҡ уйынсыҡтар бәйләй, йөн иләй, теген машинаһында теген серҙәрен аса. Розалия Рәшит ҡыҙы йәнә бер матур шөғөлгә тотонған, ул да булһа, заказ буйынса торттар бешерә.
-Үҙ аллы донъя көтә башлағас, ихатаны сәскәләргә күмеп йәшәү уйы менән төрлө-төрлө сәскәләрҙең орлоғон һәм гиб-ридтарын, йәшелсәләрҙең төрлө сорттарын Интернет магазиндарҙан яҙҙырып алғыланым. Раузаларҙың үҫентеләрен һатып алдым. Хәҙер помидор, борос кеүек һәм башҡа йәшелсәләрҙең, петуния, астра, гацания, годеция сәскәләре орлоҡтарын үҙем эшләйем. Яҙ көнө теплицаға ултыртып үҫтерелгән помидор, борос, петуния, Ирланд раузаһы (эустома), еләк үҫентеләрен йылдан-йыл арттыра барып һатыуға ла сығарам, - ти Розалия ғаилә бюджетын тулыландырыу юлдары күп булыуына ишаралап.
Баҡса үҫтереүгә бар күңелеңде, наҙыңды, булмышыңды, көсөңдө һалып, бала кеүек тәрбиәләргә кәрәк. Яровтарҙың бөхтә, сағыу сәскәләргә, мул уңышҡа күмелгән баҡсаларын күреп, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанаһың.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в