+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2023, 11:40

Барыһы ла балаларҙың яҡшы киләсәге өсөн

Районыбыҙҙың Балалар ижады үҙәге әленән-әле төрлө грант конкурстарында ҡатнашып, үҙҙәренең техник базаларын һәм балаларҙың һәләттәрен асыуға ҡағылышлы йыһаздарҙы алыштырып, яңы асыштар индереп торалар. Уларҙың яңылыҡҡа ынтылып, заман менән бер рәттән атлауҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Шуға ла бында шөғөлләнеүсе балаларҙың һәр ваҡыт үҙҙәрен ҡыйыу, ышаныслы, шат тотоуҙарын күрергә була.

Барыһы ла балаларҙың яҡшы киләсәге өсөн
Барыһы ла балаларҙың яҡшы киләсәге өсөн

15 сентябрҙә бында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты фондында еңеүсе Ғафури районының Мәғарифҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды командаһы - Балалар ижады үҙәгенең "Вдохновение" коммерциялы булмаған ойошмаһының “Форпост Еҙем” проектының презентацияһы үтте. Был иҫтәлекле сарала БР Башлығы Грант фонды кураторы вәкилдәре Оксана Анатольевна Фаянова һәм Лилиана Мират ҡыҙы Рафиҡова, район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары, коммерциялы булмаған ойошмалар менән эшләүсе Ирина Анатольевна Небогатова, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, проект партнёрҙары һәм башҡалар ҡатнашты. Сараның тантаналы өлөшө шулай уҡ яңыраҡ асылған һоҡланғыс ART-залда, өҫтәмә белем биреү педагогы Лиана Муллагилдина алып барыуында барҙы. Сәхнәлә был проекттың етәксеһе Ирина Александровна Васильева залда йыйылыусыларға проекттың маҡсаты, ниндәй эштәр башҡарылған, эшләнәһе эштәр тураһында ентек-ле аңлатып, грантты тормошҡа ашырыуҙа ярҙамдары өсөн кураторҙарға рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. Хөрмәтле ҡунаҡтар Оксана Фаянова, Ирина Небогатова, Светлана Ғөбәйҙуллина изге теләктәрен еткереп, балалар шөғөлләнһен өсөн шундай уңайлылыҡ булдырыуға улар ҙа сикһеҙ шат булыуҙарын белдерҙеләр. Яңы йүнәлеш буйынса шөғөлләнеүсе балалар һәм был проект командаһынан уларға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләк – бөтә әүҙем балаларҙың автог-рафы менән фотолары ҡуйылған рамка тапшырылды.
- Бөгөн Балалар ижады үҙәгенә ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр, теләктәр әйтелде. Беҙ төрлө гранттар конкурсында ҡатнашып, техник базаны нығытырға тырышабыҙ. Булдырған, төҙөгән һәр нәмә балалар өсөн эшләнелә. Әлеге ваҡытта үҫеп килеүсе быуынға пат-риотик тәрбиә биреү ҙә мөһим. Бына хәҙер белем биреү, практик йәһәттән дә беҙҙең кинәнеп эшләрлек урыныбыҙ бар, - тине үҙ шатлығы менән уртаҡлашып Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев.
Был ижади йортта үҙ һәләттәрен үҫтереүсе балаларҙың музыкаль сығыштары сараны тағы ла матурлап, биҙәп барҙы.
Бына йыһазлан-дырылған кабинеттарға ал таҫма киҫелә. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова сығыш яһап: “Балалар ижады үҙәгенең үҫешеүен барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ. Бынан бер нисә йыл элекке менән сағыштырғанда ер менән күк араһы кеүек айырма һиҙелә. Һәр бала үҙ иленең патриоты булһын өсөн, уға үҙ тыуған ерен яратырға, тарихын өйрәтергә кәрәк. Был эште ни ҡәҙәр иртәрәк башлаһаң, шул ҡәҙәр яҡшыраҡ. Алда был проектты уңышлы тормошҡа ашырырға булһын”, - тине.
Ике этапта үтеүсе был проект үҙ эсенә белем биреү, патриотик, спорт, ижади саралар, 10-дан 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн хәрби-стратегик уйындарҙы ала. Беренсе этабы уҡыу йылында үтеп, Балалар ижады үҙәге базаһында “Йәш армиясылар”, “Төньяҡ амурҙары”, “Хәүефһеҙлек мәктәбе” буйынса өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән. Ә икенсе этап – патриотик ялан лагерҙары һәм йылға буйлап ағып төшөү форматында балаларҙың әүҙем йәйге ялын, һауыҡтырыуҙы ойоштороу ҡаралған. Проект өсөн Ирина Васильева, Светлана Ғөбәйҙуллина, Айрат Миңлебаев, Екатерина Гайдай, Елена Симанович, Лиана Муллагилдина, Венир Халиҡов, Юрий Герасимов, Салауат Файрузов яуаплы булһа, был ҙур эшкә бөтә коллективтың ышаныслы ярҙамы менән тотонғандар. Бөгөнгө көндә коридорҙа үҙенсәлекле графит таҡталы коворкинг урын булдырылған. Грант аҡсаһына катамаран, палаткалар, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн белемдәрен һынап ҡарарға тренажерҙар, лазертаг өсөн йыһаз, металл эҙләгес һәм башҡа ҡорамалдар алынған. Кабинеттарҙа барыһы ла күңел һалып һәм ижади ҡараш менән эшләнгән һәм урынлаштырылған. Бында балаларға ғына түгел, презентация ваҡытында ҡатнашҡан өлкәндәр ҙә бер туҡтауһыҙ һорауҙарын биреп, һоҡланыуын йәшермәнеләр.
Алда бик күп эш булһа ла, балаларҙың һәләттәрен арттырыу, рухи ҡиммәттәрен үҫтереү өсөн әллә күпме мөмкинлектәр барлыҡҡа килгән һәм ул уларҙы камиллаштырыу өсөн өҫтәмә көс булып тора. Патриотик тәрбиәне көсәйтеү һәм тарихи иҫтәлектәрҙе һаҡлау маҡсатында булдырылған илһамлы яңы еңеү проектын Балалар ижады үҙәгенә уңышлы йырып сығырға яҙһын.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: