Тыуған ауылында өс класс башланғыс белем алғас, күрше Сәйетбаба урта мәктәбенә йөрөп уҡып 11-сене тамамлай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, һуңынан класс етәксеһе булған Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллинаға һоҡланып, һәр саҡ уға оҡшарға, уның кеүек уҡытыусы булырға хыяллана. Ә атаһы Рамазан ағай нишләптер Әлфиәне ауыл хужалығы белгесе итергә теләй. Мәктәпте тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумына уҡырға инеп, август аҙағында ятаҡҡа урынлаша барғанда, атаһы йәлләгәнмелер инде: “Юҡ, ҡыҙым, мин һине бында ҡалдыра алма-йым”, - тип, документтарын кире алып, Өфөгә юлланалар һәм Ауыл хужалығы институты алдына килеп төшәләр. Шунда атаһы иғландар таҡтаһында 1-се полиграфия училищеһына уҡыусылар йыйыуҙары тураһындағы иғланды күргәс: “Ауыл хужалығы институты ла эргәлә генә, икенсе йыл шунда керерһең, быйылға ошонда уҡып тор”, - тип, корректор-ҡулдан хәреф йыйыусы һөнәренә документтарын тапшыралар. Әй урамындағы ятаҡта тороп, училищела уҡый башлай. Бөтә нәшриәт, гәзит эшенә ошонда төшөнөп, өйрәнеп, үҙ һөнәренә шулай юл аса Әлфиә.
1991 йылда училищены тамамлап, Красноусолға, район типографияһына эшкә ҡайтҡас, ҡул эшен яратҡан ҡыҙының тегенсе һөнәрен һайлауына ҡырҡа ҡаршы килгән инәһе, гәзит эшендә хеҙмәт юлын башлауына шатлана ғына. Ул: “Сәйетбабаның иң матур апайҙары – Заһира Ғәзизова менән Флүрә Шәйәхмәтова (икеһе лә мәрхүмә инде) шунда эшләйҙәр, класташым Гөлнур Яҡупова ла унда ҡанат нығытып, Өфөгә күсте”, - тип үҙ фатихаһын бирә. - Хәҙер был сибәрҙәр исемлегенә мәхәррирем булған Гөлдәр Кинйәбаеваны ла өҫтәр инем. Һуңынан Заһира апайҙың кәңәштәренә таянып, Флүрә апай менән әхирәт кеүек көн дә күрешеп эшләргә насип булды. "Звезда" гәзитенең яуаплы сәркәтибе Тамара Пухова “икенсе инәй” кеүек булды. 1998 йылда “Табын” гәзите мөхәррире Әлфиә Ишморат ҡыҙы Килмөхәмәтова хәбәрсе итеп эшкә күсерҙе. Күп нәмәгә өйрәткән, остазым булған кешегә мәңге рәхмәтлемен. Фото хәбәрсе Наил Латипов, яуаплы сәркәтип Зифа Ғайсина, журналистар Мәрхәбә Собханғолова, Индира Ишкина алға әйҙәүселәрем булды. Әле йәш коллегаларым Гүзәл Ҡасимова, Гөлсинә Хәлимова менән бер бүлмәлә ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәй эшләп йөрөйбөҙ. Элек бергә эшләгән оло быуындар ҙа һағындыра. Ғөмүмән, гәзиттә кем менән эшләгәнмен һәм эшләйем, һәр береһе һоҡланғыс кешеләр, - ти Әлфиә.
Һәр кем үҙ тәғәйенләнешенә хеҙмәт итергә тейештер инде. Күңеленә ятҡан гәзит эшендә үҙ урынын булдырған Әлфиә Рамазан ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Табын” гәзитенең хәреф йыйыу операторы булып эшләне. Ситтән тороп БДПУ-ны тамамлап, юғары белем алды. Үҙен ижади һәләтле итеп танытҡан хеҙмәткәр хәҙер күп йылдар хәбәрсе эшендә. Тынғыһыҙ журналист һәр саҡ эш өҫтөндә, үҙенә генә хас стиле бар, яҙғандарын халыҡ яратып уҡый. Ғәҙел йәшәүҙе бар нәмәнән өҫтөн күргән Ә.Вәлиеваның мәҡәлә геройҙары – намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, хәләл көсө менән мал табып йәшәгән ауыл уңғандары, изгелекле балалар үҫтергән ата-әсәләр, татыу, өлгөлө, дан ғаиләләр, ҡул эштәре оҫталары… Нескә һәм изге күңелле Әлфиә үҙ геройҙарының яҙмышы менән тетрәнә, уйлана, шатлана, һөйөнә.
- Ғаиләлә ике апайым - Зөлфиә, Гөлнара һәм иң кесеһе Риназ исемле туғаным, матур күңелле нәҫел-ырыуыбыҙ, тоғро дуҫтарым булыуы менән дә бәхетлемен. Инәйем менән атайым һоҡланғыс кешеләр булдылар. Инәйем Фәйруза Иҡсан ҡыҙы - тегенсе, атайым Рамазан Йәмниха улы ауыл хужалығы белгесе ине. Үҙҙәре күрше ауылға йөрөп эшләгәнлектән, беҙгә күҙ-ҡолаҡ булып торорғалыр инде, әбейҙәрҙе йәшәргә керетә торғайнылар. Әбейҙәрҙең: “Түгеп сәй эсмә, ирең эскесе була”, йәиһә “Өҫтәл артында төҙ ултыр, ирең бөкөрө булмаһын”, тигән һүҙҙәрен күңелгә һеңдереп үҫтек. Туған тейеш апай-ағайҙар һәр саҡ беҙгә килеп, атай-әсәй яҡлап ике яҡтың туғандары гөж килә торғайныҡ. Бала сағым иҫ киткес матур булды. Күптәр кеүек ергә ятып болоттарҙы күҙәтеүҙәр, кәкүк саҡырһа, нисә йыл йәшәргә ҡалған икән, тип ҡабаланып һанауҙар, ҡырмыҫҡа иләүенә төкөрөкләп сыбыҡ һалып, уны ялауҙар һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәлдәр барыһы ла булды, - ти ул бала саҡтағы бәхетле мәлдәрен күҙ алдынан үткәреп.
Бала саҡ бәхете артабанғы шәхси тормошонда ла дауам итә. Ҡотлоғужа ауылынан Радик Латипов менән ғаилә ҡороп, бәхеткә күмелеп тормош көтәләр, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкәне – Алина Стәрлелә педагогия колледждында, кесеһе - Динара Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 7-се класында уҡып йөрөй. Латиповтар Красноусолда үҙ ҡулдары, хәләл көстәре менән күркәм йорт һалып керҙеләр. Гөл-сәскәләргә мөкиббән Әлфиә донъяһын шау сәскәгә күмелгән гөлдәр менән биҙәп йәшәй.
- Үткән аҙнала район мәҙәниәт һарайында үткән хәйриә концертында Фәрүәз Урманшиндың “Ғүмер көҙҙәремдең алтынға мансылған сағы…” тигән матур һүҙҙәр менән йырлаған йырын тыңлағас, “Бәй, мин дә ошо мәлемә аяҡ баҫам даһа, тип үҙемдең үткән йылдарымды уйлап алдым әле ул”, - ти Әлфиә Рамазан ҡыҙы ҡәнәғәт йылмайып.
Алтын юбилейың менән, Әлфиә! Һиңә артабан да матур, йөкмәткеле мәҡәләләрең менән гәзит уҡыусыларҙы ҡыуандырырға, тормош юлыңды сағыуыраҡ төҫтәр менән балҡытып, һәр миҙгелдән көс-дәрт алып йәшәргә яҙһын!