+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2023, 09:25

Сәләмәт булайым тиһәң, майҙансыҡҡа кил!

15 сентябрҙә Үтәк ауылында йәйғор кеүек төрлө сағыу төҫтәр менән балҡып, тирә-яҡҡа йәм биреп яңыртылған балалар спорт-уйын майҙансығын асыу тантанаһы үтте. Ул Президент гранттары фонды ярҙамында Үтәк ауыл биләмәһенең “Хыял” иҡтисади үҫеш фонды - коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (етәксеһе – Гөлназ Маннанова) тырышлығы менән “Яратҡан ауылыма сәләмәт быуын” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Сәләмәт булайым тиһәң, майҙансыҡҡа кил!
Сәләмәт булайым тиһәң, майҙансыҡҡа кил!

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенең сектор мөдире Альбина Мөхәмәтйәнова, райондың баш китапханасыһы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Әмерханов, ауыл старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин, фонд етәксеһе Гөлназ Маннанова, уҡытыусы-ветерандар, ауыл кешеләре һәм мәктәп балалары ҡатнашты.
Ауыл мәҙәниәт йорто янында урынлашҡан был спорт-уйын майҙансығында өлкәндәр өсөн спорт комплексы (ГТО тапшырырға ла мөмкин буласаҡ), балалар өсөн уйын майҙансығы, бәүелсәктәр, ял итеү өсөн эскәмйәләр урынлаштырылған.
Йолаға ярашлы, ал таҫма киҫелде. Уны киҫеү хоҡуғы хөрмәтле ҡунаҡтар менән Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Әмерхановҡа бирелде. Балалар һәм өлкәндәр күптән көткән майҙансыҡҡа үтте.
Сараны алып барыусылар Рәзилә Ғиззәтуллина менән Рауил Раҡаев тәүге һүҙҙе биләмә башлығы А.Әмерхановҡа биреп, ул барыһын да тәбрикләне һәм майҙансыҡҡа һаҡсыл ҡарашта булыуҙарын, иҫән-һау ҡулланыуҙарын теләне, физкультура дәрестәрен дә үткәрергә мөмкин булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Айҙар Тәлғәт улы майҙансыҡты эшләүҙә әүҙем ҡатнашҡан, тос өлөш индергән бер төркөм ауыл уңғандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Коммерцияға ҡарамаған ойош-ма етәксеһе Гөлназ Маннанова проект менән таныштырҙы. Тантанаға килгән халыҡты район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, ауыл старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин байрам менән тәбрикләп, сәләмәтлеккә юл асыусы майҙансыҡтың бер ҡасан да буш тормауын, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм өлкәндәрҙең дә яратҡан ял урынына әйләнеүен теләне. Ирина Анатольевна Г.Маннанова менән А.Әмерхановҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Сараны ауыл һәләттәре Радмир Ғиззәтуллин менән Гөлназ Маннанованың йырҙары биҙәне.
Тантаналы өлөш тамамланыу менән уйнарға түҙемһеҙләнгән балалар кемуҙарҙан уйын майҙансығына йүнәлеп, кинәнеп уйнаны, өлкәндәр иһә спорт ҡоролмаларында күнекмә яһап, үҙен һынап та ҡараны.
Ауыл кешеләрен һәм балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәгән, һәр кем өсөн ҙур бүләк булған спорт һәм уйын майҙансығы гөрләп торһон, халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.

Сәләмәт булайым тиһәң, майҙансыҡҡа кил!
Сәләмәт булайым тиһәң, майҙансыҡҡа кил!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: