+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2023, 11:45

Күңел йылыһын өләшеп...

Мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләү – бик ҡатмарлы, үҙенсәлекле һәм үтә лә яуаплы һөнәр. Тәрбиәсегә йәш гражданды тәрбиәләү бурысы йөкмәтелгән. Ҡауарҙы ауылындағы “Йәншишмә” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Анжелика Шәүкәт ҡыҙы Исхаҡова ошо эшкә 33 йыл ғүмерен бағышлаған һәм әле лә уның һәр көнө сабыйҙар араһында үтә.

Күңел йылыһын өләшеп...
Күңел йылыһын өләшеп...

Гөл-сәскәләргә күмелеп ултырған, тирә-яғы таҙа, бөхтә, тышҡы күренеше лә, эстән дә күркәм “Йәншишмә” балалар баҡсаһына ике төркөмгә 34 бала йөрөй. Быларҙың барыһы ла үҙ эшенә яуаплы ҡараған оҫта ойоштороусы булып танылған өлкән тәрбиәсе Анжелика Исхаҡова етәкселегендә туғыҙ хеҙмәткәрҙән торған тәжрибәле коллектив тырышлығы менән булдырылған. Тәрбиәселәр Нәсиә Абдуллина, Гүзәлиә Йәғәфәрова, Әлфиә Ғәлина (декрет ялында), тәрбиәсе һәм ярҙамсылары Рәйсә Сурағолова, Лира Исхаҡова, ашнаҡсы Алһыу Мөхәмәтдинова, кер йыуыу-сы Венера Аҡмырҙина - оло ярҙамсылары.
Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуып үҫкән Анжелика Шәүкәт ҡыҙы тәүге хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетын тамамлап, Убалар ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Артабан тормош юлдашының тыуған ауылы Ҡауарҙыға күсеп ҡайтып, мәктәптә эш булмау сәбәпле, балалар баҡсаһына кес кенәләр төркөмөндә тәрбиәсе булып эшкә килә. Дүрт йыл эшләгәс, мәктәпкә мөғәллимлек эшенә күсергә уйлай, әммә баҡса мөдире Тәнзилә Насирова пенсияға сыға һәм һәр эште еренә еткереп башҡарған, балалар менән дә, хеҙмәттәштәре менән дә уртаҡ тел табып, матур эшләгән уңған хеҙмәткәрҙе баҡса мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 16 йыл ғүмерен был вазифаға бағышлай. 2010 йылда оптимәлләштереү һөҙөмтәһендә балалар баҡсаһын мәктәп ҡарамағына күсерәләр һәм А.Исхаҡова 13 йыл инде өлкән тәрбиәсе һәм көндөң икенсе яртыһында бер төркөмдә тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Балаларҙың уйын, йоҡо һәм башҡа бүлмәләре зауыҡ менән биҙәлгән.
Анжелика Шәүкәт ҡыҙының хеҙмәттәштәре һәм ата-әсәләр менән тиҙ уртаҡ тел табыуы, яғымлы, иғтибарлы булыуы коллективта татыулыҡ һәм берҙәмлек тыуҙырған. Балаларҙың һәр көнө йәнле һәм йәмле үтһен өсөн тырышлығын һала. Сабыйҙарға йөрәк йылыһын биреп, ихлас мөғәмәләлә булып, уларҙың күңелендә изгелек, матурлыҡ орлоҡтарын сәсә. Кескәйҙәрҙе һәр яҡтан үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар. Бында, һис шикһеҙ, А.Исхаҡованың тынғыһыҙ хеҙмәте һәм булдыҡлы етәксе икәне күренә лә инде.
- Эш башлағанда балалар баҡсаһының ни икәнен дә, сабыйҙар менән эшләүемде күҙ алдына ла килтермәй инем. Хәҙер бар булмышым уларҙа. Коллективтан уңдым, һәйбәттәр, берҙәм, бер төптән эшләйбеҙ. Ата-әсәләр ҙә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар, бағыусы булғандары ла бар. Балалар баҡсаһында ниндәй генә эштәр булһа ла хеҙмәттәштәр, ата-әсәләр, Ҡауарҙы ауыл хакимиәте һәм мәктәп менән берлектә кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Бинаның эске-тышҡы яғын матурлауға күп көс һалынды: нигеҙе нығытылды, иҙәне, түбәһе, ҡыйығы, өлөшләтә тәҙрәләре пластикка алыштырылды, стеналар матурланды, тышҡы яғы профнастил менән көпләнде, кәртәләре яңыртылды, һыу (йылы һыу ҙа бар), газ, канализация үткәрелде, балалар өсөн бәҙрәфтәр ҙә эстә, йыуыныу бүлмәләре лә бар, ғөмүмән, хәҙер бында барлыҡ уңайлы шарттар булдырылды. Әлеге мәлдә плафондарҙы заманса яҡтыртҡыстарға алыштырыу бара, - ти өлкән тәрбиәсе эшмәкәрлектәре менән таныштырып. – Шуныһы һөйөнөслө: балалар һаны бигүк кәмемәй. Баҡса асылғанда тәрбиәләнеүселәрҙең һаны 40-50-ләп булһа, әле лә шунан әҙ түгел. Бер ғаиләнән өсәр, икешәр сабый, күрше Аҡташ, Һабай ауылдарынан йөрөтөүселәр ҙә бар. Бөгөнгө көнгәсә ике төркөм һаҡланып килә, - ти ул.
Үҙ эшен ихтирам иткән, еренә еткереп башҡарған тәрбиәселәр эшләгәнгә күрә, ата-әсәләр балаларын баҡсаға теләп йөрөтә лә инде. Баҡсаның үҙ тәжрибә участкаһы ла бар. Унда хеҙмәткәрҙәр йәшелсәләр үҫтерә. Һәр төрлө фәһемле саралар уҙғарылып тора. Балалар ҙа уңыштары менән һөйөндөрә. Былтыр балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында Гагарин кубогы бәйгеһендә ра-йонда еңеүгә ирешкән Динислам Исхаҡов республика буйынса ҡатнашып, үҙен һынап ҡайтҡан.
Анжелика Шәүкәт ҡыҙын район мәғариф хеҙмәткәрҙәре шәп йөҙөүсе тип белә. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһындағы ярыштарҙа еңеп, район исеменән республика бәйгеләрендә ҡатнашып, 2-3-сө урындар яулаған. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Участка һайлау комиссяһы ағзаһы ла булып тора.
Алдынғы методик алымдар ҡулланып, ижади эшмәкәрлек алып барған балалар баҡсаһы коллективы район күләмендә үткән сараларҙан да ситтә ҡалмай. Быйылғы август кәңәшмәһендә уларҙың методик күргәҙмәһе дәртләндереү бүләгенә лайыҡ булды.
Шәхси тормошона килгәндә, Анжелика Шәүкәт ҡыҙы тормош иптәше Мөхәмәт Фәрүәз улы (һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе) менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғаиләһендә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, Эмилия исемле ейәнсәргә яғымлы өләсәй ҙә ул. Ҡыҙҙары – бер ҡыҙ әсәһе Әлиә ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында йәшәй, бухгалтер булып эшләй. Айгиз улдары Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй, Өфө дәүләт нефть техник университетында 5-се курста уҡый. Хужалыҡтарында өс һыйыр, һарыҡтар, йылҡы малы аҫрап йәшәйҙәр, ҡаҙҙар алып һимертәләр, баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерәләр.
Балалар баҡсаһында сабыйҙар күңелен аңлаған, үҫтерә белгән, сабыр холоҡло, ижади ҡарашлы кешеләр генә эшләй ала. Анжелика Шәүкәт ҡыҙы ла тәрбиәсе һөнәренең үҙ булмышына тап килеүен аңлап, бар дәртен һалып эшләй. Һөнәри байрамдары уңайынан баҡса коллективына тағы ла илһамланып эшләүҙәрен, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын теләйбеҙ.

Күңел йылыһын өләшеп...
Күңел йылыһын өләшеп...
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: