Балалар баҡсаһына йөрөгән бала рухи яҡтан байый, тап мәктәпкәсә йәштә уның аңына кешелек ҡиммәттәре һеңә. Тиҫтерҙәре менән аралашыу сабыйҙарҙың аң-белем кимәлен яҡшыртыу менән бер рәттән донъяға ҡарашын да киңәйтә. Эш һәйбәт ойошторолған ерҙә балалар һау-сәләмәт һәм көр күңелле булып үҫә.
Бынан алты йыл элек үҙ ишектәрен асып эшләй башлаған Красноусолдағы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тап шундайҙарҙан, һәр саҡ ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләгән коллектив. Бы-йыл яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса балалар баҡсалары араһында 1-се урынға лайыҡ булды һәм уларға мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә ҡиммәтле бүләк тапшырылды. Уларҙың һәйбәт баһа алыуы осраҡлы түгел.
Йәштәр биҫтәһендәге был ике ҡатлы сағыу төҫкә буялған мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы әллә ҡайҙан күренеп ултыра, ихатаһын төрлө сәскәләр биҙәй. Бинаға ингән ерҙә балаларҙы әкиәт иле геройҙары: Айыу, Крокодил менән Чебурашка сәләмләй. Эскә үтеүгә ингән ерҙән үк иҙәндәрҙә балаҫтар, стеналарҙа зауыҡлы картиналар, таҙалыҡ-бөхтәлек ҡаршы ала. Быларҙың барыһы ла бында уның мөдире Алёна Әбдрәшитова етәкселегендә үҙ эшен яратып башҡарған, хәстәрлекле хеҙмәткәрҙәр эшләүен күрһәтеп тора. Баҡсаға йөрөгән 150-нән ашыу бала 6 төркөмдә шөғөлләнә. Уларҙа балаларҙы һәм үҙ эшен яратҡан 9 тәрбиәсе һәм 6 тәрбиәсе ярҙамсыһы эшләй. Шулай уҡ логопед, музыка, физкультура буйынса хеҙмәткәрҙәр, психолог бар. Музыкаль һәм спорт залдары барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар һәм уңайлы йыһаздар менән тулыландырылған. Бер бүлмәлә хеҙмәткәрҙәрҙең оҫта ҡулдары менән “Ҡышҡы баҡса” барлыҡҡа килгән, икенсе ҡатта сәғәттәр коллекцияһынан мини-музей урын алған. Методик кабинетта хеҙмәткәрҙәрҙең оҫта ҡулдары һәм уғата бай фантазияһы менән ниндәй генә күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре урын алмаған. Хайран ҡалырлыҡ!
Төркөмдәрҙә лә шарттар яҡшы: балаларға ашау, уйнау, өлкәнерәктәргә шөғөлләнеү өсөн махсус урындар, йоҡо, йыуыныу бүлмәләре, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым бәҙрәфтәр һәм башҡаһы бар, иҙәндәре йылы. Төркөмдәрҙең исемдәре талаптарға тап килерлек ике дәүләт телендә: башҡортса һәм русса матур итеп яҙып ҡуйылған.
Балаларға ашарға әҙерләү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған аҙыҡ-түлек блогы бар. “Сифат тирмәне” предприятиеһы килтергән ризыҡтарҙан ике ашнаҡсы балаларға көнөнә дүрт тапҡыр ашарға әҙерләй. Кер йыуыу блогы ла кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Урамда уйнар өсөн һәр төркөмгә айырым уйын майҙансығы, япма булдырылған.
“Тирмәкәй” райо-ныбыҙҙағы балалар баҡсалары өсөн өлгө булып тора.